Даирә
+11 °С
Облачно
Әҙәбиәт
13 Сентября , 16:51

Мәүлиҙә әбейҙең аяныслы яҙмышы (Булған хәл)

Мәүлиҙә инәй беҙҙә өс көн самаһы торҙо. Өләсәйем менән икеһенең һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Ике әбей рәхәтләнеп, сөкөрләшеп сәй эсте, төрлө оҙон хәтирәләргә төштө...

Мәүлиҙә әбейҙең аяныслы яҙмышы (Булған хәл)Мәүлиҙә әбейҙең аяныслы яҙмышы (Булған хәл)
Мәүлиҙә әбейҙең аяныслы яҙмышы (Булған хәл)

Мәүлиҙә инәй беҙҙә өс көн самаһы торҙо. Өләсәйем менән икеһенең һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Ике әбей рәхәтләнеп, сөкөрләшеп сәй эсте, төрлө оҙон хәтирәләргә төштө... Бына шул саҡ Мәүлиҙә әбейҙең ниндәй аяныслы хәлдә йәшәүен үҙенән ишетеп, хайран ҡалдым. Донъяла шундай яһил, ҡурҡыныс ҡатындар ҙа буламы икән ни, тип аптыраным... "Эй, Нәфисә (минең өләсәйем), һин ниндәй бәхетлеһең: ҡартайған көнөңдә ҡыҙың менән кейәүеңдең түрендә генә ултыраһың, ҡәҙер-хөрмәт күреп йәшәйһең. Ә беҙҙең килен бигерәк аҙҙы. Ниндәй генә һүҙҙәр менән битәрләмәй. Ныҡ туҡмай, башыма ғына һуға. Тәнемдә күк булһа, улыма күрһәтер, ошаҡлар, тип уйлайҙыр инде..."

Беҙҙең районда булған бик аяныслы тарих тураһында яҙып үтергә теләйем. Бәлки кемгәлер, айырыуса йәштәргә фәһем, һабаҡ булыр. Өс көнлөк кенә ошо фани донъяла бер-беребеҙгә ихтирамлы, иғтибарлы, бигерәк тә өлкәндәргә миһырбанлы булып, изгелектәр генә эшләп йәшәргә ынтылһаҡ ине...

Әсәйемдең тыуған ауылында, өләсәйемдең күршеһендә генә бер ғаилә йәшәне. Беҙ өләсәйгә йыш барғас, Мәүлиҙә инәй менән Ғабдулла олатайҙы ла яҡшы белдек. Шул тиклем изге, йомшаҡ күңелле, ярҙамсыл кешеләр ине. Мәүлиҙә инәй өләсәйемдән йәшерәк булһа ла, улар күршеләр генә түгел, әхирәттәр кеүек аралашып, серләшеп йәшәне.

Бер мәл, миңә ун йәштәр тирәһе булғандыр, инәй менән олатайҙың улы өйләнде. Уларҙың ике бөртөк кенә балаһы булып, өлкән улдары бәләкәй сағында фажиғәле үлеп ҡалған ине.

Йәйге каникул булғас, күршеләрҙә туй үткән көндәрҙә мин өләсәйемдә инем. Шул тиклем матур, күңелле байрам булды ул! Башҡа балаларға эйәреп, мин дә туйҙы күҙәттем, еңгәй бүләге алырға ла барҙым. Аҡ күлдәктәге йәш кәләштең һылыулығына иҫем китеп ҡарап тороуым әле лә хәтерҙә, шул тиклем сибәр ине ул!

Йәш ғаилә ауылда төпләнде. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булған, бухгалтер булып эшләгән Ғабдулла бабайҙың һүҙе үтемле, үҙе абруйлы булғандыр: бер йәй эсендә үҙҙәренең эргәһендә, шул уҡ ихатала ҡарағайҙан өр-яңы йорт күтәреп тә ҡуйҙылар. Шулай ҡайны менән ҡәйнә һәм йәш пар бер ихатала, әммә һәр ҡайһыһы үҙ йортонда йәшәй башланы.

Өсмө, дүртме йыл үтеүгә Ғабдулла бабайҙың мәрхүм булып ҡалғанын ишеттек. Яңғыҙ ҡалған Мәүлиҙә инәй өләсәйемә тағы ла нығыраҡ яҡынайҙы.

Минең йәйҙәрем элеккесә өләсәйем янында үтте. Шул ваҡытта Мәүлиҙә инәйҙең беҙгә инеп, илаулап һөйләгән хәбәрҙәрен ишетергә тура килә ине. “Был килен ҡайныһынан ғына үтә алмаған икән. Бабай изге күңелле, ләкин тура һүҙле булды. Әйтһә, ныҡ итеп бер генә әйтер ине. Әле бигерәк холоҡһоҙ ҡылана башланы әле ул был килен”, – тигән хәбәрҙәре ҡолағыма йыш салынды. Шулай ҙа, өлкәндәр араһына ҡыҫылып, күрше инәйҙең ни өсөн киленен яратмауын өләсәйемдән һорашҡаным булманы, “Шундай матур еңгәйҙең нимәһе оҡшамай икән?” тип кенә уйлай инем.

...Йыл артынан йыл үтте. Мин мәктәпте тамамлап, сит ҡалаға уҡырға инеп, һөнәр алып, шунда төпләндем. Өләсәйем дә олоғайҙы. Әсәйем менән атайым уны үҙҙәре янына күсереп алды. Әммә тыуған ауылын, йәшәгән өйөн һағына ине ул, шуға күрә йәйгеһен ауылына барып, туғандарында ҡунаҡ булып, күңелен баҫып ҡайтыр ине. Мәүлиҙә күрешеһенә лә инеп, хәл белешеп ҡайта торғайны.

Әсәйем менән өләсәйемдең үҙ-ара һөйләшеүенән Мәүлиҙә инәйҙең ауыр хәлдә йәшәүен йыш ҡына ишетеп йөрөргә тура килде. Бер мәл, тап мин ауылда саҡта, беҙгә Мәүлиҙә инәй килеп инде. Элекке матур, көләкәс ҡатынды танырлыҡ та түгел ине. Үҙе һыр бирмәҫкә, күңелле итеп һөйләшергә тырыша, ә ҡарашы шундай моңһоу, һағышлы.

– Күрше Ғәлимйән һеҙҙең ауылға барам тигәс, ултырҙым да киттем. Хәл белеп, донъя күреп ҡайтайым әле, тинем, – тине, аҡланғандай.

Мәүлиҙә инәй беҙҙә өс көн самаһы торҙо. Әсәйем менән атайым уны ихлас ҡунаҡ итте, мунса яғып төшөрҙө. Ә өләсәйем менән икеһенең һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Ике әбей рәхәтләнеп, сөкөрләшеп сәй эсте, төрлө оҙон хәтирәләргә төштө... Бына шул саҡ Мәүлиҙә әбейҙең ниндәй аяныслы хәлдә йәшәүен үҙенән ишетеп, хайран ҡалдым. Донъяла шундай яһил, ҡурҡыныс ҡатындар ҙа буламы икән ни, тип аптыраным...

– Эй, Нәфисә (минең өләсәйем), һин ниндәй бәхетлеһең: ҡартайған көнөңдә ҡыҙың менән кейәүеңдең түрендә генә ултыраһың, ҡәҙер-хөрмәт күреп йәшәйһең. Ә беҙҙең килен бигерәк аҙҙы. Ниндәй генә һүҙҙәр менән битәрләмәй. Ныҡ туҡмай, башыма ғына һуға. Тәнемдә күк булһа, улыма күрһәтер, ошаҡлар, тип уйлайҙыр инде, – тип күҙ йәшен түкте Мәүлиҙә әбей.

– Ни сәбәпле улай ҡылана һуң? Нимәгә риза түгел? – тип аптырап һораны әсәйем.

– Эй Аллам, бер нәмә менән дә риза түгел шул. Улымды әрләй, йүнһеҙ итеп үҫтергәнһегеҙ, кешеләр икешәр ҡатлы йорт һала, сит ил машинаһы ала, ә һинең улың атаһы төҙөгән әҙер йортта йәшәй, аҡса таба белмәй, ти. Улыбыҙҙы, яңғыҙ тип, иркәләтеберәк тә үҫтергәнбеҙме икән? Бигерәк йомшаҡ күңелле шул. Шулай ҙа кеше эшләгән аҡсаны таба, донъяһын баға. Бер көн дә эшһеҙ торғаны юҡ, әле район үҙәгенә йөрөп эшләй, һаҡта ултыра. Себер яҡтарына ла барып эшләп ҡараны ул, тик һаулығы арҡаһында кире ҡайтты. Улым бигерәк йыуаш шул, киленгә ҡаршы һүҙ әйтмәй. “Ҡәйнәм яңылыша, бутап, уйлап сығарып һөйләй”, – тип улымды үҙенең яғына бороп алған тиһәң дә була. Ул ғына түгел, балаларҙы ла миңә ҡаршы ҡотортоп бөттө. Айырыуса өлкән ҡыҙы яман, мине өләсәй ҙә тимәй, теге ҡортҡа тип һөйләй. Кеше әйтһә, ышанмаҫ инем, үҙ ҡолағым менән ишеттем... Ә бит ғүмер буйы шул балалар тип кенә йәшәнем. Бүләгенән, тәмле-татлыһынан өҙмәйем. Әммә килен дә, балалар ҙа шуға ла риза түгел.

– Эй, Мәүлиҙә апай, улай йәшәп булмай бит. Ҡарт көнөңдә бер ҙә тыныслыҡ күрмәйһең икән... Нимә эшләргә булыр икән? – тип әсәйем ҡайғырып китте.

– Әллә инде... Ҡарттар йортона барайым да ҡуяйым, тип уйлайым ҡайһы берҙә. Кешенән оят бит әле. Эргәһендә улы менән килене йәшәп, ҡарттар йортона киткән, тиерҙәр инде. Улыма бер-ике тапҡыр әйткәйнем, “Һиңә нимә оҡшамай? Өйөң йылы, ашарыңа бар, пенсияң килеп тора. Кеше көлдөрөп, беҙҙе оятҡа ҡалдырырға итәһеңме?” – тине лә ҡуйҙы. Бына шулай, тамуҡ утында йәшәйем, – Мәүлиҙә инәйҙең йыйырсыҡлы бите буйлап йәштәре тәгәрәне...

Өс көндән ул ҡайтып китте. Әсәйем: “Аҙна аҙағынаса беҙҙә бул әле, ял көнө үҙебеҙ алып барырбыҙ”, – тиһә лә, сыҙаманы. “Балалар яратмаҫ оҙаҡлап йөрөгәнде. Былай ҙа берәйһенә барһам, килен: “Ҡайҙа хәйерселәп йөрөнөң? Тағы мине сәйнәнеңме?” – тип ажғырып ҡаршы ала”, – тине ул бошонҡо ғына итеп.

Мәүлиҙә әбей ҡайтып киткәс, әсәйем менән атайым яҡын арала уларға барып, улы һәм килене менән һөйләшеп ҡарарға, әгәр был да ярҙам итмәһә, әбекәйҙе берәй интернатҡа урынлаштырыу сараһын хәстәрләргә һөйләште. Әммә улар өлгөрмәне...

Бер аҙнанан Мәүлиҙә әбейҙең мәрхүмә булғаны тураһында хәбәр килеп етте. Беҙ бергәләп, 90-ға етеп барған өләсәйемде лә алып, уны оҙатырға юлландыҡ. Әбейҙе бөтә ауыл менән хөрмәтләп мәңгелек йортона оҙаттылар...

Һуңынан төрлө хәбәрҙәр, имеш-мимеш тә ишетелде. Әбекәйҙе өлкән ейәнсәре этеп ебәргән дә, ул ҡулйыуғыстың осло тимер мөйөшөнә башы менән бәрелгән, ауыл фельдшеры менән әхирәт булған килене был хәлде йәшереп ҡалдырған, тип тә һөйләнеләр. Ысынмылыр, бушмылыр был хәбәр – уныһы беҙгә ҡараңғы... Һәр хәлдә, бер кем дә тикшереп йөрөмәне. Ихлас күңелле, алсаҡ, йомшаҡ һүҙле, көләкәс кенә Мәүлиҙә әбейҙең ғүмере шулай аяныслы тамамланды...

Был ваҡиғанан һуң өс йыл да ваҡыт үтмәне, бөтә районды ауыр хәбәр шаңҡытты: Мәүлиҙә инәйҙең килене менән ейәнсәре район үҙәгенән ҡайтып килгәндә, машина менән юлдан ситкә төшөп китеп, икеһе лә шунда уҡ йән биргән. Рулдә йәш ҡыҙ булған, улар әсәһе менән туйға кәрәк-яраҡ алырға барған, ҡыҙ кейәүгә сығырға йыйынып йөрөгән. Бына шулай ҡәйнәһен ҡыйырһытҡан килендең дә, өләсәһен кешегә һанамаған ейәнсәрҙең дә ғүмере йәшләй генә фажиғәле өҙөлөп ҡуйҙы...

Римма исемле ҡатын яҙып ебәргән тарих.

(Билдәле сәбәптәр арҡаһында исемдәр үҙгәртеп алынды).

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас