-3 °С
Болотло
Бөгөн Күлләр ауылында ике яңы объектты асыу тантанаһы уҙҙы. Ауыл халҡы байрамға дәррәү йыйылды.
Иң тәүҙә ауыл клубы янында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск асылды. Күлләр ауылы халҡы рәхәтләнеп байрам ҡунаҡтарының сығыштарын тыңланы, матур концерт номерҙары ҡараны. Һуңынан бала-саға яңы асылған балалар майҙансығында күңел асты.