Даирә
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
4 Март , 21:19

Ҡараҡ урманы Хикәйә

- Ҡәһәр бандит! Хоҙай ҙа ерәнә бит ул хәшәрәттән. Күпме  ҡатын -ҡыҙҙы илата. Мәсхәрәләй. Заманы бит, заманы. Ир-аттар иҫән булһа, эҫе мунсаның ташында арт яғын көйҙөрөрҙәр ине. Суҡынған нәмә. Хоҙайым араланы инде былай булғас. Юҡ, тентеү һалһындар ул урманға. Бригәҙир Нурмыйға әйтергә кәрәк. Районға әйтһен. Былай булмай. - Ул бышылдауға ғына күсеп. - Теге Сулаҡ Хисмәттең Хәйернисаһын беләһең бит. Теге ваҡыт, яҙ мәлендә ҡайтып килгәндә шул Ғәни йәбешкән, тигән имеш- мимештәр булғайны. Әле кәүҙәһе йомороланған, тиҙәр. Бахыр, ҡайҙа барһын. Ир яуҙа үлде. Бейеме улын -Сөнғәтен ҡарай ине лә бит. Хәҙер ҡыуа икән. Аллам һаҡлаһын. Ояты ни тора. Бер ҡайҙа сыҡмай, тиҙәр бахырҙы, - ул һүрән генә быҫҡыған усағына өрөп ебәрҙе. – Әйҙә, эс әле, балам, аша кәртүфен. Асыҡҡанһыңдыр...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Ҡараҡ урманы                Хикәйә
Ҡараҡ урманы Хикәйә

Нисә йылға һуҙылған һуғыш кешеләрҙең йөрәген өтөп бөттө шул. Һуғыштан ҡасып йөрөгән әшәке әҙәмдәр ошо ҡаранғы төбәкте үҙ итеп алғандар. Аслыҡтан миктәгән кешеләрҙе аңдып ҡына торалар. Уйлаһаң, уйылып китерлек! Моҡсайыңда берәй ризыҡ ятһа, ул, һис шикһеҙ, улар ауыҙына күсә... Ишлерәк һәм ир-атлы ваҡытта үтергә тырышһаң яҡшы ла бит. Бөгөн ниңәлер ҡараңғыға ла ҡалып кителде. Өммөкамал апаларының аҡһаҡ аяғы шешенеп тә китте. Саҡ һөйрәлеп килеп Ҡараҡ урманына еткәндә көн эңерләгән ине. Нурбикә бөтәһенең дә тоҡсайҙарын артмаҡлап иң артта килә. Гөлъямал Өммөкамал апайҙарын бер ҡултыҡлап, бер етәкләп яй ғына атлайҙар. Көнбайыштан иҫкән ел һалҡын ипкене менән килеп бәрелгәс, тағы ла өшәндереп ебәрҙе. “Эй, Хоҙайым, теге Мәмбәтша ҡараҡ бүтән ергә генә киткән сағы булһын ине. Һунары һәм ҡорбандары ошо юлда була күрмәһен!” тип теләктәрен теләй-теләй белгән доғаларын ҡабатланы. Бейеменә ҡалдырып киткән балаларын иҫенә төшөрөп, бер-ике шаҡмаҡ шәкәренең тоҡсайының төбөндә ятамы, юҡмы икәнен тикшерҙе. Эштәрен тамамлап ҡайтып килеүҙәре уларҙың. Задание үтәлде, тип ҡыуандылар. Алһыҙ - ялһыҙ эшләнеләр. Сөнки өйҙәрендә лә тауыҡ сүпләп бөткөһөҙ эштәре бар. Ҡышҡа урман ҡырҡырға ҡыумаһалар инде, тип тә ҡайтып баралар ил яҙмышын иңдәренә алған көслө ил ҡыҙҙары. Нурбикә ошо шәп апайҙар менән эшләүенә ысынлап та һоҡлана. Үҙҙәре тоғролар, уңғандар. "Ҡараҡ урманы"на, Иҫке үлек буйына ла еттеләр."Бисмиллаһын" уҡый-уҡый Өммөкамал апалары алдан бара. Уй бит мәсекәй, кемде уйлаһаң, шул ҡаршыңа килер, тиҙәр. Йөҙ метр ҙа үтмәнеләр, әсе һыҙғырыу урман шомон тағы ла арттырып ебәрҙе. Уны-быны уйларға ла өлгөрмәнеләр, ҡаршыларына биттәрен һаҡал-мыйыҡ баҫҡан ике юлбаҫар килеп тә сыҡты. Өммөкамалдың сатанлап килеүенә лә, үтенеп теймәүҙәрен һорауына ла иғтибар итмәнеләр, балаларға тип йыйған, барлы- юҡлы тәғәм улар ҡулына күсте. Йәшерәге Ғәни ҡараҡ Нурбикәнең һығылып торған биленән матҡып, үҙенә тартты.Ҡатын әсе итеп ҡысҡырып ебәргәнгә, хатта ағас баштарындағы ҡоштар осоп киттеләр. Күрше ауыл  Бирҙеғолдоң был атаҡлы ҡасҡыны - Ғәниҙе күптәр белә. Хатта ауылдаштары уны күрһә лә, күрмәмешкә һалыша, ишетһә лә, ишетергә теләмәй, сөнки һуғыштан алдан уҡ насар ҡылыҡтары менән дан алған ҡурҡыныс әҙәмдең этлектәре тирә-йүндә билдәлелек алғайны.  

 Юлдаштарының әрнеп илауҙары ярҙам итмәҫен аңлаған Нурбикә бар көсөнә дошманы менән айҡашты. Ошо минутта балалары ла, һуғышта үҙен аямай һуғышҡан Ишмөхәмәте лә күҙ алдынан үтте. Йә, Хоҙай, һаҫыҡ еҫ аңҡып торған был әшәкенең ҡулын умырып тешләһә лә, ул ҡатынға тағы ла нығыраҡ йәбеште. Тас йәбешеүе Нурбикәнең бөтә көсөн алды. Ҡапыл ғына удмурд ҡатынының төйөлгән борос һибергә, күҙен дә асып ҡарамаҫлыҡ хәлгә килтерергә булғанын һөйләүе мейеһен ярып үтте. Алама, еңһеҙ көртәһенең кеҫәһенән шул әсе ҡыҙыл боросто һәрмәне. Бөтөнләй ҡараңғы урманда асырғанып ҡысҡырған тауыштар әллә ҡайҙа ишетелде.   “Үлтерәм, кәнтәй!” Ул ике-арала ҡараҡ ҡулынан ысҡынған Нурбикә ҡаранғылыҡҡа йомолдо. Бер-бер хәл була ҡалһа юлдашташтары көтә торған ерҙең ҡайһы-тирәлә икәнен тойомлап алға ынтылды. Шүрәле тауыштары сығарып ҡысҡырған Ғәни артта ҡалды шикелле. Ҡәҙимге урманды ҡайһы арала сыҡҡандыр, ҡыҫыр ай яҡтыһында юлды төҫмөрләне. “Өмми апай!” тип ҡысҡырҙы. Алдан һөйләшкәнсә Гөлъямал өс мәртәбә ҡош тауышы сығарып ҡысҡырғас, күңеленә йылы инде. Шырлыҡ араһынан сыҡҡан  Нурбикә алға йүгерҙе. Ул юлдаштары янына ярһып килеп етте, Гөлъямал уны ҡаршы алды, нисек тә ошо "Ҡараҡ урманы”н имен-аман сығыу ошо минутта төп теләктәре ине. Өммөкамалдың бөтөнләй ҡаушап ҡалыуы, ике аяғында саҡ баҫып тороуы кәйефте тағы ла ҡыпып ебәрҙе. Юҡ, бирешеү юҡ. Алға, ире Ишмөхәмәт ана, миҙалдар алып нисек яуыз фашисты туҡмай, Хоҙайым көс бир! Илдең, ер-һыуҙың яҙмышы ла беҙҙең ҡулда бит! Нурбикә менән Гөлъямал, һөйрәп тигәндәй Өммиҙе алға тарттылар. Ана, ауыл уттары ла мызлап күңелгә өмөт өҫтәне.

 Нисек тә булһа улар ауылға ҡайтып йығылдылар. Нурбикәне лә алдан белеп көткәндәй усағында утын һүндермәй, көлгә янып бөткән тимер сәйнүгендә сәйен бешереп ҡәйнәһе ҡосаҡлап ҡаршыланы.

- Әллә нисә көн төшөм бутала. Бер-бер хәл булманымы икән, тип хафаланам, - тине ул өҙгөләнеп. Нурбикә мейес башында йоҡлаған балаларын һөйҙө лә бейеме Сәлимәне ҡосаҡлап илап ебәрҙе."Ҡараҡ урманы"ндағы хәлде һөйләгәс, Сәлимә лә өшәнеп, борсолоп китте.

- Ҡәһәр бандит! Хоҙай ҙа ерәнә бит ул хәшәрәттән. Күпме  ҡатын -ҡыҙҙы илата. Мәсхәрәләй. Заманы бит, заманы. Ир-аттар иҫән булһа, эҫе мунсаның ташында арт яғын көйҙөрөрҙәр ине. Суҡынған нәмә. Хоҙайым араланы инде былай булғас. Юҡ, тентеү һалһындар ул урманға. Бригәҙир Нурмыйға әйтергә кәрәк. Районға әйтһен. Былай булмай. - Ул бышылдауға ғына күсеп. - Теге Сулаҡ Хисмәттең Хәйернисаһын беләһең бит. Теге ваҡыт, яҙ мәлендә ҡайтып килгәндә шул Ғәни йәбешкән, тигән имеш- мимештәр булғайны. Әле кәүҙәһе йомороланған, тиҙәр. Бахыр, ҡайҙа барһын. Ир яуҙа үлде. Бейеме улын -Сөнғәтен ҡарай ине лә бит. Хәҙер ҡыуа икән. Аллам һаҡлаһын. Ояты ни тора. Бер ҡайҙа сыҡмай, тиҙәр бахырҙы, - ул һүрән генә быҫҡыған усағына өрөп ебәрҙе. – Әйҙә, эс әле, балам, аша кәртүфен. Асыҡҡанһыңдыр.  

 Нурбикә үҙенең нисек ҡотолғанын яңынан башынан кисереп өнһөҙ генә ултыра бирҙе.

 - Килен, ауыр алма күңелеңә. Анау Мәғүҙәнең өйөнә күсеп сыҡ та ҡуй. Кеше ҡыланғанды беҙ ҙә ҡыланайыҡ. Исмаһам урман киҫмәҫһең. Әрләштек, даулаштыҡ, тигән хәбәр таратайыҡ та.

-Эй, бейем, кем беҙгә ышана. Беҙҙең инәле-ҡыҙлы һымаҡ татыу йәшәгәнде бөтәһе лә беләләр, - тип көрһөндө Нурбикә.

- Әллә, аптырағандың көнөнән инде. Үҙем дә һеҙһеҙ нисек йәшәрмен, ундай тормошто күҙ алдына ла килтерә алмайым. Һуғышы ла бөтмәҫ булды ла баһа... Кәрәсиндең дә майы бөтөп бара, килен, ятайыҡ. - Улар оҙаҡ ҡына донъя хәлдәрен һөйләштеләр, илашып та алдылар. Бер тигеҙ, бер уйҙан булған килен-ҡәйнә ана шулай эс серҙәрен бушатҡанда таң да һыҙыла ине инде..

 Ҡайтыуының икенсе көнөнә үк бригадир Нурмый туйтаңлап килеп инде. Картуф алырға тип төшкән Нурбикә, тиҙ генә сыға алмай, иҙән аҫты баҙында арлы - бирле булашҡансы балалар һөйөнсөләне:

- Әсәй, һин сыҡма, ултый шунда, туйтый ҡарт эҫкә алып титә бит! Бай кит, әҫәйемде ебәймәйем уйманға!- тип  һөрәнләне биш йәшлек Наубәһәр. Нимә тип әйтергә белмәгән килен - ҡәйнә бригадир алдында уңайһыҙланып бер-береһенә ҡарашты. "Балалы өйҙә баҙар юҡ”, тигәндәй улар ауыҙ асып та өлгөрмәнеләр, бәләкәй өс йәшлек Зәкиә лә ҡушылып:                                                            -Туйтый, туйтый! - тип ҡушылыуы бригадирҙы оторо ҡыҙҙырҙы. Ҡаштарын емереп Сәлимәне өтөп алды:                                                                                                          -Балаларыңды ҡотортоп ултырғансы, ана, быҙау ҡарарға сыҡ. Һин, Нурбикә килен, иртәгә үк йәш таналарҙы өйрәт! Туйтый, имеш, мин һеҙгә күрһәтермен туйтыйҙы, -тип сыбыртҡыһы менән ишеккә бер-нисә ҡат һуғып, енләнеп сығып та китте бригадир Нурмый."Эйе, ярар", тигәнде лә әйтеп өлгөрмәнеләр, аптырашып урындыҡта ултырып ҡалдылар. Тәтелдәгән ҡыҙҙар ғына бер ни аңламай әсәләренә һыйынып бытылдаштылар:

- Әҫәй һине бел елгә лә ебәймәйбеҙ! Тутый үҙе эҫләһен! - тине Нәүбәһәр сәстәрендәге сепрәк үрмәстәрен тағатып.

- Иии, матурҡайҙарым, күгәрсендәрем минең , - тип яратты ҡыҙҙарын әсә кеше. Сәлимә ҡарсыҡ асыуланып:

- Ошоларға күпме әйтәм, кеше килгәндә шымып тороғоҙ, тип. Бер көндө лә шулай килгәнен күреп урындыҡ аҫтына йәшенһәм, әле ошо бала "Туйтый, туйтый,ҡәрсәй ана тегендә ята”, тип күрһәтмәһенме! Оятымдан шартлар сиккә еттем, биллаһи. Килен ҡайтҡас бер нимә уйлашырбыҙ, тигән инем дә бит! Был бытыйҙарҙы ҡарап ултырырға эшкинәм дә ул. Белмәйем, артығын булдырып булмаҫ шул.Быҙау ҙа ҡарап йөрөһәм, эш боҙоуҙары бар бит әле!

 Улар кәңәшләшеп, бер фекер төйнәнеләр. Нурбикә эшкә сығып та китте. Йәш таналар сығынлап, тибешеп хәлен алдылар. Бәләгә тарыған Хәйерниса һыйырҙары булған икән, ике аҙна кем тура килә шул һауып йөрөгән. Һауынсылар ҙа шул йәмгеһе 4 кеше. Сатира исеменә есеме тигәндәй ауыл өҫтөндәге бар хәбәрҙе лә белә, район гәзитеме ни. Бөгөн дә ухылдап күнәктәрен күтәреп инеп килә, хәбәрен сәсеп килә:

- Хәйерниса ҡыҙ бала тыуҙырған, ти, теге ни ти, ҡәйнәһе менән һыуға һалып үлтергәндәр , ти. Балаһын теге, беҙҙең Сәүкә урамына күмгәндәр, ти. Эттәр тартып сығарған, ти. Кеше күреп милициәгә әйткән, ти! Теге упалнамуш Туня килеп тикшереп йөрөгән, ти. Хәйернисаны алып та киткәннәр, ти. Ултыртырлар инде. Үҫһен ине, шулай бит.  Бандит Ғәни балаһы булһа ни. Һәр бала үҙ ғүмере менән тыуа, ташкүлсәйем. Иренән дә бер хәбәр ҙә юҡ икән, тиҙәр! Хәҙер ни ирһеҙ бала тапҡан тигәнгә лә, атаһыҙ бала тыуһа ла аптырап булмаҫ. Бынағайыш, тыуымға килгәс, ғүмере лә булғас, үҙенә иш булыр ине Хәйернисаның!

 Уны тыңлап торғандар берсә йәлләп, берсә үртәлеп һыйырҙарына тейешеп китте. Нурбикә юлбаҫар Ғәниҙең ҡурҡыныс ҡиәфәтен күҙ алдына килтереү менән ытырғанып китте. Эшкә сымыры, унған, бөтмөр Хәйерниса һис кенә лә күҙ алдынан китмәне. Йә, Хоҙай, ниндәй уйҙар уйланы икән ул был һәләкәткә барғанда? Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленерен аңламанылармы икән?! Ниҙәр кисерҙе икән! Заманы ла шулай ҡот осҡос бит! Күпме рәнйеш алды инде был Хәйерниса апай?!

Рәзилә ҠОТЛОГИЛДИНА.

(Дауамы бар).

Автор:
Читайте нас: