Даирә
+20 °С
Облачно
Иҡтисад
20 Мая 2022, 10:13

Яғыулыҡ станцияларында бензин һәм газға хаҡтар төшкән

Башстат мәғлүмәттәренә ярашлы, 2022 йылдың апрелендә яғыулыҡҡа хаҡ төшөүе күҙәтелгән.

Яғыулыҡ станцияларында бензин һәм газға хаҡтар төшкәнЯғыулыҡ станцияларында бензин һәм газға хаҡтар төшкән
Яғыулыҡ станцияларында бензин һәм газға хаҡтар төшкән

Белгестәр әйтеүенсә, төбәктә яғыулыҡ, март менән сағыштырғанда, апрелдә 0,1 процентҡа арзанайған. АИ–92 и АИ–95 маркалы бензин хаҡы – 0,3 процентҡа түбәнәйгән, йәғни литрына 46,62 һәм 49,91 һум тәшкил итә.  Газ-мотор яғыулығы бер айҙа 11,3 процентҡа арзанайған. Хәҙер уның хаҡы  –19,44 һум.
АИ-98 һәм  дизель яғыулығы үҙгәрешһеҙ – 58,32  һәм 52,67 һум.

https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-05-20/ya-yuly-stantsiyalarynda-benzin-m-gaz-a-ha-tar-t-shk-n-2812100

Фото: Т. Аманов

 

Автор:
Читайте нас