Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Әҙәби гөлләмә

Ҡырмыҫҡалы районы ҡатын-ҡыҙҙары шиғырҙарынан матур гөлләмә

Әҙәби гөлләмә
Әҙәби гөлләмә

Шул ғына...
- Һин ҡыйыуһың, - ти ҙә тораһығыҙ,
Мине белмәгәндәй, дуҫтарым,
Тимәк, һиҙмәйһегеҙ, ҡайһы саҡта
Нисек тирләп сыға устарым.
Күп ваҡытта яңғыҙ тороп ҡалам,
Үҙемә тик үҙем – терәгем,
Белмәйһегеҙ, бындай ауыр хәлдә
Нисек йомарлана йөрәгем.
Һеҙ һоҡланып ҡараш йәшергәндә,
Оҡшаһам да ҡая ташына,
Үҙем генә беләм, ошо мәлдә
Нисек ҡан һикерә башыма.
Минең дә бар икеләнгән сағым,
Абынғаным, бешеп-туңғаным.
Нисек булһа, шулай йәшәп үттем,
Ләкин ҡурҡыу ҡоло булманым.
Ситтән ҡарап күҙәткәндәр өсөн
Минең тормош шыма, уң ғына.
Ҡыйыу түгелмен мин. Бер туҡтауһыҙ
Ҡурҡыуымды еңәм – шул ғына.

Һәр көн һайын
Һуңғы көн йәшәгән кеүек
Йәшәһәк әгәр,
Әрәм-шәрәм үтмәҫ ине
Ваҡыт был ҡәҙәр!
Һуңғы тапҡыр күрәм тиһәк,
Рәнйетмәҫ инек,
Бер кемде лә яңылыш та
Кәмһетмәҫ инек.
Һоҡланыр инек донъяға
Тәү күргән кеүек,
Хис-тойғоно әйтер инек
Тәү күргәндән үк.
Аҡтыҡ тапҡыр күрешкәндәй,
Асылһын ҡосаҡ,
Башҡаларға йылы биреп
Дөрләһен усаҡ.
Һәр көн һайын – ғүмер буйы,
Яҙ, йәй, көҙ, ҡыштар,
Үлемһеҙҙәй хыялланып
Йәшәйек, дуҫтар!
Фирүзә Абдуллина.
Иҫке Бәпес ауылы.


Аҡ пароход
Ағиҙелдә аҡ пароход
Уҙып китте ҡысҡыртып.
Үтеп барған ваҡыттарҙы
Булмай икән туҡтатып.
Аҡ пароход талғын йөҙә
Ағиҙел уртаһынан.
Йәшлектәге тәүге һөйөү
Сыҡмай шул уйҙарымдан.
Эре тулҡындарҙы ярып,
Пароход алға бара.
Һыҙлай, ваҡыттар үтһә лә,
Йөрәктә ҡалған яра.
Аҡсарлаҡтар урап оса
Ағиҙел өҫтәренән.
Йәшлегемдең бер көнө лә
Юйылмай иҫтәремдән.
Ғәлимә Тимерғазина.
Ҡырмыҫҡалы ауылы.


Һауаларға уҡ сойорғоттом
"Һауаларға уҡ сойорғоттом,
Ҡарлуғасҡа тейҙе уҡҡынам"...
                  Салауат Юлаев.
Һауаларға уҡ сойорғоттом,
Уҡҡынайым тейҙе ҡаяға.
Ир-егеткәй менән бөркөт ҡоштоң
Бәхеттәре икән ҡайҙарҙа?
Ир-егеттең бәхете
Кендеккәйен киҫкән ерҙәлер.
Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет асҡысы
Ҡурҡыу белмәҫ ҡыйыу ирҙәлер.
Һауаларҙа осҡан бөркөт
Текә ҡаяларҙы иңләйҙер.
Ирмен тигән батыр ир
Бөркөт ҡошҡа үҙен тиңләйҙер.
Гөлнара Иҫәнғолова.
Ҡарлыманбаш ауылы.


Шөкөр итә беләйек!
Хоҙай кешегә бар нимәне
Һынар өсөн бирәлер.
Уның нисек йәшәгәнен
Ул, ахыры, күрәлер.
Иң беренсе ғүмер бирә
Дөрөҫ итеп йәшәргә.
Иҫәнлеген дә бирә ул
Дер һелкетеп эшләргә.
Бәхетен дә бирә Хоҙай
Ҡәҙерен белгәндәргә.
Риза булып йәшә генә
Өлөштәге көмөшөңә.
Тик әҙәм балаһы үҙенсә
Уйлай йәшәү тураһында.
“Нисек кәрәк, шулай йәшәйем
Йүгән бит үҙ ҡулымда”.
Шулай уйлап һиҙмәй ҡала
Дөрөҫ юлдан яҙғанын,
Шул ваҡытта ярҙам һорай
Ул Хоҙайҙан ялбарып:
“Эй, Хоҙайым, ғүмер биргәс,
Ярҙамыңдан айырма,
Тормош матур, пландар ҙур,
Ҡанатымды ҡайырма”.
Ә Хоҙай бирә ярҙамын
Тик шөкөр иткәндәргә,
Риза булып, Хоҙайға
Рәхмәт әйткәндәргә.
Әлиә Рәхимова.
Яңы Ҡыйышҡы ауылы.


Әсә һәм бала
Шар ғына түгел еребеҙ,
Урман да дала ғына.
Был донъяла ике йән бар –
Әсә лә бала ғына.
Ҡышҡы һалҡын көндәр үткәс,
Бурандар ҙа баҫыла.
Һәр бер баланың теле
“Әсәйем”, - тип асыла.
Әсә бит ул ғүмер бүләк итә,
Яҡшылыҡҡа өйрәтә.
Илһам нуры, мәрхәмәтлек
Күңелдәргә ул сәсә.
Әсәйҙәрҙең әйткән һүҙе
Балаға бигерәк кәрәк.
“Сәләмәт, бәхетле бул, балам –
Минән һиңә шул теләк.
Сәфәр сыҡһаң, әсәй оҙатып ҡала
Арҡаһынан һөйөп улдарын:
“Хызыр Ильяс һеҙҙе етәкләһен,
Уңып ҡайтһын, балам, юлдарың”.
Мәрүәр Ишморатова.
Яңы Бишауыл ауылы.


Ғүмер
Тормош шундай матур - тоя белһәң
Һәр минутын, көнөн, аҙнаһын.
Күңел дәрте менән ҡанатланып
Аҡыл һуҡмағынан атлаһаң.
Аңың менән күрһәң һәр секундтың
Ҡабатланмаҫ бер мәл икәнен.
Эй ҡәҙерләр инек Хоҙай биргән
Ғүмер тигән сәғәт телдәрен.
Һәр кемебеҙ үтә үҙ тормошон
Талғын ғына яһап аҙымдар.
Киләсәк тә, күрәсәк тә беҙҙең
Ғүмер дәфтәренә яҙылған.
Үткән ваҡыт инде ҡабатланмаҫ
Тек-тек атлай сәғәт телдәре.
Яҡтылыҡҡа бағып кемдер килә,
Мәңгелеккә китә кемдәрҙер.
Зөһрә килдина.
Ибраһим ауылы.

Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе
Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе,
Ул нәфис һәм дә батыр.
Милләт өсөн, иле өсөн
Бала өсөн йән атыр.
Милләткә афәт янаһа,
Ул тора алмаҫ сабыр.
Кәрәк икән ҡорал алып,
Дошманға ҡаршы барыр.
Ҡатын-ҡыҙ гүзәл зат ул,
Ҡосағы тундан йылы.
Күңелендә олоғайғас та
Яңғырай бишек йыры.
Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе,
Һинең байлыҡ - балалар.
Һиңә хатта башын эйә
Ғорур, бейек ҡаялар.
Раушания Хөсәйенова.
Иҫке Муса ауылы.

Өләсәй булдым
Көҙҙөң иң матур мәле,
Өләсәй булдым әле.
Күңелемдең мөлдөрәмә
Шатлыҡҡа тулған мәле.
Ҡартлыҡты маҡтамаһалар ҙа,
Насар ҙа түгел инде.
Ейәнсәр-ейәндәр үҫә,
Шатлыҡ биләй күңелде.


Әсәйемә
Әсәйем минең Рауза
Шәрипҡолдан Йомранға
Килен булып төшкән.
Уның быуынсы булыуын
Хәтерләйҙер әле күптәр.
Ойоҡбаштар бәйләй ине
Йомшаҡ ҡына ап-аҡ йөндән.
Быуын ултыртыу серенә
Өйрәндең икән һин кемдән?
Кофталарҙы бәйләй инең,
Сәскәләрен сүпләп-сүпләп.
Әле һаман туҙмағандар
Туғандарым кейгәс ипләп.
Ауыр сирҙәр һине беҙҙән
Алып китте бигерәк иртә.
Һине юғалтыу һағышы,
Йөрәктәрҙе һаман өтә.
Исемең дә әсәй матур ине -
Рауза бит сәскә исеме.
Тик сәскәбеҙ иртә һулыны шул,
Ожмах булһын һинең урының.
Сажиҙә ӘХМӘҘИЕВА.
Ибраһим ауылы.

Тамырҙары һин - йәшәү-сығанаҡ
Ҡараштарым көтмәгәндә генә
Төштө бына тәҙрә, гөлдәргә.
Гөлдәрҙе мин шул саҡ тиңләнем
Илаһи нур - гүзәл әсәләргә.
Тәҙрә гөлдәрем, сәскә шау ғына,
Һыуҙар һибәмен көн дә үрелеп.
Тибәлер һымаҡ һинең һулышың,
Әсәй, бәғ(е)рем, бөрөгә тулып.
Тамырҙары һин - йәшәү-сығанаҡ,
Сәскәһе ул беҙ - йәшәүгә биҙәк.
Тәҙрә төптәрен бер ҙә һулытмам,
Әсәләр ғүмерен гөлдәргә тиңләп.


Был исемде ҙурлап йәшәйек
Үҙ ҡулдарым менән сәскән гөлдәр
Бүләк итәм һеҙгә был көндә.
Фәрештәләр изге доға ҡылыр,
Һеҙҙе ҙурлап сихри был төндә.
Әсә бөйөк изге исем бит ул,
Йәшәүҙәргә йәмдәр өрөүсе.
Киләсәкте күҙләп, хәстәрләп,
Донъяларға нурҙар һибеүсе.
Әсә булыу - Хоҙай бүләге ул,
Был исемде ҙурлап йәшәйек.
Балам, тиеп, илем, тиеп,
Йәшендәрҙәй йәшәп йәшнәйек.
Әсә ил тотҡаһы - оло асҡыс,
Илем-телем ишектәрен асыусы.
Йылы наҙҙар, рухи көстәр биреп,
Етәкләп тә алып барыусы.
Миңнифә Батталова.
Үтәгән ауылы.


8 Март менән!
Беҙҙең илдә ҡатын-ҡыҙҙар
Балҡыған йондоҙ кеүек.
Һөйкөмлө лә, үҙе сибәр,
Баҡсалағы гөл кеүек.
Путин батша бирешмәһен,
Ныҡ әйтһен ул үҙ һүҙен.
Дошмандарға ҡаяу булһын
Уның әйткән һәр һүҙе.
Илдәребеҙ имен булһын,
Тыныс булһын күгебеҙ.
Байрамдар мөбәрәк булһын,
Һау булайыҡ үҙебеҙ!


Әсәй менән икәүләп
Әсәй менән еләк йыям,
Өлгөргән еләктәре.
Тулдылар ҙа инде күптән
Сәскәле силәктәре.
Әсәй, ҡара, силәктәрем
Тулдылар инде күптән.
Һай, минең ҡыҙым, уңғаным,
Һай, минең ҡыҙым үҫкән.
Әсәйемдең силәгенә,
Һалайым тип еләкте,
Бара инем, йығылып киттем,
Түгеп бөттөм еләкте.
Һай, булмаған ҡыҙ икән тип
Әсәйемдән эләкте.
Әсәй менән икәүләшеп
Ҡабат йыйҙым еләкте.


Өләсәйем йөн иләй
Өләсәйем йөн иләй,
Бейей ҡулында орсоҡ.
Тыпырсына, һикергеләй,
Йә китә осоп-осоп.
Кемгә ойоҡ бәйләйһең, тип,
Ләпелдәй кескәй ейән.
Миңә бәйлә, йәме, ти,
Өләсәһенә ҡарап.
Бәйләрмен бәләкәсем, ти,
Өләсәһе иркәләп.
Урааа, миңә ойоҡ бәйләй,
Ти, ейән һикергәләп.
Рәхмәт инде өләсәйгә,
Ойоҡтар йылы булды.
Хәҙер инде яҙға ҡәҙәр
Йылытһын аяғымды.
Динә Мөлҡаманова.
Бишауыл-Уңғар ауылы.

 

 

phonoteka.org һүрәте

Автор:
Читайте нас: