Даирә
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
4 Октябрь 2023, 14:01

НАҘЛЫГӨЛ. Хикәйә. Рәйлә Назарғолова

Наҙлыгөл! Аһ, Наҙлыгөл!... Китмә!.. Китмә!..Миҙхәт оҙон итеп поезд ҡысҡыртҡан тауышҡа тертләп уянып китте. Әле күргән төшөнән арына алмайынса, үҙенең ҡайҙа икәнлеген бер аҙ аңлай алмай торҙо.Туҡ...туҡ…туҡ…Вагон тәгәрмәстәре, күптән отоп алған көйҙө көйләгәндәй, бертуҡтауһыҙ туҡылдауын белде. Ахыры берәй станцияға етеп бараларҙыр. Тәҙрәләргә телем – телем булып электр фонарҙәренең яҡтыһы төшә. Кемдәрҙер йоҡлай, кемдәрҙер ашығып әйберҙәрен йыя.    

НАҘЛЫГӨЛ. Хикәйә. Рәйлә Назарғолова
НАҘЛЫГӨЛ. Хикәйә. Рәйлә Назарғолова

Юлдар, юлдар... Ҡайҙарға илтмәй улар. Бына Миҙхәт тә, ғүмер иткән ҡалаһын, балаларын ҡалдырып, алыҫтарға китеп бара. Уңырмы уның юлы? Ниҙәр көтә уны алыҫ Себерҙә? Кемдәр осрар? Саҡырған ерҙәге эш оҡшармы? Хәйер, ниндәй генә эш булһа ла тырышыр, онотолор өсөн көнө-төнө эшләргә лә әҙер. Уға төшкән ҡайғыны тик эш кенә баҫыр төҫлө.
Тук…тук…тук…Уның күңелен ярып шиғыр юлдары тыуҙы. Ул быға тиклем дә яҙғылай ине.

Тук…тук…тук…
Тук…тук…тук…
Поезд елә, бер туҡтауһыҙ
Ошо көйҙө ҡабатлай,
Ара алыҫлашҡан һайын
Күңелде уй ғазаплай.

Әллә бөтә тормош юлым
Тора микән ялғыштан?
Түҙә алмай һағыштарға
Ҡасып барам яҙмыштан..

Наҙлыгөл! Уйҙары тик шул тирәлә урала шул. Уңалырмы уның йөрәк яраһы? Ҙур, ауыр ҡайғынан башы тубалдай, ситкә китһә әҙерәк баҫылыр төҫлө ине. Ҡара һаҡалың ҡайҙа барһаң да эйәреп йөрөй тигәндәй, уның ҡайғыһы ла үҙе менән, һис кенә лә башынан сыҡмай шул.
Быйылғы йыл Миҙхәт һәм уның ғәиләһе өсөн ваҡиғаларға бай булды. Яҙ айҙарында күптән хыялланған машина алып ҡыуанһа, ейәнсәре тыуып уларҙы икеләтә бәхетле яһаны. Тик… Тик шатлыҡтар ғына көтмәгән икән шул уны, һелкетеп артҡа ауҙарырлыҡ, ауыр ҡайғылары ла һағалап торған икән. Үҙе лә уйламаған ерҙән, өйрәнгән заводын, коллективын ҡалдырып күҙ күрмәгән яҡтарға юлланды:
- Эх! Наҙлыгөл! Уның йөрәген ярып, әрнеп сыҡҡан был тауышына, күршеһе һиҫкәнеп күҙҙәрен асты ла:
-Саташаһың ахры күрше! Әйләнеп ят! – тип, уны уятырға тотондо. Миҙхәттең йоҡоһо тамам осто. Ул сигаретын алды ла, тамбурға сыҡты. Ә уйҙары ҡабат Наҙлыгөлгә әйләнеп ҡайтты.
Алтынсы классты тамамлаған йәйҙе, уларҙың күршеһенә килгән ине ҡунаҡ ҡыҙы. Күрҙе лә ғашиҡ булды. Ғашиҡ булмаҫлыҡ түгел ине шул. Ҡыҙ, боронғоса әйткәндә «бер ҡалаҡ һыуға һалып йоторлоҡ. Уның ҡойоп ҡуйғандай зифа һыны, тулҡынланып торған ҡара сәстәре. Ҡара ҡаштары аҫтынан йондоҙ кеүек янып, балҡып торған күҙҙәре. Яңы бешкән сейә кеүек ҡыҙарып, күпереп торған һутлы ирендәре. Ә йылмайыуы… егеттәрҙең һушын алырлыҡ. Шул күреүҙән башлап ғишыҡ утында янды егет. Үҙенең мөхәббәтен нисек итеп ҡыҙға еткерергә? Еткергән хәлдә ҡыҙ унан көлһә, бөтә ауылға рисуай итһә?.. Етмәһә анау Әмир, бытылдап торған матайы менән, көндә шул тирәлә урала. Ҡыҙ Миҙхәткә ҡарағанда өлкәнерәк, «йәшһең әле, буйың етмәй» – тиһә. Йәш тиһә лә, буйың етмәй, тип әйтә алмаҫ, синыфташтарынан бер башҡа бейегерәк әле ул. Ҡайһы бер телдәр ҡыҙҙар уны «һонтор», - тип ирештерә. «Һонтор»- тиһәләр ҙә, егет ҡорона етеп килгән егеттәрҙән ҡалышмай, эшләп үҫкәнгәлер мыҡты кәүҙәле, анау матайлы Әмиргә генә ҡаршы торорлоғо бар. Гел генә ҡунаҡ ҡыҙы тураһында уйлап, йоҡоһо ҡасты Миҙхәттең. Уның уйсан йөҙөнә, ашауҙан ҡалыуына хафаланып, ата-әсәһе яман сиргә юлығып ҡуймағайы, - тип өтәләнде. Сирҙең дә иң яманы йоҡҡан ине шул Миҙхәткә.
- Ятып ҡалғансы, атып ҡал! - тигәндәй, ул тәүәкәлләргә булды. Күрше малайына, еҙнәһе бүләк иткән бәкене бирҙе лә, «записка» яҙып тотторҙо. Ул малайҙың Миҙхәттең бәкеһенә күптән күҙе ҡыҙып йөрөгәнен белә ине. Бына «приговор» көткәндәй, ҡыҙҙың яуабын көттө.
Миҙхәттәрҙең икенсе яҡ күршеһендә йәш ғәилә йәшәй. Улар яңыраҡ ҡаланан ҡайтып төпләнделәр. Сабит ағайҙы ҡатынының да исеме Наҙлыгөл. Күрше малайы аны-быны уйлап тормаған, тотҡан да Миҙхәттең осрашырға саҡырып яҙған яҙыуын, уға алып барып биргән. Ул ҡатын яҙыуҙы алғас аптырашта ҡалһа ла, кем яҙғанын уҡығас:
Моғайын ҡунаҡ ҡыҙы Наҙлыгөлгә яҙылғандыр – тип, ҡунаҡ ҡыҙына алып барып биргән. Шулай итеп, был яҙыу мең бәлә менән, бөтә ауылға таралып, ҡунаҡ ҡыҙына барып еткән. Бының өсөн күрше малайы «кәрәген» алыр ине инде, әгәр Наҙлыгөл билдәләнгән урынға килмәһә. Уның менән осрашҡас, күрше малайына асыуы ҡалманы Миҙхәттең. Эх! Ул беренсе, саф мөхәббәттең татлы минуттары! Иҫерткән дә, илерткән дә һөйөү хистәре! Гүйә ҡанатланғандай осоп ҡына йөрөүҙәр. Шулай итеп, татлы ла, ғазаплы ла һөйөү диңгеҙенә сумды егет, сөнки Наҙлыгөл дә уға битараф түгел ине.

Тамбурға сығып килгән егет менән ҡыҙ, уны уйҙарынан бүлдереп, бөгөнгө көнгә ҡайтарҙы. Ул тәмәкеһен тартып бөтөрҙө лә, урынына кереп ятты.

Көнө-төнө уйында Наҙлыгөл булды Миҙхәттең. Урта мәктәпте тамамлағас, һөйгәне йәшәгән ҡалаға барып, һөнәрселек училищеһына уҡырға инде. Бала саҡ үтеп, егет менән ҡыҙ ҡорона ингән ғашиҡтар, хәҙер бер-береһенән башҡа йәшәй алмайҙар ине. Миҙхәт өйләнеү тураһында һүҙ ҡуҙғатҡас, ата-әсәһе аптырап ҡалды. Атаһы:
-Ун һигеҙең дә тулмаған! Ҡамыт кейергә өлгөрөрһөң! - тиһә лә, улының уйлаған уйынан кире ҡайтмаҫлығын белгәс, риза булды. Әсәһе:
-Теләһә ҡайҙа йөрөгәнсе ҡараулы булыр, - тип уйланы. ЗАГС – ҡа керергә Миҙхәттең йәше етмәгәнлектән, улар мулла саҡыртып никах уҡыттылар ҙа, бергә йәшәй башланылар. Ун һигеҙе тулған көндәрҙә ул беренсе балаһын ҡулына алды. Ул ваҡытта Миҙхәт уҡыуын тамамлап, заводта эшләй башлаған ине, күп тә үтмәне армия хеҙмәтенә алдылар. Ғәиләһенән айырылып китеүе уға бигерәк ауыр булды, хатта үлем менән бәрәбәр ине. Уның уйында һөйөп тә, һөйөләп тә туймаған Наҙлыгөлө менән, ҡыҙы Айгөлө булды.

Ашҡынып, талпынып, ҡайтты ул армиянан. Ҡыҙҙары Айгөл инде һөйләшә башлаған. Үҙҙәре һөйөшөп тә, һөйләшеп тә туя алманылар, бер-береһен саҡ ҡына күрмәй торһалар һағына башлайҙар. Улар эшләргә һәм уҡырға уңайлы булыр, тип яҡындағы ҡалаға күсеп килде. Наҙлыгөл институтҡа экзамендар тапшырыр өсөн документтарын тапшырҙы. Уларҙы гел бергә күреп, Миҙхәткә лә институтҡа инергә тәҡдим иттеләр. Эргәләге студенттар ятаҡханаһынан бүлмә менән прописка вәғәҙә иткәс, экзамендарын уңышлы тапшырып, ул да студент булды. Шулай итеп студент ғәиләһе барлыҡҡа килде. Тик бәләкәй бала ла булғас, уларҙың стипендияһы ғына етмәне. Миҙхәт бер семестр уҡыны ла, заводҡа эшкә китте. Оҙаҡламай уларҙың улдары донъяға килде, уға «Дамир» – тип исем ҡуштылар. Ике бала булһа ла Наҙлыгөл институтын ташламаны, экзамендарын ваҡытында тапшырып килде, уҡыу уға еңел бирелде. Өсөнсө курсты тамамлағанда уларҙың Сөмбөлдәре донъяға килде, ә бишенсене тамамлағанда Нәркәс тыуҙы. Институтты Наҙлыгөл дүрт бала әсәһе булып тамамланы, «ҡыҙыл диплом» алды. Уҡып та бала ҡарап та нисек өлгөргәндер, белһә Хоҙай үҙе генә беләлер. Ә Миҙхәт алды-ялды белмәй эшләүен белде. Завод уларға ике бүлмәле фатир бирҙе, артабан тағы ҙурырағын өмөт итеп, балаларын аяҡҡа баҫтырыр өсөн тырышып эшләне лә эшләне.

******
Ул көндө….
Наҙлыгөл юҡҡа ғына Миҙхәткә үпкәләп, йүгереп урамға сыҡты ла, машинаға ултырып китеп барҙы. Миҙхәт тәҙрәнән күреп ҡалып, артынан йүгереп сыҡҡанда, ул инде апаруҡ ер үткән ине. Ярай, тынысланыр ҙа ҡайтыр, беренсе көн машина йөрөтмәй. Рульгә ултырһаң ярһыуҙар кәмеп, күңел тынысланып ҡала ҡай саҡта, - тип үҙен тынысландырырға тырышһа ла, күңелен нимәлер өйкәне. Ул кире фатирына кереп, телевизор ҡарарға тырышып ҡараһа ла бер нимә лә аңламаны. Балконға сығып әллә күпме тәмәке тартты, ә Наҙлыгөлө һаман юҡ. Ҡулына бер эш тә барманы, борсолоуо артҡандан арта барҙы.
Бына зыңлатып телефон шалтыраны. Миҙхәт ауыр уйҙарынан ҡотолоу тапҡандаЙ, ҡабаланып телефон трубкаһын күтәрҙе.
- Мостафиндар фатирымы был?
- Эйе.
- Һеҙҙе милиция капитаны Зарипов борсой.Кем тыңлай?
- Миҙхәт Мостафин.
- Мостафина Наҙлыгөл һеҙҙең кемегеҙ була? Нимәлер булғанын һиҙеп, Миҙхәттең йөрәге семтеп-семтеп алды, тын алыуы ауырлашты, ул телен саҡ әйләндереп:
- Ҡатыным, - тине.
- Ныҡ булығыҙ, Мостафин иптәш! Ҡатынығыҙ машина менән ҡаланан коллектив баҡсаға киткән юлдың ун һигеҙенсе километрында юғары тиҙлектә хәрәкәт итеп, юлдан ситкә сығып ауған. Милиция менән «тиҙ ярҙам» килеп еткәнсе йән биргән ине. Уны ҡаланың моргына алып киттеләр. Телефон трубкаһынан өҙөк-өҙөк гудоктар ишетелһә лә, Миҙхәт нимә эшләргә белмәйесә, трубкаға ҡарап торҙо. Әле ишеткән аяныс хәбәрҙе уның аңы ҡабул итергә теләмәй.
- Юҡ! булмаҫ! Яңылышҡандарҙыр! Әле генә, бынан сәғәт ярым элек кенә Наҙлыгөлө уның янында ине бит. Ә шулай ҙа ысынбарлыҡ яйлап уның күҙ алдына килде... Ҡатынының машинаға ултырып китеүе, юғары тиҙлектә күҙҙән юғалыуы…
- Эх, Наҙлыгөл! Нимә эшләнең һин? Нимә эшләнең? Уның әрнеү ҡатыш, ҡалтыранған тауышы ыңғырашыу булып, һығылып сыҡты. Ҡатынын мәңгегә юғалтыуы аңына барып етте, йөрәген ярып әсе һағыш биләп алды. Аяҡ быуындары йомшарҙы, ҡулынан телефон трубкаһы төшөп китте, ул ишек төбөнә барып кейенергә тотондо. Өҫ кейемен кейгәндә еңен таба алмай аптыраны, аяҡ кейеме кейгәндә лә ҡабаланыуынан туфлие һыймаған кеүек, көскә иҫерек кешеләй сайҡала-сайҡала Наҙлыгөлө янына ашыҡты. Ул тиҙрәк барып етеп тере һулыш өрһә, ҡатынын терелтер кеүек тойоп, ҡабаланып өйөнән сығып йүгерҙе.

******
Эй ғүмер тигәнең, балалары ҡасан үҫеп еткәндәр, башлы-күҙле булып бөтөп баралар, тик кинйә ҡыҙҙары Нәркәс кенә яңғыҙ. Яңғыҙ тигәс тә, бөтөнләй түгел, бер – нисә йыл дуҫлашып йөрөгән егете бар. Һәрбереһенең үҙ тормошо, тик Миҙхәт кенә яңғыҙ.
Ауыр ҡайғынан айныһа ла иҫерек кеүек, башы тубалдай, бер нимә тураһында ла уйлай алмай, тик Наҙлыгөлө уйында. Ҡатыны үлеп киткәс, кеше араһында бер көйө йөрөнө, шартына китереп ерләнеләр. Тик көндәр үткән һайын ҡайғыһы кәмемәй, киреһенсә арта ғына бара. Һағындырып, һағышландырып ҡына ҡалмай, үҙәкте өҙөп һыҙландыра. Йәненә урын таба алмайынса онотолорға тырышып, араҡы ла эсеп ҡарай, ваҡытлыса онотолоп тора ла, ҡабаттан әрнетә башлай. Үлгән артынан улеп булмай! – тиһәләр ҙә, ни үле, ни тере кеүек, донъяла бер минут та йәшәгеһе килмәй. Ял көндәре булһа үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәйенсә, йөрәгенең тулап ярһыуын эсмәйенсә баҫа алмай.
-Туҡтатырға, нисек тә туҡтатырға! Ташларға был эсеүҙе. Күптән түгел өлкән ҡыҙы уға әсенеп:
- Әсәйҙең ҡайғыһы етмәгән, инде һин шулай итеп беҙҙе ҡайғыртаһың! – тигәс, Миҙхәткә ҡыйын да, оят та булып китте, «башҡаса эсеп, балаларымды ҡайғыртмам» – тип уйланы. Шәмбе көндө, тағы ял, эсмәй булдыра алманы. Ҡатыны үлгәнгә ике ай булып китте, уның тураһында хәтирәләре яңырғандан яңыра, һәр бер әйткән һүҙе ҡолағында сыңлай.
-Эх, ниңә шул ваҡытта туҡтатманым икән? Һүҙгә һараныраҡ шул, бәлки ҡатынына булған тойғоларын,һаман да уны ғына яратыуын аңлата алмағандыр, аңламағандыр уны Наҙлыгөлө. Ниңә наҙлы, йылы һүҙҙәрҙе ваҡытында әйтмәйбеҙ икән, ә уҫал һүҙҙәр әйтергә уңайлы ваҡыт эҙләмәйбеҙ, телгә килеү менән туранан тура бәрәбеҙ.
-Үкенес ғазабы! Түҙһәң түҙ, түҙмәһәң үл!- тигәндәй, көндән көн йөрәкте нығыраҡ кимерә. Йәшәүгә көс, илһам биргән, тормошоноң, өйөнөң йәме, балаларының әсәһе юҡ хәҙер. Юҡ шул! Юҡ! Миҙхәт уйҙарынан уйылып киткәндәй, ни тере, ни үле тойҙо үҙен, уның өсөн донъяның йәме, йәшәүенең мәғнәһе бөттө. Бер көн дә, бер минут та йәшәйһе килмәй.. Эсендә нимәһелер өҙөлгәндәй, әрней, һис түҙерлек әмәл юҡ,тегеләй әйләнде, былай әйләнде, бөгәрләнеп ятып та ҡараны, әрнеү кәмемәне.
Былай йәшәй алмайым! Үләм! Мин дә Наҙлыгөлөм янына китәм! Унһыҙ йәшәү юҡ миңә!– тип уйланы. Нисек үләйем икән? Кешеләр аҫылынып үлә, мин дә шулай итәйем дә ҡуяйым, ҡайғыһынан да, эсеүенән дә айный алмаған атай балаларға йөк булмаһын! – тип, урынынан ҡуҙғала башланы. Шул саҡ күрше бүлмәлә ейәнсәре уянды, һыу һорай башланы. Ҡыҙы уны күтәреп аш бүлмәһенә ыңғайланы. Миҙхәттең бүлмәһе янынан үтеп барғанда ейәнсәре:
- Татайға барам! – тип, мыжый башланы. Ҡыҙы:
- Олатайың арыған улым! Йоҡлай! Иртәгә барырһың! – тип улын йыуатты.
- Татай йоҡлай?- тип әллә һораны, әллә ҡабатланы ейәнсәре.
- Татай мине ярата, мин дә уны яратам! - тип, тәтелдәп, улар аш бүлмәһенә кереп киттеләр.
Миҙхәттең тәне эҫеле-һыуыҡлы, насар уйҙарынан үҙенә оят булып китте.
- Юҡ! Үлмәйем! Мин балаларыма, ейәнсәрҙәремә кәрәк! Улар өсөн йәшәйем, ҡулымдан килгәнсе ярҙам итәсәкмен! – тип ныҡлы ҡарарға килде. Ошо уйҙарынан һуң, тынысланып йоҡлап ките. Ә иртәгәһенә ял булһа ла, ҡулына араҡы алманы, аҡсалыраҡ эш эҙләү теләге менән яна башланы.

******

Ҡатыны үлеүенә бер йыл ваҡыт үтеп китте. Был ҡайтыуында мулла саҡыртып, уның йыллығын үткәрҙе. Балалары үҫһә лә, үҙем дә мотлаҡ улар янында булырға тейеш, – тип ҡайтҡан ине. Бына тағы китеп бара.

Китеп барам…уйҙар баҫа
Ғүмер юлын байҡайым,
Тағы алда ниҙәр генә
Күрер икән башҡайым .

Һауа ярып елә поезд
Алыҫлаша аралар,
Тик тәрәнәйә баралар
Йөрәктәге яралар.

Туҡ…туҡ…туҡ… Вагон тәгәрмәстәре һаман бер көйҙө ҡабатлай. Бер йыллап ваҡыт үтһә йөрәк яралары баҫылыр кеүек ине, юҡ. Ғүмер буйы шулай һыҙлап торор микән? Баҫылырмы икән бер ваҡыт?!.
Уны уйҙарынан кеҫәһендәге телефон шылтырауы айырҙы. Телефонда улының һөйөнөслө тауышы ишетелде
-Һөйөнсө атай!.. Улым бар!.. Улым!.. Яңы ғына тыуҙы! Баһадир!
Был һөйөнөслө хәбәр уның күңелен күтәрҙе, шатлығынан һикереп тороп бейерҙәй булып китте.
-Әл дә балаларым бар! Тормошомдоң йәме, йәшәүемдең мәғнәһе бына ҡайҙа!? Мостафиндар нәҫеле дауам итә! Насип булһа ейәнсәренең туйында бейеп, уның балаһын да ҡулыма алырмын әле!– тигән яҡты уйҙар биҙәне уның күңелен.

 

https://agideljurn.ru/articles/s-sm-r-r/2022-05-26/na-lyg-l-hik-y-r-yl-nazar-olova-2818461

 

Автор:
Читайте нас: