Даирә
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Әҙәби гөлләмә

Шиғри күңелле яҡташтарыбыҙҙың ижадынан гөлләмә тәҡдим итәбеҙ.

Әҙәби гөлләмә
Әҙәби гөлләмә

Яңы йылға теләктәрем
Аҡыҡ төҫлө ап-аҡ ҡарҙар яуа
Ойоҡһотоп ятҡан ҡырҙарға.
Мамыҡ шәлгә төрһөн ҡайындарҙы,
Йомшаҡ келәм япһын юлдарға.
Көмөш шишмәләрҙең моңон сыңлат,
Һандуғасын һайрат Һалпының.
Сырхауҙарҙы тамам һауыҡтыр һин,
Ғүмерҙәрен оҙайт ҡарттарҙың.
Тыуған көндән үк һин, яңы йыл,
Яуаплыһың заман алдында.
Һәр минутың һиҙгер, уяу торһон,
Донъя тыныслығы һинең ҡулыңда.

Орлоҡ сәскәндәй булам...
Өйөм дә иҫкергән инде,
Кәртәләрем емерек.
Мин һаман алға атлайым,
Ауырлыҡтарҙы еңеп.
Эшем дә бик ауыр түгел –
Үҙем һайлаған һөнәр.
Йәй булһа, ҡорттар ҡарайым,
Ҡыш булһа, шиғыр яҙам.
Бөтәһенә ҡәнәғәтмен,
Һаулығым бар, Хоҙайым.
Бар халыҡтарҙың күңеле
Изгелек менән тулһын.
Шиғырҙарым кешеләргә
Рухи байлыҡ өләшһен.
Дуҫ-иштәрем, бар кешеләр
Татыулыҡта йәшәһен.
Шиғырҙарым әйткән кеүек:
Беҙ бит әле бик кәрәк.
Кемдәргә – оло йыуаныс,
Кемдәргә була терәк.
Ҡулдарыбыҙ – беҙҙең ҡорал,
Тик уларға ҡуш ҡына.
Шиғыр яҙһам, кеше күңеленә
Орлоҡ сәскәндәй булам.
Мәрүәр Ишморатова.
Яңы Бишауыл ауылы.


Юлбарыҫты ҡаршылап
Бына тағы йыйылдыҡ беҙ,
Ҡупшы шыршы янына.
Ҡыҙҙар, малайҙар бейерҙәр
Башҡорт халыҡ көйөнә.
Ҡыш бабай ҙа елеп килә,
Аҡ толопҡа уранып.
Күстәнәстәр таратыр,
Ҡурайҙа уйнар йырлап.
Ҡарһылыу ҙа йырлар, бейер –
Бейеүсе дуҫ-иштәре.
Тылсым көткән балаларҙы
Хайран ҡалдырыр әле!
Йыл хужаһы юлбарыҫты
Ҡаршылайыҡ хөрмәтләп!
Ҡарҙар булып бәхет яуһын,
Йылым булһын мөбәрәк!


Ҡыш бабай
Көмөш нурға сорнап тирә-йүнде,
Пар толпарын егеп Ҡыш бабай,
Йыһан буйлап, юлдар һалып,
Урман-яландарҙы йөҙ урай.
Аттарҙа елә Ҡыш бабай,
Һылыуы ла уның йәнәшә.
Аҡ мамыҡтан ергә юрған яба,
Үҙе ҡоштар менән серләшә.
Селтәр санаһының артынан
Ҡалын билбау булып эҙ ҡала.
Юлының уң, йә һул яғына
Күстәнәс тә теҙеп ул бара.
Ҡара ерҙе төрөп аҡ биләүгә
Йоҡларға ла һалып ҡуялар.
Имән, ҡайын, йүкәләргә
Килештереп, күлдәк тегәләр.
Шыршылар күптән кейенеп
Суҡлы шәлдәр бөркәнгән
Күбәләкләп яуып ҡарҙар
Урман ҡырҙы биҙәгән.
Йырҙар йырлап, әкиәт һөйләп,
Урмандарҙы мең урай.
Урман һылыуы шыршыға
Ҡул һуҙырға юл ҡуймай!
Тәнзилә Абдрахманова.
Ҡарлыманбаш ауылы.


Буйһонмайынса әсе яҙмышҡа
Осор ҡоштар оса, һауаларҙы ҡоса,
Ҡанаттары елгә ҡағыла.
Мин дә осор инем ҡоштар менән бергә,
Тик ҡанаттарым юҡ ҡағырға.
Аға һыуҙар, аға, тулҡындарын ҡаға,
Даръяларға барып ҡушыла.
Мин дә ағыр инем һыуҙар менән бергә,
Ҡаршы елдәр иҫмәһә ҡаршыға.
Яуа ҡарҙар, яуа, ябалаҡлап яуа,
Һауаларҙы ҡаплап, томалап.
Мөмкин булһа, мин дә йөрөр инем күктә,
Ябалаҡлап, ҡарҙай уйнаҡлап.
Иҫә елдәр, иҫә, юлдарымды киҫә,
Хыялдарым ашмай тормошҡа.
Ниҙәр эшләһәң дә, мөмкин түгел икән
Буйһонмайынса әсе яҙмышҡа,
Буйһонмайынса әсе яҙмышҡа.
Динә Мөлҡаманова.
Бишауыл-Уңғар ауылы.


Аллаға шөкөр!
Иртәнсәккәй күҙем асам – Аллаға шөкөр,
Ҡояш нурында ҡойонам – Аллаға шөкөр.

Аяғым йөрөй, тороп баҫам – Аллаға шөкөр,
Һәр ағзам үҙ урынында – Аллаға шөкөр.

Һындырып алып икмәк ҡабам – Аллаға шөкөр,
Тулы табын, тулы тормош – Аллаға шөкөр.

Балаларым иҫән-имен – Аллаға шөкөр,
Һау-сәләмәт туғандарым – Аллаға шөкөр.

Баш осомда зәңгәр күгем – Аллаға шөкөр,
Ҡыуанып үтә һәр минутым – Аллаға шөкөр.

Яҡты көнгә рәхмәтлемен – Аллаға шөкөр,
Тик изге теләктәрҙәмен – Аллама шөкөр!


Күктән төшкән фәрештә
Әсәләрҙең һүҙе – иң изге һүҙ –
Ҡурсалайҙыр ауыр саҡтарҙа.
Әсә һүҙе беҙҙе аҡлай, һаҡлай,
Бик кәрәктә һүҙҙәр яҡлай ҙа.
Әсәләрҙең ҡулы – иң йомшаҡ ҡул,
Иңдәребеҙ тоя һөйөүҙе.
Һыпырып ташлай ошо йылы ҡулдар
Тән, йән тойған яныу-көйөүҙе.
Әсәләрҙең эше – иң изге эш,
Улар беҙгә ғүмер бирәләр.
Тәү күреүҙән башлап шул баланы
Үҙәге өҙөлгәнсе һөйәләр.
Әсәләрҙең йәне – иң изге йән,
Урындары йөрәк түрендә.
Ҡылған ғәмәлдәре юғары, бөйөк,
Күктән төшкән улар фәрештә.
Зөһрә КИЛДИНА.
Ибраһим ауылы.


Тәҙрәләрҙе шатлыҡ ҡына ҡаҡһын...
Өр-яңы йыл килә еребеҙгә,
Ергә ябып ап-аҡ юрғанын.
Яңы йылда барлыҡ кешеләргә
Аҡ бәхеттәр генә юрайым.
Ҡыш бабай килә байрамға,
Етәкләп Ҡарһылыуын.
Ҡарһылыу бөгөн донъяла
Һылыуҙарҙың һылыуы.
Илебеҙҙең күге тыныс булһын!
Таңдарыбыҙ бер үк имен атһын!
Балаларын көткән әсәләрҙең
Тәҙрәләрен шатлыҡ ҡына ҡаҡһын.
Өр-яңы йыл бәхет алып килһен,
Емерелеп үҫһен игендәр.
Йәш егеттәр кәләш әйттерһендәр,
Һыу башлаһын йәп-йәш килендәр.
Өр-яңы йыл килә еребеҙгә,
Ергә ябып ап-аҡ юрғанын.
Яңы йылда барлыҡ кешеләргә
Аҡ бәхеттәр генә юрайым.
Сажиҙә ӘХМӘҘИЕВА.
Ибраһим ауылы.

 

 

 

Һүрәт: phonoteka.org

Автор:Ильнара   Хакимова
Читайте нас: