Әнисә әбей автобусҡа иң һуңғы булып инһә лә, ашыҡмай ултырҙы урынына, ентекләп салондағы кешеләрҙе ҡарап сыҡты. Халыҡ әбейгә иғтибар итмәне, ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙар ғына оло ҡатындың яҡшы ғына тунына ҡарап ҡуйҙы. Ә йәштәр тәҙрәгә текәлгән, кемеһе сумкаһын аҡтара, күбеһе телефондарына “сумған”. Әбей ашыҡмай ғына бәләкәй сумкаһын эргәһендәге буш урынға ҡуйҙы, яулығын сисеп сәсен ипләне, тиҙ генә көҙгөгә күҙ ташлап алды. Шунан сумкаһынан башланған бәйләмен сығарҙы.
– Инә-ә-әй, Әнисә инәй!
Тауышҡа әйләнде, автобустың ишек төбөндәге йәш, мыҡты ғына ир-егеткә яуапланы:
– Әү!..
– Инәй, мин сумкаңды багажға ҡуйҙым, водитель менән һөйләштем, туҡтағас Шамилгә сығарырға ярҙам итер.
– Ҡустың тощно ҡаршылаймы? Ярай, улым, рәхмәт төшкөрө, һау бул!
– Үҙеңә рәхмәт, инәй, хәйерле юл һиңә, ҡунаҡҡа килеп йөрө, киленең менән гел көтөп торабыҙ һине.
– Шулайҙыр инде, эйе. Ринат, онотма мин әйткәнде, бисәңде ҡаты тотор кәрәк, белдеңме?
Был һүҙҙәрҙе инде әбей ишектәр ябылды тигәндә генә әйтһә лә, Ринат ишетте, эстән генә “Әнисә инәй үҙенең репертуарында” тип йылмая биреп башын һелкте лә, йүгерә-атлай туҡталышҡа юлланды. Нефаз ҡуҙғалғас, халыҡ телефондарына тотондо, Әнисә лә күп уйламай кеҫәһенән ҙур ғына телефонын сығарҙы, ҡолаҡсаларын элеп алды. Автобустағы кешеләр араһында яңы пенсияға сыҡҡан ҡатын иң олоһо ине. Ҙур смартфон, заманса аксессуарҙары ауылдыҡы түгел, ҡала әбейҙәрендә һирәк, шуға йәштәр ҡыҙыҡһынып Әнисәгә текәлде. – Алло, сәләм, Кәримә, мин шөкөр, үҙең нисек, ә-ә-ә… м-м-м… шулай… Телефондан оҙаҡ һөйләшергә яратҡан Әнисә теге остағы Кәримәне саҡ ҡына тыңланы ла, һүҙен бүлеп үҙенекен һөйләй башланы. Әбейҙең тауыш көр шул, ололарса яй һөйләһә лә.
– Мин Ринаттарҙан, Мөнирә апайымдың малайынан, ҡайтып киләм әле. Эйе, әйтәм, килен бер ҙә үҙгәрмәй, кейәүгә сығыуына биш йылдан ашыу, һаман беҙҙекеләрҙе үҙһенмәй. Шул инде, сразы миңә оҡшамағайны ул, Ринатҡа әйттем бит шым ғына, таныштырырға килтергәндә. “Бының үҙ һүҙлегә оҡшаған, һин сибиряк, аҡсаң күп, йәшһең, башҡаны эҙлә” тип. Юҡ, тыңламаны, хәҙер ыҙалай ана. Икенсе йылына килен уны Себерҙән ҡайтарып алды. “Йәш саҡта ир менән йәшәгем килә” ти, кит, шулай тип әйтеүе, оят, ыстрам.
Әбейҙең тауышы ролдәргә бүлешеп уҡыған пьесаны хәтерләтә, йә ирҙәрҙәй ҡалын тембр менән, йә ҡатын-ҡыҙҙарҙы эләкләп һөйләүе. Пассажирҙар берәм-һәрәм телефондарынан арынып, Әнисәне тыңлай башланы. Уныһы бәйләменә текләнеп, бер кемгә иғтибар итмәй, хәбәрен дауам итте.
– Рима киленде иҫләмәйеңме әллә? Ринаттың ҡустыһының, кем әле шул, эйе, Мөнирәнең кинйәһе Шамилдың туйында күрҙең бит уны. Һы, ниндәй тост әйткәндәрен иҫләйең икән. Эйе, саҡ ҡына ултырҙылар, бейенеләр, өс сәғәттән ҡайттылар ҙа киттеләр. Юҡ, Ринат таксила йөрөмәй, саҡыртып алдылар. Праваһы юҡ бит. Права тигәндәй, Шамил, былар ҡалала йәшәгәндә, ҡунаҡҡа килеп йөрөгән. Әрменән ҡайтып, аҡса эшләйем тип барғайны шунда. Кемгә тейең, шул Ринат абзыйына инде, ятаҡта бүлмәләре бар ине, үҙҙәренеке, кредитҡа. Нимәлә туҡтаным әле? Ә, шул Шамил үҙе машина алған, праваға уҡып ҡына йөрөгәндә. Үҙе йөрөгөһө килә икән, ә дәкүминт юҡ. Теге Ринат ағаһының праваһын кистәрен шым ғына урлап алып ҡалала йөрөгән. Фотола, ней, оҡшағандар бит. Юҡ, Ринаттар еңел машина тәки алманылар. Бүлдермә әле, һөйләп бөтөрәм, түҙ. Шамилды төнөн полиция туҡтатҡан, саҡ машинаһын тартып алмағандар, лишенйәгә эләккән, Ринаттың праваһын тотторған. Белмәйем, авария түгел, ҡағиҙә боҙған шикелле. Ағаһына әйтмәй генә йөрөгән дә ул, тик ҡайҙан белһен тағы ҙур ғына штрафтары килерен. Ҡустыһы менән нисек һөйләшкәндер, штрафты түләй ҙә алмаҫын белгәс. Ҡайны-ҡәйнәһенең аҡсаһын Римаһы алмайым тигән, Ринат та киреләнгән. Мөнирәләр туйға әҙерләнәләр ине шул йылы, аҡса еткерә алмайса. ...Кемдеке булһын, шул Шамилдыҡы. Ҡустыһы Ринатҡа штрафтың яртыһын биргән тейҙәр былай. Аңланыңмы ниңә туйҙа “Беҙҙән бүләк – ҡалған яртыһын ғәфү итәбеҙ” тигәнен?
Эйе, машинаһыҙ ҡыйын инде хәҙерге заманда, былай Рима әйтә: “Шамил ҡәйнеш беҙгә такси урынына хәҙер, айына бер-ике тапҡыр бензин хаҡына йөрөтә. Иномарка алабыҙ тигән аҡсаға бизнес асҡас” тей. Шамил ағаһы менән еңгәһенә ярап маташалыр инде. Ринат улым килен менән төрлө нимә менән һатыу итә. Ҙур ике теплицалары бар, йәшелсә-емеш үҫтерәләр. Шуға урын бушатам тип, былтыр таҡталарын һаттыларҙа инде. Бәләкәй банкаларға ҡайнатмалар тултырып, бәшмәк тоҙлап һаталар. Һин беләһеңме ҡарағай тубырсығынан ҡайнатма була икәнен? Эйе, тәмле, Рима килен һалып ебәрҙе, килеп сығырһың, тағы әллә нимәләр тултырҙы әле, сәй эсергә. Үҙе нисек алып барһын? Ринаттың “Гәзел”, килен бәләкәс бала менән. Эйе, икенсеһен тапҡандар. Исеме ҡыҙыҡ ҡына – Ниса, хәҙерге йәштәрҙе беләһең инде, әллә ҡайҙан ят исемдәр табалар. Тороп тор, минең икенсе линия, һиңә аҙаҡ шылтыратырмын. Әнисә телефонының экранына ҡарап алды. Автобустағы кешеләрҙең иғтибарын арбағайны инде был ҡатын. Берәүҙәр мыйыҡ аҫтынан йылмайып күҙәтә, икенселәр шыбыр-шыбыр бер-береһе менән шул турала һүҙ көрәштерә ине. Тик әбей генә, донъяһын онотҡандай, икенсе шылтыратыуға күсте.
– Иҫәнме, автобус яй йөрөй, юл да яҡшы түгел, ҡар яуа, күрәһең бит. Ярай әле икенсе көнөнә әбейең бар икәнен иҫеңә төшөрҙөң. Эйе, ҡаршылай. Ниңә ирешәйем мин? Шул Мөнирәнең киленен яҡлап нервыға тейҙең. Кемгә оҡшаған? Миңә? Юҡ, мин бер ҡасан да ундай булманым. Һы, әйтһә нимә булған, оло ҡәйнәм арттырып һөйләп йөрөгән ул ваҡытты. Мин уға әйттем әле: “Ирем менән тулы өйҙә түгел, бер үҙем йоҡлағым килә”, тип. Шуға сельсовет Рәсимә апай колхоз өйөн беҙгә бирҙе бит. Ниндәй йәш ғәиләгә ул ваҡыттарҙа айырым өй эләкһен? Әйттең инде, “бисә бисәне аңлар”, имеш. Йәнгә теймә, шул Ринаттың бисәһе тип, килен барыбер беҙҙән ятһына, үҙең әллә кемгә ҡуя. Хуш бул.
Пассажирҙар ике төркөмгә бүленде, шым ғына бәхәс ҡуйыртты. Берәүҙәр Әнисәне яҡланы, икенселәре хатта әбей яғына уҫал ғына ҡарап ҡуйҙы. Әнисә иһә үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә бәйләмен дауам итте. Арыу ғына ваҡытҡа салонда тынлыҡ урынлашты. Шул арала ҡайһы берәүҙәр йоҡлап та алды, ә автобус талғын ғына бәүелеп юлын дауам итте. Ҡышҡы ҡыҫҡа, яй ғына ҙур ҡар бөртөктәре ергә яуған көндә ныҡ ойота, йоҡоға баҫа шул.
Әнисә лә оҙаҡ ҡына ойоп ултырҙы. Телефонын сығарып экранына баҫҡайны, яңғырауыҡлы тауышына автобустағы халыҡтың йоҡоһо осто. – Эйе, тағы ла мин, һөйләп бөтөрмәнем әле, юл да оҙон. Нимәгә барҙы тиһеңме? Аҡса алып барҙым, “Самат түләмәһә судҡа бирәбеҙ” тей бит Рима килен. Бер аңлаһы килмәй шуның, эшенән ҡыуалар бит малайымды суд-мудҡа саҡыра башлаһалар. Уныһы, алйот, расписка яҙып ҡалдырған, килендең эшелер был, ике тыуғандар алыш-бирешендә лә дәкүминт таптырырға. Шул былтырғы ағас өсөн инде, тағы нимә булһын. Нимә? Һин дә Риманың һүҙен һөйләйһеңме, шул яҡлымы, ә? Ә, ярар улайһа. Нисек Самат таҡтаны кире килтерһен инде, быйыл йәй һатты бит инде. Эйе, шунан таштан аласыҡ төҙөнө. Октябрҙә: “Әсәй, беҙҙең ял итергә барырға йыйынғанды береһенә лә әйтмә, йәме”, – тип ниңә һорағанын яңы төшөндөм. Лилиә килен, түҙмәй диңгеҙҙәге фотоларын интернетҡа һалған бит. Шуларҙы күреп Рима килен ғауға ҡуптарҙы, кәнтәй, әйтмәгән һүҙем булһын. “Бурыстарын ҡайтарһындар, йәки таҡтаны кире бирегеҙ”, тигәндәр ҙә ҡалғандар. Самат аҡсаны ҡайҙан тапһын инде, машинаһын һатһынмы? Лилиә килен дә үҙенекен һатҡыһы килмәй. “Түҙегеҙ тағы ярты йыл тирәһе” тип аңлатып маташты, юҡ инде, йәш булһалар ҙа, талашырға әҙерҙәр. Ринат та килендең йырын йырлай: “Йыл ярым үтте, ағасҡа хаҡ ике тапҡыр артты быйыл”, ти оятһыҙ, туғанынан аҡса таптырып. Саматтар менән ҡаты ғына ирешкәндәр, хәҙер һөйләшмәйҙәр. Мөнирә уларҙы судҡа әҙерләнеп йөрөй тигәс, үҙем барҙым, әйтеп ҡарайым тип. Беҙҙе үҙһенмәй шул килен, суд эштәрен туҡтатырға уйламайҙар. Үҙемдең аҡсаны книжканан сисеп бирергә тура килде кәнтәйгә. Күпме тип ни, былтырғы хаҡ менән килештек, ағасты былтыр алды бит улым. Былай ҙа ике тапҡырға артыҡ килеп сыҡты… Еттек беҙҙең яҡҡа, почти. Һау бул, бөгөн кис инеп сыҡ, йәме. Әбей бәйләмен урап һалды, тунын ҡараштырҙы, ҡолаҡсаларын сисеп матурлап сумкаға тыҡты. Телефонын сумкаһының кеҫәһенә һалып, замогын ябып өлгөрмәне, уныһы яңынан шылтыратты. Әнисә бер-ике секунд уйланып торҙо, шунан автобус тәҙрәһенә күҙ ташланы ла, “ваҡыт бар әле”, тип, телефонын ҡолағына терәне.
– Эйе, улым, килеп еттем инде, кәрәкмәй, мине Шамил ҡаршылай, һы, беренсенән, һин тәгәрмәсендең ҡышҡыһын ҡуйҙыңмы? Вәт шулай, алыштыр, ул алыштырған. Кем булһын, Ринат. Эйе, бирҙем, үҙем бирҙем. Мин бит йәй һиңә күпме аҡса тотторҙом, бурысым бар тигәс? Эйе, кем аҡсаны “Финико”ла юҡ итте, ә? Шулай, суд булмай тип ышандырҙылар, ҡағыҙыңды бирҙеләр. Ҡыуандылар инде, кем аҡсаға ҡыуанмаһын?! Һәйбәт йәшәйҙәр, ниндәй Әнисә? Туҡтале, ысынмы? Ай-яй-яй, мин беренсе тапҡыр килдем, ҡыҙға айырым бүләк тә алманым, ҡалай уңайһыҙ булды. Мөнирә лә, килен дә ымламаны ла бит әле. Иҫләйем, ейәнсәре тыуғас апайымдың, һиңә сюрприз, тигәнен… Тәк, һин әсәңде тыңла, ҡайтҡас Лилиә килен менән һөйләшермен, оятҡа ҡалдыра яҙҙы “диңгеҙгә, диңгеҙ барғым килә” тип. Белмәйем нисектер, Ринаттар менән килеш. Ә? Мин булһам, ике хаҡ һорар инем, шуға… Тәк, ҡайтып еттем. Эйе, ана тора. Ашыҡтырма мине, мин бит һине ҡабаландырманым. Юҡ, һиңә түгел, водителгә әйтеүем. Иртәгә, ҡышҡы тәгәрмәстәрҙә, ейәндәрҙе миңә ебәр штубыла, күстәнәс тәмләргә, үҙеңә лә, киленгә лә бүләктәр бар, килгәс күрерһең. Ярай, хуш. Пассажир төшкәс автобуста ҡалғандар ҡыҙыҡһыныу менән, ҡайһылары урынан тороп, тәҙрәләргә ҡараны. Юлсылар тауыштарын инде йәшермәйсә Әнисәне тикшерә ине. “Вәт әбей ағайың! Ошондай ҡатындарҙа донъя тотҡаһы. Бер моноспектакль булды, эйеме?” Ошоға оҡшаш һүҙҙәр ишетелде әбейгә ҡарата. Ә тышта ябалаҡлап ҡар яуа, Әнисәне машинаның артҡы ишеген асып йәш ир-егет ҡаршыланы, багажнигына автобустан шофер менән бергә саҡ күтәреп бер ҙур сумаҙанды һалды. Нефаз хужаһы билен, ҡолаҡтарын ыуып зарядка эшләп алды ла кире рулгә ултырҙы. Автобус бер яҡҡа, ә үҙенең тормошоноң бер осо менән таныштырған Әнисә икенсе яҡҡа юлланып, ҡарлы томанға инеп юғалдылар.
Фото: https://ru.freepik.com/free-photo