Даирә
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Июнь 2022, 18:09

Сәнәғәт предприятиеларына дәүләт ярҙамы арта

РФ Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин махсус ҡарарға ҡул ҡуйҙы.  

Сәнәғәт предприятиеларына дәүләт ярҙамы арта
Сәнәғәт предприятиеларына дәүләт ярҙамы арта

2023 йылдан предприятиеларға яңы ҡорамал алыу сығымдарын кире ҡайтарыу 20 проценттан 50-гәсә артасаҡ. Судсидия суммаһы ла ике тапҡырға күтәреләсәк (10 миллион һумдан 20 миллион һумғаса).

Шулай уҡ ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмаларҙың коммуналь инфраструктураға тоташтырыу буйынса хеҙмәттәрен түләүгә һәм ҡорамалдарҙың лизинг килешеүен төҙөгәндә тәүге взносты түләүгә сығымдарҙы компенсациялау күләмдәре артасаҡ. Был күрһәткестәр 50-нән 80 процентҡа тиклем арта, ә дәүләт ярҙамы лимиттары – 10 миллиондан 20 миллион һумға тиклем.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылда сәнәғәтте үҫтереү буйынса төбәк программаларын финанслауға 25 төбәккә 1 миллиард һум йүнәлтелде, шуның 43,8 миллион һумын Башҡортостан Республикаһы аласаҡ.

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.

Автор:
Читайте нас: