

Риф Йөҙлөкбаев етәкләгән был берләшмәнең маҡсаты – күңелдәрендә әҙәби ижадҡа ынтылышы булғандарға теләктәшлек белдереү, артабан да һәләттәрен үҫтерергә булышыу, яңы һәләттәрҙе йәлеп итеү. Маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу уңайынан берләшмә ағзалары ҡатнашлығында әленән-әле ауыл халҡы, мәктәп уҡыусылары менән матур әҙәби осрашыуҙар үтеп тора. Традицияға әйләнгән ошондай йәнле сараларҙы халыҡ яратып ҡабул итә. Быны Иҫке Шәрәй мәктәбендә үткән әҙәби кисә лә раҫланы. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған сарала исемдәре хәҙер инде республика кимәлендә билдәле Риф Йөҙлөкбаев, Фәрғәт Ҡотлобаев, Фирүзә Абдуллина, Таһир Вилданов кеүек әҙиптәр менән бер рәттән әҙәбиәт майҙанында инде ныҡлы ғына урын тотҡан, үҙ һүҙҙәре булған Әлиә Рәхимова, Ғәлимә Тимерғазина, Динә Мөлкаманова, Зөлфиә Әсфәндийәрова, Гөлнара Иҫәнғолова, Фәһимә Абдрафиҡова, Мәүлиҙә Тажетдинова, Менәүәрә Ишҡаринаның сығыштарын тамашасылар яратып ҡабул итте.
Шиғри һүҙҙең мәктәп уҡыусылары, Аҡташ ауылы мәҙәниәт йорто һәүәҫкәрҙәре башҡарыуындағы йырҙар, бейеүҙәр менән аралашып барыуы тамашаға тағы ла йәм өҫтәне. Шулай уҡ кисәнең уңышында тамаша сценарийын эшләп, үҙе үк алып барған Мәүлиҙә Тажетдинованың да өлөшө бик ҙур. Әҙәби кисәнән тамашасылар ҙа, берләшмә ағзалары үҙҙәре лә ҡәнәғәт булып таралышты.
Рим ИСХАҠОВ.
Бишауыл-Уңғар ауылы.