–Уф, кәләш, ҡараңҡырап алырға булманымы ни? – Нимә эшләргә белмәгән Илфат ҡатынынан шулай һорап ҡуйҙы бер көн. – Күҙеңде йомоп һайлағанһыңдыр...
–Үҙең барыр кәрәк ине, хәҙер аҡыл һатыуы рәхәт һиңә... – ҡатыны асыулы аҙымдар менән залға сығып киткәс, Илфат кухня өҫтәле артына барып ултырҙы. – Бик тә барыр инем дә бит, малды, ҡош-ҡортто, баланы кемгә ҡалдыраһың? Унан үҙем дә операциянан һуң йүнләп мандый алмай йонсойом...
–Шулай булғас, телеңде тешләп кенә тик йөрө, йәме! – Былай саҡта әллә ни һөйләшеп бармаған Әнисә, барыһын да әйтеп ҡалырға теләгәндәй, хәбәрен теҙҙе. – Бала алыуҙы мин бер үҙем генә хәл итмәгәнмен, ик әүләп һөйләштек. Нимә, һиңә, һайт, тигәнгә, тайт, тип торған бала кәрәк инеме ни? Детдом балаларының барыһы ла шулдыр инде, күмәк арала йүнлегә өйрәнәләр тиһеңме. Бик оҡшамаһа, алып барҙым да кире тапшырҙым!
–Туҡта әле, кәләш, ярһымай тор! Кире тапшырырға бер ҡасан да һуң булмаҫ... Унан, оҡшай-оҡшамай, тип баш тартырға эт-бесәй балаһы түгел дә ул... Ваҡыты еткәс, бәлки аҡылға ултырыр... аңлар?!
–Шулайтты, ти... Ата-әсәһе йүнле кешеләр тиһеңме... Аҡыллы әсә балаһын тыуғас та бала табыу йортонда ҡалдырып ҡасмай инде... Үҫтерегә артынан килмәгәс, нимә тип уйнаштан бала табып ятҡандыр ул бисә... – Ҡатынының мыш-мыш илауға күсеүен күргән ир тышҡа сығырға ашыҡты...
Илфат менән Әнисәнең үҙҙәренең бер бөртөк кенә улдары бар. Өсәү, һис юғы икәү итербеҙ балаларҙы, тиһәләр ҙә, Фаязын бик ауыр тапты Әнисә. Һигеҙ айы булыр-булмаҫ элек операция ярҙамында донъяға килгән малайы менән йылдан ашыу республика дауаханаһында ятты ул, күҙенә күренгән сабыйы өсөн үрһәләнде. Ярай әле Илфаты эсеп, теләһә ҡалай йөрөгән ир түгел, алыҫ тип тормай, баш ҡалаға әлдән әле килә һалып етә. Ҡырҡҡа яҡынлағас тапҡан балаһы өсөн йәнен бирергә әҙер Әнисә, тик Фаязы ғына имен-һау булһын!
–Икенсеһе менән оҙаҡҡа һуҙмайыҡ, Әнисә, – дауаханан ҡайтып, өйҙәрендә йәшәй башлағас, Илфат ҡатынына шулай һүҙ ҡушты бер кис. – Балалар ҙа тиң үҫер. Фаязыбыҙ, шөкөр, ҡәҙимге теремекләнде бит...
–Башҡа бала тураһында уйлама ла! – Әнисә, ғәҙәтенсә, һөйләшеүгә киҫкен генә нөктә ҡуйҙы. – Фаязды аяҡҡа баҫтырһаҡ та бик шәп!
Шулай дүрт-биш йыл ваҡыт үтте. Тик Илфат ҡына күңеленә тынғы тапманы – күп балалы ғаилә тураһындағы хыялы шулай бушҡа булырмы икән ни?
–Һис юғы балалар йортонан берәй бала алайыҡ, хәҙер бит күптәр шулай итә...– Илфат ҡатынын үҙенсә инандырырға тырышты – Фаязға бирелгән инвалидлыҡ аҡсаһына иш янына ҡуш та булыр...
–Уйлармын... – Аҙ һүҙле Әнисә һүҙҙе ҡыҫҡа тотто. Бары бер нисә айҙан һуң ғына баланы ҡайҙан алыу тураһында иренә һүҙ тиште. – Ауылдағы Рәхимә еңгәйҙәр Ишембайҙан ала, ти. Унда детдом директоры етемдәрҙе ғаиләгә тапшырыу эшендә үҙе лә булыша икән...
–Бик яҡшы улайһа! Оҙаҡҡа һуҙмай ғына барып ҡайт һин... – Үҙе ауыр операциянан һуң ҡылғып ҡына саҡ атлап йөрөгән Илфат тәрбиәгә алынасаҡ бала артынан йөрөү эшен тулыһынса Әнисәгә тапшырҙы.
…Шулай итеп, бер көндө Әнисә Ишембай ҡалаһындағы балалар йортонан Денис исемле алты йәшлек малай эйәртеп ҡайтты. Беренсе класта уҡыған баланың әле булһа колготки һәм сабыйҙар башлығында булыуын күргәс, аптырап ҡалды ғаилә башлығы.
–Ә нишл әп колготки кейә ул? Ҙур малай ҙа инде хәҙер... – Үҙе ике-өс йәшенән трико, салбар кейеп өйрәнгән Фаяз сабыйҙарса бер ҡатлылыҡ менән әсәһенән һорарға ашыҡты.
–Денисҡа ла кейемдәр алырбыҙ... Әлегә ошолай йөрөп тора инде... – Илфат тартыныбыраҡ торған Денисты ҡосаҡлап һөйҙө лә, алдына ултыртты. – Таныш булайыҡ, улым – был беҙҙең ғаилә. Ҡустың Фаяз, әсәйең Әнисә. Ә мин атайың булам, исемем Илфат. Бөгөндән башлап беҙгә атай, әсәй, тип өндәшерһең. Тартынма, үҙ йортоңа ҡайттың! Уртаҡ тел табып, татыу итеп йәшәрбеҙ, тип ышанам...
Денис өндәшмәй генә өй эсен байҡаны, бүлмәләр менән танышып сыҡты.
–Ә мин ҡайҙа йоҡлаясаҡмын? – Уның ғаиләлә беренсе һорауы шул булды.
–Башта икәүләп йоҡларбыҙ, унан айырым карауатҡа күсерһең, – сит баланы нисек тә тиҙерәк үҙенә ылыҡтырыу теләге менән янған Илфат Денисты табынға саҡырҙы.
–Әйҙә, улым, бергәләшеп сәй эсеп алайыҡ! Унан ятып ял итеп алырһығыҙ, алыҫ юлдан арып ҡайтҡанһығыҙҙыр, моғайын...
Тәүге төнөн Илфат Денисты үҙе янына алып ятты. Йоҡлап киткәнсә ул ғаиләнең яңы ағзаһын үҙҙәре менән таныштырҙы, оҙаҡламай мәктәпкә алып барасаҡтарын әйтте. Тик иртәнсәк һыу түшктә уянып, ытырғанып ҡуйҙы ул. Фаяз уның менән күпме генә йоҡламаһын, былай итеп эш боҙғаны юҡ ине әле... Был хәл бер нисә көн ҡабатланғас, Денисты айырым карауатҡа күсереп һалдылар.
–Малайҙың эсе түбәнләгән, ахыры, мунсала үҙемсә имләмәһәм, булмаҫтыр, – Илфат Денисты мунсаға үҙе менән алып барып, малайҙың эсен һыланы һәм, доғалар уҡып, яулыҡ менән бәйләп ҡуйҙы. Әллә имләүе килештеме, әллә башҡа сәбәп менәнме, ысынлап та Денис артабан аҫтын һыулауҙан туҡтаны...
Малайҙарының үҙ-ара татыу булыуына ҡыуанды атай менән әсәй. Әммә Денистың артабанғы ҡылыҡтары аптырата ине уларҙы. Мәктәпкә атаһы алып барҙы малайҙы. Барып еткәнсе уға яңы урында үҙен нисек тоторға кәрәклеген аңлатты, тәртипле, тыңлаулы булыуын үтенде. Ләкин мәктәп ишегенә барып етеү менән Денисты алыштырҙылармы ни – уйламаған, көтмәгән ҡылыҡтарын асты. Иң башта, тупһаға ятып, яман аҡыра башланы ул. Мәктәпкә ашыҡҡан уҡытыусылар һәм уҡыусылар йыйылып китте. Нимә эшләргә белмәй аптыраған Илфатҡа Денистың буласаҡ уҡытыусыһы Лидия Васильевна ярҙамға килде.
–Башҡаларҙы аптыратып, бында һалып ҡуймайыҡ инде, класҡа индерәйек, – Лидия Васильевна менән Илфаттың өгөтләүҙәрен бар тип тә белмәне малай, бар көсөнә аҡыра бирҙе. – Психик ауырыу түгелме улығыҙ?
–Юҡ, Лидия Васильевна, балалар йортонан ул хаҡта бер ниндәй ҙә ялыуҙары юҡсы... – Тыңлата алмағас, Денисты уҡытыусыһы менән атаһы күтәреп класҡа индерҙеләр һәм парта артына ултырттылар. Тик тиҫкәреләнгән малай шунда уҡ парта аҫтына төшөп ятты һәм ҡырағай тауыш менән ҡысҡырыуын дауам итте.
–Һеҙ ҡайтығыҙ, нисек тә үҙем тынысландырырмын әле, – Илфатҡа ла эшкә барырға кәрәклеген яҡшы аңлаған уҡытыусы уны ҡайтарырға ашыҡты...
Тәрбиәгә алынған Денистың яңы урындағы тормошо ошолай башланып китте... Бер аҙҙан ғаиләләре менән ҙур ғына концертҡа барырға булдылар Илфаттар. Ике малайҙарын етәкләп, мәҙәниәт усағына концерт алдынан ғвна килде улар. Ҙур тамаша залы халыҡ менән шығырым тулы. Урындарына үтеп ултырыуҙары булды, Денис тағы ла үҙ ҡылығын күрһәтә башланы бит – рәттәр араһына төшөп ятып алды ла, мәктәпкә алып барғандағынан да былайыраҡ аҡыра башланы. Илфат, оялышынан бурҙаттай ҡыҙарып, малайҙы тынысландырырға, башҡаларҙан оялтырға тырышып ҡараны ла бит... тик бушҡа ғына. Әмәлгә ҡалғандай, нәҡ уларҙың алдында опека бүлеге начальнигы урын алған икән.
–Тәрбиә етмәй малайығыҙға... Олатайҙар ысулы менән тәрбиәләргә кәрәктер, моғайын, уны, – Артына боролоп, Илфатҡа асыулы ҡараш ташлаған ҡатын, үҙенсә аҡыл өйрәтә. – Ҡайыш нимә өсөн? Мәктәпкә алып барғанығыҙҙа “концерт” күрһәткән бит инде... Ҡатыраҡ булығыҙ!
–Балаға ҡул күтәрмәҫкә, әрләмәҫкә, тип саҡ ант иттермәнегеҙ, әллә күпме ҡултамға алдығыҙ... Әле килеп ниндәй аҡыл һатаһығыҙ? – Асыуынан шартлар сиккә еткән Илфат опека бүлеге етәксеһенә ҡаты ғына яуап биреүҙән үтә алманы.
Ахырҙа, Әнисә Денисты етәкләп тамаша залын ташлап сығырға мәжбүр булды...
Яңы ергә күсеп йәшәй башлағас та күршеләренән, уҡытыусыларҙан әллә күпме һүҙ ишетте ғаилә Денис өсөн, мәктәп директорҙары, завучтар алдында ҡыҙарынып-бүртенеп күпме яуап бирергә, улар менән һүҙгә килешергә тура килде. Нисек тә аҡыл ултырыр, баҫылыр, тип көттө улар. Тик Денис ҡына үҙ яйынса йәшәй бирҙе... Өҫтәүенә, буш торған йортҡа төшөп, үҫмерҙәр эше буйынса комиссяиға ҡуйылды. Ошонан һуң ғына ололарҙың һүҙенә ҡолаҡ һала, үҙен тәртипле тоторға тырышты үҫмер.
Колледжда уҡып, ҡулына диплом алған һәм матур ғына эшләп киткән Денисҡа ата-әсәһе һөйөнөп бөтә алманы. “Күҙ генә теймәһен инде!” – тип уйланы ғаилә башлығы. Ҡалала ҡуртымға алынған фатирҙа дуҫлашып йөрөгән ҡыҙы менән йәшәй башлағастары, бөтөнләй тынысланды.Улар икәүләшеп үҙҙәренә ҡайтҡандарында ғаилә ҡороу хаҡында һүҙ ҡуҙғата башланы хатта.
...Бер көндө кис йоҡларға әҙерләнеп кенә йөрөгәндәрендә өйҙәренә хәрби кейемдәге әзмәүерҙәй егеттәр инеп тулды.
–Магнитогорск ҡалаһынанбыҙ. Денис һеҙҙең кемегеҙ була? – Үҙен оператив төркөм етәксеһе итеп танытҡан берәүһе ҡыҫҡасаса ғына үҙҙәре менән таныштырҙы ла, бойороулы тауыш менән – хәҙер йортоғоҙға тентеү һалынасаҡ, шаһиттәр табығыҙ! – тине.
Башта көтөлмәгән хәлдән юғалып ҡалған Илфат үҙен тиҙ арала ҡулға алды:
–Ниндәй тентеү? Етем бала булғас та, бар ғәйепте Денистан ғына күрергә тимәгән... Ә шаһиттарҙы нишләп мин табырға тейешмен ул? Һеҙгә кәрәк икән, үҙегеҙ табығыҙ... Башта аңлатығыҙ эштең асылын.
Көтөлмәгән хәлдән шәкәре ҡапыл төшөүен тойған ир ҡалтырана-ҡалтырана диванға сүкте.
–Ағай, ул тиклем үк көйәләнмәгеҙ әле, – хәрбиҙәрҙең араларындағы бер башҡорт егете бер аҙ асыҡлыҡ индерҙе. – Диабет менән ауырыйһығыҙмы ни? Үҙегеҙҙе тынысыраҡ тотоғоҙ! Беҙ өҫтән ҡушҡандарын ғына үтәйбеҙ...
–Тентеүҙе ни үҙендә яһағыҙ... Беҙгә онотҡанда бер генә килеп китә, күптән ҡалала йәшәй бит ул... – Ҡатыны алып килеп биргән шәкәрле сәйҙе эсә-эсә өҙөк-йыртыҡ яуап бирҙе Илфат. – Юлға һалынды, тип инде генә тынысланғайным...
Ирҙең күҙҙәрен ирекһеҙҙән йәш бөртөктәре сылатты...
Бары бер нисә көндән генә урындарға саҡырып, Денистың ҡулға алыныуын хәбәр иттеләр. Үҙе менән осраштырыу, һөйләштереү хаҡында ләм-мим. Ҡайҙалыр, ниндәйҙер эш боҙоуҙа ғәйепләүҙәрен генә әйттеләр ҙә шуның менән эше лә бөттө. Аҫырау улының ниндәй бәләгә юлығыуын тойомларға, үҙ-ара янып-көйөргә генә ҡалды ир менән ҡатынға. Таяҡҡа таянып килгән Илфатҡа ултырыр урын да тәҡдим итмәгән тәфтишселәр Денистың ҡыҙы килеп инеү менән өтәләнеп йөрөп ултырғыс алып сыға һалдылар һәм, уны уратып алып, нимәлер хаҡында шыш-быш бик оҙаҡ һөйләштеләр. Бәләнең башы кемдән икәнлеген һиҙемләргә генә ҡалды Илфатҡа.
Илфат менән Әнисәнән айырым-айырым һорау алып, юҡ-бар төпсөнгәндән һуң ғына ҡайтырға рөхсәт иттеләр. Ә Денис менән тиҙ арала осрашыу көтмәҫкә кәрәклеген аңғарттылар. Билдәһеҙлек, уйланыуҙар, баланың яҙмышы хаҡында борсолоуҙар менән айҙар үтте, йоҡоһоҙ төндәр артта ҡалды. Йәшлек һауаһы менән уйланылмай эшләнелгән бер хата аҙым арҡаһында йәш егеттең яҙмышы селпәрәмә килде. Күпме иҫкәртте Денисты Илфат, теләһә кемгә эйәрмәҫкә, юҡ-бар сәйәсәткә ҡыҫылмаҫҡа саҡырҙы, үҙенсә кәңәштәр бирҙе... Тик Денис ҡына “еңел юл менән аҡса табыу” ише уйҙармаларға ышанды һәм яҙмышын һаҡ аҫтына ҡуйҙы...
–Атай, ғәфү итә алһаң, ғәфү ит! – Денистың тәүге хаты шулай башлана ине. – Ниндәй аҡыллы кәңәштәр биргәнеңде бик һуңлап ҡына аңланым шул... Әсәй менән һиңә күпме ҡайғы килтерҙем, күпме нервығыҙҙы бөтөрҙөм... Һеҙ мине ташларһығыҙ, башҡаса минең менән аралашмаҫһығыҙ, тип уйлағайным... Мин һеҙҙең алда мәңгегә бурыслымын! Иҫәнлектә осрашырға яҙһын! Барығыҙҙы ла үлеп һағынам... Үткәндәргә кире ҡайтып булһа, һинең кәңәшеңһеҙ бер аҙым да яһамаҫ инем...
...Юҡ, ташларға, ҡул һелтәргә уйламанылар ҙа Илфат менән Әнисә. “Булыры булған инде... Аллаһыбыҙ ярҙамынан, мәрхәмәтенән айырмаһын!” – тип, Денис өсөн изге доғаларын ҡылып, уға хәл ҡәҙәрем рухи һәм матди ярҙам күрһәтергә тырышалар...
Уҙған көҙ Денистың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуына арнап алмағас ултыртты Илфат... Ҡыш башындағы сатлама һыуыҡтарҙа туңғандыр инде, тип ҡурҡҡайны. Шуға ла ҡар ирей башлар-башламаҫтан алмағас янына барҙы һәм уның бөрөгә тулышыуын күреп, Әнисәһе янына ашыҡты:
–Әнисә, һөйөнсө! Денисҡа инселәп ултыртҡан алмағасыбыҙ имен-аман ҡыш сыҡҡан!
–Собханаллаһ, изгегә генә булһын инде! Насип булһа, Денисыбыҙ менән именлектә-һаулыҡта күрешербеҙ!
–Амин, әйткәндәрең юш килһен, кәләш!