Тәүге күкрәү булып килеп индем,
Тал бөрөһө булып асылдым.
Ләйсән ямғырылай һибелдем дә,
Үрмә гөлдәй һиңә һырылдым.
Яҙғы айҙа әллә тыуғанғамы,
Бигерәк хисле минең күңелем.
Сыйырсыҡлы бурандарым менән
Моңло бер көй булып түгелдем.
Яҙғы ташҡындарҙай ярһыу ҙа мин,
Йәшендәрҙәй етеҙ,ү ткермен.
Йәйғор күперҙәрен үтермен дә,
Йондоҙҙарға барып етермен.
Ҡарҙы тишеп сыҡҡан яҙғы сәскәләрҙәй,
Шундай ҡыйыу, шундай саямын.
Аҡман-тоҡмандарҙы йыра-йыра,
Йәшелеккә табан барамын.
Яҙ ҡояшы ерҙе наҙлағанда,
Ҡар һыуҙары сылтырап ағалыр.
Шуға күрә йөрәгем дә минең
Тынғы белмәй йышыраҡ ҡағалыр.
Яҙ ҡыҙымын, эйе яҙ ҡыҙымын,
һөйөү менән тулған күңелем.
Бар тереклек уянған мәл инде,
Моңһоҙҙарға юлдаш түгелмен.
Ҡыр ҡаҙҙары ҡайта ҡыйғаҡ-ҡыйғаҡ,
Аҡҡош төшә тымыҡ күлдәргә.
Аллы-гөллө сәскәләрем менән
Килермен мин алтын көҙҙәргә.
Гөлнара Иҫәнғолова.
Ҡарлыманбаш ауылы.