Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Гәзит уҡыусылар ижады
23 Сентябрь 2022, 09:27

Әҙәби гөлләмә

Гәзит уҡыусыларыбыҙ ижадынан махсус бит

Әҙәби гөлләмә
Әҙәби гөлләмә

Парлы йәшәү бик кәрәк
Йөрәгемдә балҡый ҡояш,
Күҙҙәрем нурлы йондоҙ.
Парлыларға һоҡланам да,
Үҙем моңланам яңғыҙ.
Йөрәгемдән әйтер һүҙҙәр
Күҙҙәремдә сағыла.
Күңелемдәге хистәрем
Йыр-моң булып урғыла.
Һәр кемдең дә йөрәгендә
Йәшәһен һүнмәҫ осҡон.
Барыбыҙ ҙа парлы булып,
Донъя көтөргә яҙһын!
Тормош юлы бик ҡатмарлы,
Үтә белеү бик кәрәк.
Эргәгеҙҙә булһын һәр саҡ,
Ышаныслы ныҡ терәк.
Парлы йәшәү бик кәрәк!
Лена Әминева.
Ҡырмыҫҡалы ауылы.

Һағындырыр инде йәмле йәй
Их, йәй айҙары инде үтеп бара,
Ҡыуандырҙы ихлас был йәйҙәр.
Кинәндерҙе ҡояш нуры менән,
Һағындырыр ҡыҙыу шул мәлдәр.
Һағындырыр тирләп бесән сабып,
Сәхрәләрҙә тәмләп сәй эсеү.
Йомарт йәйҙең ҡайнар ҡуйынында
Һыуҙар инеп, һәйбәт ял итеү.
Күкрәк киреп баҫып торам бөгөн
Йәйем бүләк иткән баҫыуҙа.
Тулышып бешкән бойҙай башаҡтары
Мәшғүл хәҙер иген ҡоҫоуҙа.
Рәхмәт һеҙгә, иген игеүселәр,
Һоҡландыра һеҙҙең эшегеҙ.
Гәрәбәләй алтын бөртөктәре
Күпереп икмәк булып бешерһегеҙ.
Гөлнара Иҫәнғолова.
Ҡарлыманбаш ауылы.

Китер ҡаҙҙар
Көҙгә ҡапҡаны асабыҙ,
Уңыштар төшөр баҙға.
Моңһоу булып торор инде
Күңелдәргә бер аҙға.
Ҡаңғылдашып китер ҡаҙҙар,
Беҙҙе тағы ҡалдырып.
Һағышланыр урман-ҡырҙар,
Тирә-яҡ ҡалғас тынып.
Гөл-сәскәләр һулыр, шиңер,
Урман алтынға сумыр.
Ваҡыт ҡына һәр бер миҙгел,
Донъялар тыныс булһын.
Ғәлимә Тимерғазина.
Ҡырмыҫҡалы ауылы.

Көҙҙәр еткәс
Көҙҙәр еткәс, һыуыҡ төшкәс,
Япраҡтар ҙа һарғая.
Йәшел үләндәр ҙә кибә,
Ерҙең өҫтө ҡарая.
Йылғаларҙа һыуҙар туңа,
Күлдәр боҙҙан ҡаплана.
Балыҡтар ҙа төпкә сума –
Кәрәк ҡыштан һаҡланыу.
Ҡуяндар ҙа ҡышлыҡҡа
Тундарын алыштыра.
Айыуҙар ҙа йоҡлар өсөн
Өңдәрен ҡараштыра.
Йылы яҡҡа ҡоштар китә
Сылбыр булып теҙелеп.
Шул ҡоштарҙы оҙатҡанда,
Йөрәк ҡала өҙөлөп...
Рөстәм Ямалетдинов.
Ҡырмыҫҡалы ауылы.

Көҙҙәр еткәс
Көҙҙәр еткәс, эңер төшкәс,
Тәҙрәмдә уттар ҡабынғас,
Тәрән уйҙар биләй күңелемде,
Бик тиҙ үтә тип ғүмер юлы.
Әле генә аҡҡан ине сылтыр-сылтыр ҡар һыуҙары,
Баш ҡалҡытҡан ине яҙ гөлдәре.
Йәшел келәм, йәшел бәрхәт
Ҡаплап алған ине бар донъяны.
Күҙ алдымда аллы-гөллө ялан сәскәләре,
Тәлгәш-тәлгәш бешкән еләктәре,
Гөрләп торған һыу буйҙары,
Зәңгәр күле, емелдәшкән йондоҙҙары.
Бына шундай гүзәллектә
Бик тиҙ уҙа йәй ғүмере.
Көҙҙәр еткәс күңелдәргә
Иҫкә төшә ғүмер көҙө.
Ғүмер гөлдәремде йыйып,
Яһар инем гөлләмә.
Бала сағым, йәшлектәрем
Ҡыуып килгән ҡартлыҡтарым
Һыйыр ине бер усыма.
Бер тажына ҡуйыр инем ҡар бөртөгөн,
Бер тажына – ап-аҡ муйыл сәскәһен,
Бер тажына – ялан сәскәләрен,
Бер тажына – ҡыҙыл миләш тәлгәшен.
Теҙер инем һабағына һары алтын япраҡтар,
Хәтерләтеп ғүмер көҙҙәрен.
Бүләк итер инем һәр кемгә лә
Ошо гөлләмәләр бүләген.
Көҙҙәр еткәс, эңер төшкәс,
Ошо уйҙар биләй күңелемде.
Ә йөрәк бит һис ҡартаймай,
Көтәм әле ап-аҡ ҡышымды.
Миңнира СӘХӘПОВА.
Түбәнге Төкөн ауылы.

Көҙгө урманда
Көҙгө матурлыҡҡа һоҡланып,
Йөрөйөм әле урманда.
Көҙ артынан ҡыш килер,
Йөрөп булмаҫ буранда.
Көҙ етһә лә ағастар
Ғорур баҫып торалар.
Япраҡтар теләмәй генә
Берәмләп ҡойолалар.
Ә төҫтәрҙең төрлөлөгө
Күҙҙәрҙе ҡамаштыра.
Йәшел, һары, ҡыҙғылт төҫтәр
Үҙенә тартып тора.
Бына бөҙрә, һылыу ҡайын
Кейгән йәшел күлдәген.
Берәм-һәрәм һары япраҡ
Үҙгәртә уның биҙәген.
Уттай янып, миләшкәйем
Саҡырып тора үҙенә.
Ә тегендә ҡыҙғылт ҡына
Ниндәй ағас күренә?
Гөлйемеш ағасы икән
Ҡыҙғылт-һары япраҡта.
Һоҡланып күҙҙәр туя алмай
Шул ҡәҙәр матурлыҡҡа.
Көҙҙө моңһоу тиһәләр ҙә,
Күрҙем көҙ матурлығын,
Арындым ауыр уйҙарҙан,
Артты ғына шатлығым.
Әлиә Рәхимова.
Яңы Ҡыйышҡы ауылы.

Көҙ
Ялҡынланып янған уттай көҙҙө
Эй, көткәнмен икән һағынып.
Әсе елдәре лә йылы тойола
Киткән саҡта битемә ҡағылып.
Моңһоу ғына көҙҙөң сихри көйөн
Тыңлайым мин күңелем өҙөлөп.
Ямғыр яуа, көнө һалҡын тиеп
Ултырмайым һис тә көйөнөп.
Ана үтеп бара күкһел болот
Киңлектәрҙә асып елкәнен.
Ултырыр ҙа мин дә йөҙөр инем,
Белмәй ҡалдым ҡайҙа киткәнен.
Шул болоттар араһынан ҡайсаҡ
Өләшә ҡояш һүлпән нурҙарын.
Йылытамын шул нурҙарға һоноп
Өшөп ҡалтыраған ҡулдарым.
Йәлләмәйсә төҫлө буяуҙарын,
Гүйә, рәссам һүрәт төшөрә.
Сағыу төҫтәргә ул мансый-мансый
Тылсымлы бер эшен бөтөрә.
Зөһрә КИЛДИНА.
Ибраһим ауылы.

Өс һүҙ
Донъяла һүҙҙәр бик күп,
Иң ҡәҙерлеһе өсәү:
Әсәй, тел һәм дә иман.
Кешелеккә ул өндәү:
Әсәй – ул беҙҙең еребеҙ,
Еребеҙҙе яҡлайыҡ.
Тел ул – дуҫлыҡ, берҙәмлек,
Телебеҙҙе һаҡлайыҡ.
Иман бит ул – йәшәү нуры,
Халыҡҡа таратайыҡ.
Ҡанға һеңгән был өс һүҙҙе
Күҙ ҡараһындай һаҡлайыҡ.
Бурысым юҡ бер кемгә лә,
Йәшәү көсө бит ул изгелек,
Белгән доғаларҙы ҡабатлайыҡ.
Иҫкермәй ул доға, мәңгелек.
Эй, бәндәм, һин үҙ-үҙеңде
Дауаласы дин менән.
Ураҙа тот, намаҙ уҡы,
Рәхмәттәр ал кешенән.
Баш осомда бер Аллам,
Эргәмдә - фәрештәләр.
Ауыр саҡтар булып китһә,
Улар бирә кәңәштәр.
Китә күңелемдән тау-тау ҡайғы,
Барлыҡ борсолоуҙан пакланам.
Алламдан көтәм сикһеҙ рәхмәт,
Әллә нәмәләрҙән һаҡланам.
Эй, дуҫтарым, һеҙгә әйтәм,
Минең һүҙҙәрем ябай:
Иң ҡәҙерле был өс һүҙҙе
Беҙ онотмайыҡ, давай!
Мәрүәр ИШМОРАТОВА.
Яңы Бишауыл ауылы.


Көҙгө һағыш
Бына килде бай уңышлы көҙ ҙә
Алтын япраҡтарға төрөнөп.
Иртәләре томан, ҡыҫҡа төндәр,
Болот һыҡтай никтер бойоғоп.
Килде инде көҙҙәр, артта ҡалды
Гөл-сәскәле йәмле йәй айы.
Уҙған миҙгел мине уйға һала,
Тәбиғәттең була шул үҙ яйы.
Кеше ғүмере лә шулай бит ул:
Йәйҙәр үткәс, килә көҙҙәре.
Күңелемдә һаман шаян малай уйы,
Йәш ҡыҙҙарҙа һаман күҙҙәрем.
Шау сәскәле йәйҙәремдә тибә
Һөйөү көткән ҡайнар йөрәгем.
Тормошома яңы мәғәнә һибеп,
Һиҙҙермәйенсә килә көҙҙәрем.
Рәшит ХӨСӘЙЕНОВ.
Ҡустығол ауылы.

Риза булыу
Риза булыу, шөкөр итә белеү
Һуңлабыраҡ ҡаҡты ишеген,
Төрлө мәлдәр була тормошоңда,
Яҙмыш нисек бүлгән өлөшөн?
Артҡа ҡарап, уйҙар ҡосағында,
Иҫкә төштө һөтһөҙ сәйҙәрем.
Шөкөр итә белеү - сәбәптәрен сисә,
Булған да һуң матур саҡтарым!
Тапҡан малды арттыраһы килә,
Кәм булмаһын донъя йөгөнән,
Уттан алып - һыуға ырғытһынмы?
Арығайным йонсоу төҫөмдән...
Ризалыҡтан - күңел таҙарына,
Ҡиммәтлеген теҙә мәлдәрем.
Ваҡыт етмәҫ кеүек шиккә батам.
Көн яҡтыһы баҙлай төндәрен...
Римма Санъярова.
Өфө ҡалаһы.

Уртаҡ йондоҙобоҙҙо тап
Уйҙарыңа әгәр һинең килеп инһәм,
Иҫкә алһаң уртаҡ таңдарҙы,
Йондоҙҙарға күтәрелеп ҡара,
Эҙләп тап һин беҙҙең йондоҙҙо.
Әйтелмәйенсә ҡалған һүҙҙәреңде,
Күңелеңдә булған хистәрҙе –
Һин барыһын шул йондоҙға һөйлә,
Ә мин унан ҡарап белермен.
Мин белермен һинең хәлдәреңде,
Иҫкә алып бергә саҡтарҙы.
Онотоп булмай торған күҙҙәреңде,
Һинең наҙлы, йылы ҡулдарҙы.
Йылдар үтеп, күпме юлдар үтеп,
Ғүмеремдең көҙө килгәндә
Барыһы ла кисә генә һымаҡ,
Барыһы ла минең иҫемдә.
Ышанмаҫмын, әгәр берәйһе килеп,
Ул онотҡан һине, тиһәләр.
Шул саҡтарҙы онотоп буламы ни,
Дауыл уйнап, елдәр иҫһә лә.
Онотоп булмай торған йәшлек яҙы –
Ғүмеремдә тормош тотҡоһо.
Әгәр һинең иҫтәреңә төшһәм,
Эҙләп тап һин уртаҡ йондоҙҙо.
Фаяз Атнағолов.
Һәүәләй ауылы.

Автор:
Читайте нас: