Килен булып төшкән ауыл
Данлы шәхестәргә бай.
Артист булһа Әхәт ағай,
Ике ғалим: Роберт һәм Ғайса ағай.
Кендек ҡаным тамған Исмаилым,
Үпкәләмә һин ҡыҙыңа, асыу тотма.
Атайсалым тип атайым Үтәгәнде,
42 йыл ғүмерем үткән ошонда.
Яҡын туғандарҙай булып,
Дуҫ йәшәй бында халыҡ.
Йәйен олоһо-кесеһе ҡайта
Бесәндән арып-талып.
Ағинәйҙәр бик күп бында,
Көндөҙ мәсеттә улар.
Ә байрам кисендә күрһәң,
Тыпырҙап тора аяҡ-ҡулдар.
Теҙелеп сығып баҫалар,
Артисың ситтә торһон.
Иҫең-аҡылың китерлек,
Барыһы матур тауышлы.
Мобилизация тигән һүҙҙән
Бер кем ситтә ҡалманы,
Егеттәрҙе оҙатырға
Ауылым да ҡуҙғалды.
Атайсалым, ишетмәһәк ине
Насар хәбәр, ҡайғы-хәсрәт.
Башҡорт егеттәре сикте һаҡлай,
Башҡайҙары иҫән булһын,
Тип теләйек бергәләп.
Атай нигеҙе
Ағарып та ятҡан Мағыш тауы
Ауылыма яҡын күренә.
Урал тауы Салауаты менән
Тарих биттәренә күмелә.
Дошмандарға ҡаршы осоп,
Аҡъегеткәй толпарында
Хәтеребеҙҙә мәңге шулай
Батыр-егет булып ҡала.
Атай нигеҙенә тоғро булырға
Өйрәт әле, Атайсал.
Их, егеттәр, атай йортон һатып
Ситтә рәхәт йәшәп буламы?
Байлыҡҡа ҡыҙығып, нигеҙ һатып,
Аҡса менән кеҫә туламы?
Һағынырһығыҙ, һарғайырһығыҙ бер саҡ,
Ҡайтыр урын башҡа тапмаҫһығыҙ.
Сит кешеләр алған йортҡа килеп
Ҡапҡаға һеҙ инде ҡаҡмаҫһығыҙ.
Ҡапҡа асып керәм мин баҡсаға,
Атайым ултыртҡан алмағас,
Әсәйемдең кер бауы ла тора,
Бер кем уны һүтеп алмағас.
Күтәрмәгә баҫам: бер һауытта
Ҡаҙаҡтары ята тутыҡҡан,
Кемгә хәҙер кәрәк сүкеш-балта,
Үҙебеҙ ҙә хәҙер тутыҡҡан.
Һәр бер өйҙә хәҙер шуруповерт,
Сүкеште күрәбеҙ ғәжәпкә.
Бейек ҡойма профнастилдан ҡуйыу
Керҙе хәҙер беҙҙең ғәҙәткә.
Ҡыҙҙар ғына китә йыраҡтарға,
Ҡыҙ баланың яҙмышы шундайҙыр.
Ир-егеттәр хәҙер үҙгәрҙеләр,
Шулай йәшәү уға уңайҙыр.
Атайсалым тарта туғандарҙы,
Һәр саҡ яҡты булһын йөҙөгөҙ.
Һәр бер байрам - туйҙа, юбилейҙа
Бәхет менән тулһын өйөгөҙ.
Зөлфиә Әсфәндиәрова.
Үтәгән ауылы.