Даирә
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
13 Июль 2023, 15:14

Әсе балан емеше

Шашҡан ярһыуын саҡ ауыҙлыҡлаған, күбекләнеп өйөрөлә-өйөрөлә аҡҡан һыуға етәрәк Фәйзулла аҙымдарын әкренәйтте, бөтөнләй туҡтап ҡалды. Бейек яр башында оҙон сәс толомдарын берсә үреп, берсә һүтеп, әкрен генә көй көйләп, ағым һыуға уйсан ҡараштарын төбәп, Әҡлимә баҫып тора. Алһыу күлдәген ел елпелдәтә, зәңгәр камзулы былай ҙа ыҫпай кәүҙәһен һығылмалыраҡ  яһай. Күршелә генә үҫкән был сибәргә ниңә күҙ һалмаған икән Фәйзулла бығаса?! Әле килеп, беренсе тапҡыр күргәндәй, һоҡланыуын йәшерә алмай, ҡараштарын уға төбәгән. Ниндәй сихри матурлыҡ! Йә, Хоҙай! Әҡлимә ҡапыл һиҫкәнеп китте. Биттәре уттай ҡыҙарып, алһыуланды. Ҡараштар бер минутҡа осрашты. Ул ҡараштарҙа һөйөү уты ла, үпкәләү ҙә бар һымаҡ. “Ниңә мине күрмәйһең, һинең өсөн генә үҫтем мин”,- тиҙәр ине ҙур ҡара күҙҙәр.

Әсе балан емеше
Әсе балан емеше

Гөлшат Ишбулдина

Әсе балан емеше

(Булған хәл)

Май айының йәмле иртәһе. Таң һарыһынан да алда уянған Фәйзулла, тороп китергә ашыҡмай, бер аҙ кирелеп-һуҙылып ята бирҙе. Уға, кисә көн буйына йорт-ҡураны яҙғы сүп-сарҙан таҙартып, тейәп, сүплеккә бер-нисә ат йөгө алып барған кешегә, талған ҡулбаштарын тартып-һуҙып, ҡулдарына, көслө беләктәренә  ҡан йүгергәнде тойоу үҙенә күрә бер ләззәт бирә ине. Ята торғас кистән үк атаһы менән һөйләшеп, килешеп ҡуйған эштәр иҫенә төштө, йәһәт кенә тороп, тышҡа сыҡты.

Ҡояш, иртә булыуға ҡарамаҫтан, батмус һымаҡ түп-түңәрәк булып, Оло тау һыртынан йылмайып көлә-көлә, ихлас, йомарт, шифалы йылыһын тирә-йүнгә һибә лә башлаған. Ошо йылылыҡты, Ҡояш апайҙың наҙын тойоп, һандуғастар, һабан турғайҙары һәм башҡа бик күп ҡоштар күңел моңдарын иртә торған һәм эшкә керешкәндәргә сәләм итеп тапшыра. Ауыл ситенән аҡҡан Эйек йылғаһынан күпереп томан күтәрелеп, болоттарға олғаша. Фәйзулла, был һоҡланғыс гүзәл иртәгә иҫе китеп, ниндәйҙер серле йөрәк елкенеүе кисереп, байтаҡ баҫып торҙо.

Ир уртаһына етеп килһә лә күңеле нескә уның. Тәбиғәттең һәр миҙгеленә ғашиҡ, юҡ ҡына күренешкә, һәр сәскәгә, күбәләктәргә,  яуған ҡарға, йылы ямғырҙан һуң ҡалҡҡан йәйғорға ҡарап һоҡлана. Әле лә иртәнге ел уның битен иркәләй, наҙлай, ә ул унан йәм таба. Һәм күкрәк ситлеге тулғансы саф һауа һулап, ҡан тамырҙарының киңәйеүен, үҙендә тау-таш аҡтарырҙай көс тоя.

Ана, атаһы Сәхиулла ҡарт та ҡомғанын тотоп, иртәнге намаҙын тамамлап йөрөй. Әсәһе Фәғилә, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, күптән инде һыйырын һауып, көтөүгә сығарған, хәҙер инде йәштәрсә өҙә баҫып, боҫо борҡоп торған һары алтындай йышылған, йыуан ҡорһаҡлы еҙ самауырын ҡуйып, сәй урыны әҙерләй, үҙе:

-Иртә торғанға Аллаһы Тәғәлә һый-ниғмәтте мулдан өләшә, бирәм тиһә ҡолона, сығарып ҡуйыр юлына,- тип һөйләнә-һөйләнә йөрөй, яҡындарына уңышлы көн һәм хәйерле сәфәр теләй.

Иртәнге сәй эселгәс, Сәхиулла ҡарт улына бер генә күҙ һирпеп алды, ашыҡма тигән ишара яһаны һәм яйлап, урыны-еренә еткереп, юл доғаһын уҡый башланы, сәфәрҙәренең уңышлы булыуын теләне.

Фәғилә ҡарсыҡ кистән үк ап-аҡ киндер моҡсайға аҙыҡ-түлек әҙерләп ҡуйған, уны хуш еҫле йәшел бесән һалынған арбаға урынлаштырғас, Артылыш яғына ҡуҙғалдылар.

Артылыш яҡтары - болоттарға олғашған йөҙйәшәр ҡарағайҙары, ҡолас етмәҫ имәндәре, һомғол ҡайындары, ниндәйҙер көс-ғәйрәт табып атылып сыҡҡан боҙҙай һалҡын һыулы шишмәләре, икһеҙ-сикһеҙ байлыҡтары менән тирә-яҡта дан алған башҡорт ере. Был яҡтарҙың ҡалын, ҡуйы урмандарында тайыш табандар, төндәрен бейек ҡая баштарына баҫып, тулған айға ҡарап олоған бүреләр, ҡуяндарға тынғы бирмәгән хәйләкәр төлкөләр, ағастан-ағасҡа, ботаҡтан-ботаҡҡа һикереп уйнаған тейендәр йәшәй, йылға-күлдәрендә ҡондоҙҙар күп, шәшке-һыуһарҙар өсөн дә һиллек.

Башҡорт ере тибеҙ ҙә ул: был хозур тәбиғәт мөйөшөндә урыҫтар йәшәй хәҙер, Кесе Эйектең һул ярынан алыҫ та түгел Сатраш ауылы урынлашҡан. Ҡалай менән ябылған алтышар мөйөшлө, урыҫ ҡапҡалы, таҡта кәртәле йорттарға ҡарап, был ауылды аслыҡ-яланғаслыҡ урап үткән, иркенлектә көн итәләр икән, тип уйларға була. Ысынында  иһә урыҫтар был йорттарҙы башҡорт оҫталарын яллап, уларҙан бура буратып, күтәртеп алған. Кәсептәре - шул күркәм йорттарҙы тирә-яҡтан килгән башҡорт, татарға һатып көн күреү. Сәхиулла ҡарт та улын өйлө итмәксе, бында килеүҙәренең сәбәбе лә шул.

... Фәйзулла ата-әсәһенең олоғая барыуын, кистәрен, йоҡларға ятҡас, уфтаныуҙарын, һыҙланыуҙарын йыш ишетә, әсәһенең “Ай бирҙе, ҡояш алды” тип, Фәйзуллаға тиклем тыуған балаларының үлеп тороуын йыш иҫләп, илаштырып алыуын, ауыр уйҙарға сумыуын күрә. Әсәһенең бар уйы – Аллаһы Тәғәлә биргән берҙән-бер хазинаһы – Фәйзуллаһын башлы-күҙле итеү. Уңған килен осрап, ҡалған ғүмерен ҡәҙер-хөрмәттә үткәргеһе, ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп, түрҙә ултырғыһы килә. Татлы хыялдарға бирелгән тормош иптәшенең һүҙен ҡарты ла ҡеүәтләй, “Өйлән, улым, йәшең дә үтеп бара,”- тип Фәйзуллаһының арҡаһынан һөйә.

Фәйзулла ҡарттар  күҙ терәп торған берҙән-бер бала булһа ла, Сәхиулла уны бик бәләкәй саҡтан уҡ эшкә ылыҡтырҙы. Урман эшенә лә, бесән сабырға ла үҙе менән ҡуша йөрөтөп, ҡулына бысҡы-балта, салғы-һәнәген тотторҙо, яйлап, ҡаҡмай-һуҡмай, тауышын күтәрмәй генә эште еренә еткереп башҡарырға өйрәтте. Аптырарлыҡ түгел: егет ҡорона ингән Фәйзулла тиҫтерҙәренән көсө менән дә, талымһыҙлығы менән дә айырылып тора ине. Балта тотһа, сәмләнеп эшләп, тау ҡәҙәре итеп утынын да ярҙы, ҡулына салғы эләкһә, 15-20 күбәлек бесәнде һелтәп тә һалды.

Сәхиулла ҡарт:  “Нигеҙемде һыуытмаҫ, мөлкәтемде тарҡатмаҫ был”,- тип кәпәренде ҡыуанысы эсенә һыймаған сағында. “Донъяны гөрләтеп көтөрһөң!”- тип улын да дәртләндерҙе.  Ул атанан күреп уҡ юна шул.

Өйләнеп, башлы-күҙле булыу теләге быға тиклем Фәйзулланың башына ла инеп сыҡмай ине. Әлегә ныҡлап күҙ һалған ҡыҙы ла юҡ. Мөхәббәттән илереп йөрөгәне лә булманы. Ә, уйлап ҡараһаң, уға ла ваҡыт инде, ана, тиңдәштәре, бергә уйнап үҫкән малайҙар – Сәғәҙәт менән Тимербайҙың икешәр балалары бар. Өй һалып сығып, ҡатындары, ул-ҡыҙҙары менән гөрләтеп йәшәп яталар.

Әсәһе ҡаршыла ғына йәшәгән Абдулла мәзиндең ҡыҙы Әҡлимәне димләй ҙә ул, уны уңған, сибәр, дини тәрбиәлә үҫкән аҡыллы ҡыҙ тип маҡтай, Фәйзулланың ауыҙ һыуын ҡорота.

Яҙғы ташҡындан һуң кире ярҙарына ҡайтҡан Эйекте күреп ҡайтыу ниәте менән кисләтеп кенә һыу буйына төшкәйне Фәйзулла: зифа буйлы талдар, яҙғы йылы елгә иркәләнгәндәй, талғын ғына эйелә-бөгөлә, серле ҡыҙҙар кеүек ниҙер шыбырлаша; әле кибеп тә бөтмәгән ер өҫтөн төрлө төҫтәге сәскәләр күмгән, хәс тә әсәһенең яулығындағы кеүек матурҙар үҙҙәре. Өйкөм-өйкөм умырзаялар, беҙҙе яңылыш өҙөп ҡуймағыҙ, ғүмеребеҙ былай ҙа ҡыҫҡа тигәндәй, бер-береһенә һыйынышҡан, кешеләргә матурлыҡ өләшер өсөн генә тыуғандар, күрәһең. Ҡара әле, бөтмәҫ-төкәнмәҫ йорт мәшәҡәттәре менән йөрөп, йәмле яҙҙы  күрмәй ҙә ҡала яҙған. Ана, һәр өйәңке, тирәк, әйтерһең дә кәпәс кейгән  -  баштарына ҡарғалар оя ҡорған. Сыйырсыҡтар һыҙғыра-һыҙғыра бер-береһе менән аралаша. Донъя шундай матур!

Шашҡан ярһыуын саҡ ауыҙлыҡлаған, күбекләнеп өйөрөлә-өйөрөлә аҡҡан һыуға етәрәк Фәйзулла аҙымдарын әкренәйтте, бөтөнләй туҡтап ҡалды. Бейек яр башында оҙон сәс толомдарын берсә үреп, берсә һүтеп, әкрен генә көй көйләп, ағым һыуға уйсан ҡараштарын төбәп, Әҡлимә баҫып тора. Алһыу күлдәген ел елпелдәтә, зәңгәр камзулы былай ҙа ыҫпай кәүҙәһен һығылмалыраҡ  яһай. Күршелә генә үҫкән был сибәргә ниңә күҙ һалмаған икән Фәйзулла бығаса?! Әле килеп, беренсе тапҡыр күргәндәй, һоҡланыуын йәшерә алмай, ҡараштарын уға төбәгән. Ниндәй сихри матурлыҡ! Йә, Хоҙай!

Әҡлимә ҡапыл һиҫкәнеп китте. Биттәре уттай ҡыҙарып, алһыуланды. Ҡараштар бер минутҡа осрашты. Ул ҡараштарҙа һөйөү уты ла, үпкәләү ҙә бар һымаҡ. “Ниңә мине күрмәйһең, һинең өсөн генә үҫтем мин”,- тиҙәр ине ҙур ҡара күҙҙәр.

-Һаумы, Фәйзулла ағай?

-Бик шәп әле, сибәркәй, - Фәйзулла шулай тип шаяртып яуап ҡайтарыуға Әҡлимә аҡҡоштай муйынын ғорур тотоп, күбәләктәй талпынып, янынан үтеп тә китте. Фәйзулла йөрәгенең ярһып тибеүен, әйтеп аңлата алмаҫлыҡ йылылыҡтың бөтә тәнен солғап, яндырып, табан аҫтарына ҡәҙәр үтеп инеүен тойҙо. Өлөшөмә төшкән көмөшөм ошо ҡыҙыҡаймы икән тип, төнө буйы Әҡлимәнең һомғол кәүҙәһен, муйылдай ҡара күҙҙәрен, ҡарлуғас ҡанатындай ҡыйғас ҡаштарын ҡабат-ҡабат күҙ алдынан ебәрмәйсә йоҡоһоҙ таң аттырҙы.

Өйләнә ҡалһа, атай йорто иркен, матур. Мал-тыуар ҙа ишле. Әсәһе уңған, атаһы тырыш. Таң һарыһынан ҡараңғы төнгәсә  бил яҙҙырмай эшләп, хәлле генә донъя йыйғандар. Тик ниңә әле йәш кәләште атай йортона төшөрөргә уйлай әле ул? Көс-ғәйрәте ташып тора ла баһа. Башҡа сығып, һөйгән йәре менән матур итеп йәшәгеһе килә түгелме һуң, балалар үҫтереп? Уй-хыялдар диңгеҙендә йөҙә-йөҙә таң аттырҙы Фәйзулла.

Әҡлимә менән осрашыу уға ҡанат ҡуйҙымы ни! Тиҙ арала атаһын өгөтләп, Артылыш яҡтарынан өй ҡарап ҡайтырға күндерҙе.

Ҡарайғыр оҙон аяҡтары менән байтаҡ ерҙе артта ҡалдырҙы. Бигерәк матур ул – Ҡарайғыр!  Ҡап-ҡара бәрхәт тауҙарҙан килешле кейем тектереп кейҙергән егет кеүек, бөтә ере ҡап-ҡара, маңлайында  йондоҙҙай аҡ табы бар, тояҡтарындағы  аҡ уны тағы ла матурыраҡ итә. Фәйзулла уны ҡолон сағынан уҡ бик яратты, ҙур хәстәрлек күрҙе, бөтә буш ваҡытын уға бағышланы, таңдан тороп таҙа һыу эсереп, ҡулынан икмәк ҡаптырып, хуш еҫле бесән биреп, үтә лә наҙлы итеп үҫтерҙе. Ҡарайғыр ҙа хужаһы алдындағы бурысын теүәл үтәргә тырышты. Бәйгеләрҙә уға тиңдәш ат юҡ. Йөк ташырға тиһәң, унан  көслө атты эҙләп тә тапмаҫһың. Тирә-яҡта дан алған айғыр ул.

Бейек һырттарҙы артылып, биш-алты кескәй йылғаны үткәс,  бесән өҫтөндә ҡырын ятып килгән Фәйзулла татлы йоҡоға талды. Төшөндә, имеш, ҙур итеп өй һалған. Өйҙөң эсе лә иркен, йәмле. Әҡлимә биленә алъяпҡыс бәйләп, алһыу йөҙөндә бәхет нурҙарын балҡытып, бишбармаҡ бешерә. Түр башында өйөлөп ҡуйылған төрлө төҫтәге йомшаҡ мендәргә башын терәп, атаһы йоҡомһорай. Әсәһе, тубырсыҡтай малайҙы алдына алып, әкиәттән йомаҡ ҡоя. Фәйзулла шат йылмайып, түбәтәйен ситкәрәк тартып кейеп, һөйөклөһө тирәләй бөтөрөлә, тәмле ашты түр башҡа, ашъяулыҡҡа , ташый...

-Улым!  Уян!  Килеп еттек! – тип атаһы ипләп кенә ҡабырғаһына төртә. Фәйзулла, татлы хыялдар төштә генә булыуына бер аҙ үкенес кисереп, шулай ҙа күңел күтәренкелеге тойоп, еңел генә һикереп, арбанан төштө. Был яҡтарға тәүге килеүе ине Фәйзулланың. Ат ҙур ҡапҡалы, бейек күтәрмәле, алты мөйөшлө бик күркәм йорт алдында туҡтағайны. Ҡапҡанан, зәңгәр күҙәрен бер аҙ ҡыҫыбыраҡ ҡарап, сал сәсле, ҙур кәүҙәле ҡарт – Сәфиулла ҡарттың күптәнге белеше Михайло килеп сыҡты ла ҡоласын йәйеп килеп, бик йылы иҫәнләште, хәл-әхүәл һорашҡандан һуң, һынаулы ҡараштарын  Фәйзуллаға төбәне:

-Был ниндәй бәһлеүән, ыласындай егет? – тип һораны.

Атаһы ғорурлығын тышҡа сығармаҫҡа тырышып:

-Михайло знакум, был егет – минең берҙән-бер улым, ҡартлыҡ көнөмдәге ышанысым, - тип, Фәйзулланың киң арҡаһынан еңелсә ҡағып, уға табан этәрҙе.

Михайло ҡарт уттай ҡарашлы, мөһабәт кәүҙәле егеткә бер аҙ текләп торҙо ла ҡунаҡтарын ҡәнәғәт йөҙ менән өйгә, сәй эсергә, саҡырҙы.

-Улым, лавкаға барып, аҙыраҡ күстәнәс, сәй-маҙар, алып кил, - тип атаһы Фәйзуллаға аҡса һуҙҙы.

Лавка тигәндәре бер-ике өй аша ҡына булып сыҡты. Ҙур булмаған, йыйнаҡ ҡына итеп эшләнгән өйгә һирәк-һаяҡ мәрйә әбейҙәре инеп, ҡулдарына лампасый йә тауар-маҙар тотоп сыға. Фәйзулла ауыр ғына ишекте ҡыйыу тартып, эскә үтте. Лавканың стена буйҙарына ағастан кәштәләр яһалған,  бер яҡта төргөк-төргәк тауарҙар ята, өҫтө-өҫтөнә һалынған, икенсе яҡта ҡумталарҙа лампасыйҙар, керәндилдәр күренә, шыптыр ҡурғаштарҙа таҡта сәйҙәр бар.

Шаршау менән бүленгән яҡтан һатыусы ҡыҙ килеп сыҡты. Фәйзулланың башы әйләнеп китте, йөрәге күкрәгенә һыймай ярһып тибә башланы, алдындағы ҡыҙҙы күреп сихырланғандай, тын да алмай баҫып тик тора. Күпме торғандыр, ваҡыт самаһын да онотто. Ҡыҙ, ап-аҡ тештәрен ынйы кеүек емелдәтеп: “Йә, егет, ниндәй йомошоң бар?” тигәс кенә иҫенә килде, тотлоға-тотлоға йомошон әйтте.

Алдындағы гүзәл зат фәрештәләргә тиңләшерлек матур ҡыҙ ине: алтын башаҡтарҙы хәтерләткән ҡуйы һары сәс, ҡыңғырау сәскәһендәй зәңгәр күҙҙәр менән тик икһеҙ-сикһеҙ диңгеҙ генә тиңләшә алыр ине. Бешкән сейәләй уймаҡ ирендәр “Мине үбеп алсы” тигәндәй янып йылмая, ә инде буй-һынына күҙ һалһаң, бер тотам билен һаҡһыҙ тотһаң, өҙөлөп китер төҫлө, билләһи. Кейемдәре лә беҙҙең башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарыныҡынан бик ныҡ айырыла. Өҫкө өлөшө аҡ селтәр яғалы, борсаҡ төшкән, алһыу, ә аҫҡы өлөшө ҡап-ҡара итәк, аяғында бейек күтәрмәле килешле итек. Ҡыҙҙы баштан-аяҡ ҡарап сыҡҡас, Фәйзулла мәрйә ҡыҙынан төргәген алды һәм үҙе лә аңғармаҫтан:

-Һин шул ҡәҙәрле һылыуһың, мин һине шул тиклем оҡшаттым, - тип ысҡындырҙы. Ҡыҙыҡай күҙҙәрен аҫҡа төбәп:

-Мин дә һине ниңәлер шул тиклем оҡшаттым. Тик беҙгә мосолман егетен яратырға ярамай. Ҙур гонаһ була, - тип, төшөнкө тауыш менән әкрен генә яуап бирҙе.

Фәйзулла һалҡын тир бәреп сыҡҡан ҡулдарын ҡайҙа ҡуйырға ла белмәй, мамыҡтай йомшарып киткән аяҡтарын көс-хәлгә һөйрәп, Михайло ҡарт өйөнә табан атланы. Килеүенә атаһы өй белешеп, хаҡын да һөйләшеп, эште бөтөрөп тә ҡуйған ине.

Аҙна-ун көн үтеүгә өйҙө күсереп тә алып ҡайттылар. Бер ай үтеүгә баш баҫып, тырышып-тырмашып күтәргән өй әҙер ҙә булды. Тап хыялдағыса ине ул. Фәйзулла үҙендә илаһи көс тойоп, арыу-талыуҙы белмәй эшләне лә эшләне. Уға бар донъя яҡтырып киткәндәй ине: алыҫта булһа ла һөйгән кешең булыу – ниндәй бәхет!

Ҡайһы саҡтарҙа күңел түренә Әҡлимә лә килгеләп китә. Тик оҙаҡҡа түгел, Марияның сағыу матурлығы Әҡлимәнең баҫалҡы матурлығынан күпкә өҫтөнөрәк. Фәйзулланың бар булмышын тик Мария яулап алған. Ятһа ла, торһа ла төпһөҙ диңгеҙҙәй зәңгәр күҙҙәр, бешкән сейәләй ирендәр үҙенә тарта, буйһондора, саҡыра.

Әсәһе түҙемһеҙләнеп ураҡ эштәре бөтөүен көтә. Ул да күтәренке кәйеф менән шат йөрөй, ике өй араһында йүгерә.

-Алла бойорһа, ураҡ эштәре бөтөүгә Әҡлимәгә яусы ебәреп, һалҡындар төшкәнсе, көҙгө байлыҡта рәхәтләнеп туй үткәрербеҙ, - тип хәбәр һала. Тик был һүҙҙәр уҡ булып Фәйзулланың йөрәгенә ҡаҙала. Әсәһенә уй-хистәрен асып һала алмай шул ул һис кенә. Билдәһеҙ һағыш күңелен ғазаплай. Белһәң ине Марияның күңелендә ни барын?! Ул да Фәйзулла кеүек һөйөү утында янамы, әллә бер тапҡыр ғына күргән башҡорт егетен күптән оноттомо?

Фәйзулла, төрлө һылтауҙар табып, Әҡлимәгә яусы ебәреүҙе кисектереп килә. Өй артына мунсаһын ултыртты, ихатала бына тигән һарай ҙа үҙ урынын алды.

Тирә-яҡты сафландырып, ап-аҡ ҡыш килде. Ағастар бәҫ менән ҡапланып, иҫ китмәле семәрҙәр һалып бәйләнгән аҡ шәлдәрен ябындылар.

Фәйзулла, тәҙрә аша йондоҙҙар һымаҡ емелдәгән ҡар бөртөктәренә ҡарап, йөрәгенең иң төпкөлөндәге нескә ҡылдарының тибрәлеүен тоя.

Айлы төндәрҙең береһендә ул Сатрашҡа барып, нисек тә булһа Марияны күреп, аңлашып ҡайтыу теләге менән юлға йыйынды. Уйы – таң атыуға әйләнеп ҡайтыу, ата-әсәһе белмәй ҙә ҡалһын. Ярты  төн ауышҡас, Ҡарайғырҙы санаға егеп, сығып та китте.

Ҡарайғыр үтә лә мөһим эш менән китеп барған хужаһын аңлағандай, ара-тирә бышҡырып ала, юртып, елдереп кенә бара.

Юл ситендәге яландар төрлө йәнлектәрҙең эреле-ваҡлы эҙҙәре менән семәрләнеп бөткән. Ай яҡтыһында ярылып ятҡан мышы эҙҙәре, уны ҡыуып барған бүре эҙҙәре лә күҙгә салынып ҡала. Бик тә бай шул йәнлектәргә башҡорт урмандары. Тик Сатрашҡа яҡынайған һайын ҡалын урмандарҙың шыйығая барыуы эсте бошора. Әҙәм балаһы тәбиғәткә бик һаҡһыҙ ҡарай, үҙенең ҡомһоҙлоғон ауыҙлыҡларға һис тә ашыҡмай.

Алда – Сатраш ауылы. Ул тәрән йоҡоға сумған, ара-тирә өргән эт тауыштарынан башҡа һис бер тере йәнде күрмәҫһең.

Ҡарайғыр таң һарыһы беленеүгә хужаһын таныш өйгә, ҙур ҡапҡа алдына еткереп, туҡтап ҡалды. Фәйзулланың күңелендә бер теләк: Мария ғына килеп сыҡһа ине. Әгәр ҙә Фәйзулла кеүек һушһыҙ яратһа, ул да йоҡламайҙыр, көтәлер, һағыналыр, юҡһыналыр. Мария килеп сыҡһа ине лә бер ауыҙ һүҙ әйтеп, күңелен тынысландырһа ине. Фәйзулла ул сағында тынысланыр, үҙен борсоған икеләнеү тойғоларынан бушаныр, еңелерәк булып ҡалыр ине. Әллә Хоҙай эшкәрттеме, әллә ысынлап та һөйөклө Марияһы бер тапҡыр ғына күргән башҡорт егетен көтөп, төндәр буйы тәҙрәгә ҡарап һағындымы? Был ни хәл? Ипләп кенә ҡапҡа асылды һәм шәл бөркәнгән Мария пәйҙә булды. Йә, Хоҙай!

-Күктән төштөңмө әллә, Фәйзулла? – Мария йүгереп килеп Фәйзулланың муйынына аҫылынды. Илау ҡатыш ишетелер-ишетелмәҫ кенә шыбырлай:

-Алып кит мине! Тиҙерәк, хәҙер үк, туғандарым һиҙеп ҡалғансы. Яратам мин һине, ишетәһеңме? Өҙөлөп яратам! Бер күреүҙә үк ғашиҡ булдым! Һинһеҙ йәшәү юҡ миңә. Ата-әсәйем мине һиңә үҙ теләктәре менән бер ҡасан да бирмәйәсәктәр... Сөнки һинең динең, телең башҡа.

Үҙе үбә, үҙе илай. Фәйзулла шашыр хәлгә еткән Марияны еңел генә күтәреп, толопҡа урап санаға ултыртты, ярһып типкән йөрәген көскә тыйып, атын ҡайтыр яҡҡа борҙо. Ҡарайғыр, шуны ғына көткәндәй, артта ҡар-бурандар уйнатып, ике йәш йөрәкте алға – яңы тормошҡа саптырҙы. Ике һөйгән йәр өсөн дин айырмаһы ла, тел айырмаһы ла юҡ! Мөхәббәткә кәртәләр юҡ!

Һөйөү наҙын кисергән йәштәр алһыу таң алдынан ғына йоҡлап киттеләр. Ләкин Фәйзулланың йоҡоһо бик ҡыҫҡа булды. Алыҫта, баштың ҡайһылыр бер өлөшөндә, ниндәйҙер ауыр хис мейене быраулай. Йөрәккә үтә лә үткер бысаҡ ҡаҙағандар төҫлө, һыҡрап ауырта. Ғәжәп, был ниҙән икән?

Фәйзулла татлы ғазаптар эсендә уяулы-йоҡоло ята бирҙе. Мария башын уның күкрәгенә һалып, татлы йоҡоға талған. Тик Фәйзулла ғына үҙ хәлен аңлай алмай. Йәненән дә артыҡ күргән, төштәренә инеп һарғайтҡан һөйгәне – уның ҡуйынында. Ә ниңә һуң йөрәк шомлана?

Фәйзулла һөйгәнен уятмаҫҡа тырышып торҙо ла йомшаҡ юрған менән  йәтешләп ябындырҙы, бер аҙ йылмайып ҡарап торғандан һуң кейенеп тышҡа сыҡты. Ҡышҡы көндөң саф һауаһы күңелен бер аҙ тынысландырҙы. Һыуыҡ танау- ҡолаҡтарҙы семеткеләп алды. Мал-тыуарҙы ҡарап инәһе бар. Атаһы бер бөртөк улы өсөн көсөн дә, донъя малын да йәлләмәне, күпләп һарыҡ-кәзәһен дә, ҡош-ҡортон да, һыйыр менән атын да биреп ҡуйғайны – килен төшкәнсе үк ҡураһы буш тормаһын тип тырышҡайны. Сәхиулла ҡарт улына ышаныс һаҡлап, ҡартайған көнөндә һыйыныр урын бар  тип, эстән генә шөкөр ҡыла ине. Ни сәсһәң – шуны урырһың. Арыу кеше итеп үҫтергән Фәйзуллаһын. Эште тотҡан еренән һындыра, емертеп эшләй улы. Шундай уйҙар уйлап, ҡәнәғәт йылмайып, үҙ ихатаһындағы малын ҡарағас та улының малын хәстәрләшә, һис булмаһа, улының эшләгәнен ситтән генә күҙәтеп, кәңәшен биреп тора.

Был хәл көн дә тиерлек ҡабатлана. Бына бөгөн дә шулай булыр тип уйлап килгән ҡарт ҡапыл туҡтап ҡалды. Ғәжәп, Фәйзуллаһы төндә ҡайҙа  йөрөп ҡайтты икән: яңы яуған ҡар өҫтөндә сана эҙҙәре ярылып ятасы. Киске аш мәлендә ул-был хәбәр сығармағайны лаһа.

Һарай ишеген асып ингәс, шиге тағы ла артты: Ҡарайғырҙың арҡаһынан еңелсә быу күтәрелә. Һыйпап ҡарарға булды, бәй, был бит алыҫ юлдан ҡайтҡан! Ҡарт яйлап йөрөп, малдарға бесән һалып сығыуға Фәйзулла ла күренде.

Сәхиулла ҡарт ипле генә итеп һаулыҡ һорашҡастын улына:

-Шунан, юлың уңдымы? - тип Ҡарайғыр яғына ишара  яһаны.

Һай, һиҙгер ҙә һуң атаһы! Ҡайҙан белеп ҡалғандыр Фәйзулланың Марияға барыуын. Ауыҙ асып әйткәне булманы һөйөүе тураһында.

Атаһы яуап көтә, Фәйзулла шатлығын эсенә һыйҙыра алмай, ауыҙын ҙур асып йылмая, көлә.

-Кәләш минең ҡуйынымда инде, атай.

Сәхиулла ҡарттың ҡалын кәүҙәһе ҡалтырап ҡуйҙы, илгәҙәк йөҙөн һағыш, уй баҫты:

-Әсәйеңә ауыр ҡайғы килтергәнһең. Кәңәш һорамайса бик ҙур хилафлыҡ ҡылғанһың, Аллаһы Тәғәлә үҙе ярлыҡаһын инде, - тип ергә сүгәләне.

Ә-ә-ә, бына ҡайҙан килгән икән теге йөрәк әрнеүе, аңлайышһыҙ күңел ғазабы. Кемдеңдер күңелен рәнйетермен тип башына ла инеп сыҡмағайны Фәйзулланың. Ошо бәхетле көнөн айҙар буйы көттө, яҡшыға өмөт итеп йәшәне. Бөгөн үк Марияһы менән әсәһенә барырҙар, аңлашырҙар. Әсәһе был ике йәш йөрәктең бәхетенә ҡаршы төшмәҫ, ризалыҡ-фатихаһын бирер. Яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ тип, Фәйзуллаһын кисерер. Бөтәһе лә бәхетле булырҙар.

Ауыл халҡын зәһәр, күҙ асҡыһыҙ бурандары, ҡаты һыуыҡтары менән тамам йонсотҡан һалҡын  ҡыш үтеп тә китте. Ярһып, шашып йәмле яҙҙар килде. Тау баштары ҡалын ҡарҙан әрселеп, унда тәүге сәскә – умырзая һары башын елдә уйната. Гөрләүектәр ағып, Эйек йылғаһын мул һыулы итеп, ярҙарынан таштырып, тирә-йүндәге туғайҙарҙы һыу баҫты.

Фәйзулла менән Марияның да тормошонда күп, ысын мәғәнәһендә аяуһыҙ ҙа, көсөргәнешле лә ваҡиғалар булып уҙҙы. Ҡарап тороуға әҙәм яйлы, бесәйгә лә ҡаты өндәшмәгән, изге күңелле Фәғилә ҡарсыҡ Марияны ҡабул итмәй йонсотто:

-Ҡайҙан алдың, шунда кире илтеп ҡуй, ғәзиз күҙ алмамдай Фәйзулламды, суҡындырып, ҡафыр яһар инде,- тип сеңләп илап та ебәрә. Ҡаты ҡуллы, тура һүҙле, йәше етмештән уҙған булыуына ҡарамаҫтан, уҡ кеүек төҙ, көслө, ҡалын кәүҙәле  Сәхиулла ҡарт та ниңәлер бөгөлөп төштө. Кәүҙәгә сүгеп, яурындары төшөп, ҡапыл ғына ҡартайҙы ла ҡуйҙы.

-Ғүмер буйы дуҫ булып йәшәгән Михайло знакум менән дошман яһаның, - тип улына уфтанды, ҡасан ҡарама -намаҙлыҡ өҫтөндә, Аллаһынан үҙҙәрен һәм гонаһ ҡылған Фәйзуллаларын ярлыҡауҙы һорап, доғалар уҡый, йәшереп кенә тамған күҙ йәштәрен һөртөп ала.

Фәйзулла бар түҙемлеген эшкә егеп, уға башҡорт халҡының өс быуат элек урыҫтарға дуҫлыҡ ҡулы һуҙыуын аңлата. Дүрт ырыуҙың аҫыл бейҙәре нисә быуат элек үк илсе булып аҡ батшаға барыуҙарын әйтә.

-Ана, беҙҙең ҡыпсаҡ ырыуы бейе ҡалай аҡыллы булған, урыҫтар менән дуҫ йәшәргә кәрәклекте әйткән. Шул арҡала башҡорттар баҫҡынсыларҙан ҡотолған. Әйҙә һуң,  улай булғас  Сатрашҡа барып, Михайло ҡарт ҡыҙын башҡорт йолаһы буйынса һоратып, туй яһайыҡ,- тип тә ҡараны атаһына.

Ә атаһы һаман үҙенекен һөйләй:

-Боронғо аҡһаҡалдар илен, халҡын ҡурсалаған, ә һин Михайло знакумдың ҡыҙын урлағанһың,- тип улын ғәйепләй.

Шуныһы ғәжәпкә һала: Марияны ата-әсәләре лә, туғандары ла эҙләмәне. Михайло ҡарт ҡына Сатраш яғына йомошҡа барған ауылдашы Сәйфулла артынан: “ Минең Мария тигән ҡыҙым юҡ, мин уны ҡәһәрләнем һәм йөрәгемдән йолҡоп ташланым, ә Сәхиуллаға ҡулымды ла, сәләмемде лә бирмәйәсәкмен,”- тип әйтеп ебәргән.

Мария, ошо хәбәрҙе ишеткәс, ике-өс көн ашарға ла сыҡманы, төндәрен керпек тә ҡаҡманы, сибәр йөҙө һурығып, ағарып ҡалды, тик төпһөҙ зәңгәр күҙҙәр, дауыл алдынан һараһыу төҫ алған диңгеҙ һыуындай булып, тағы ла ҙурыраҡ булып китте. Фәйзулла уны йәлләй, шул уҡ ваҡытта ҡайтып китеп ҡуймаһын, тип ҡурҡа.

Өскөн үткәс, Мария Фәйзулланың яурынына башын һалып, бер аҙ ҡалтыранған, төшөнкө, әммә ҡәтғи тауыш менән:

-Йәнем, мин Ислам динен, һин һөйләшкән телде  ҡабул итәм, исемемде лә үҙгәртәм,- тип һулҡылдап илап ебәрҙе. -

Эй, яҙмыш! Ниңә һин шул тиклем дә минең һөйгәнемә ҡатыһың! Мин бит уны ҡалай булһа, шулай яраттым, дин айырмаһын да, тел айырмаһын да тойманым?!

Ваҡыт – дауа, тиҙәр. Тора-бара һары сәсле, зәңгәр күҙле мәрйә ҡыҙы Мария, оло һөйөүенә тоғро ҡалып, башҡорт ҡатынына әүерелде, телде лә өйрәнде, исемен дә үҙе һайланы, башҡаларға ҡарата рәхимле булғым килә тип, Рәхимә булып китте.

Фәйзулла ошо хәл-ваҡиғаларҙан һуң ата-әсәләрен үҙҙәренә күсереп алып ҡайтты. Фәғилә ҡарсыҡ менән килене дуҫлаштылар, аңлаштылар, әсә менән ҡыҙ кеүек итеп донъя көтөп киттеләр. Рәхимә ислам ҡанундарын теүәл үтәп, тәһәрәттәр алып, Фәғилә ҡарсыҡ менән намаҙҙарын ҡалдырмай, рамаҙан айында ураҙалар тотоп,  уңған, сая ҡатынға әйләнде.

Ике йыл самаһы бәхетле лә, мөхәббәтле лә ғүмер уҙып та китте. Рәхимәнең балаға уҙыуы үтә ҙур шатлыҡ булды. Өсөнсө йәйҙең матур иртәһендә донъяға айырыуса йәм өҫтәп, ҡыҙ бала донъяға килде. Рәҡиә тип исем ҡуштылар...

Йылдар уҙа торҙо. Рәҡиәгә лә алты йәш тулды. Фәғилә ҡарсыҡтың иң ҙур шатлығы ул. Ҡәрсәһен етәкләп мунсаға ла бара, уның менән ҡуша ҡунаҡтарға ла йөрөй. Ҡул араһына инә башланы, ваҡ-төйәк йомошто ла үтәй. Тик Хоҙай Тәғәлә, Рәхимә күпме генә ялбарып һораһа ла, бүтән бала бирмәй торасы. Фәйзулла артыҡ иҫе китмәгән булып ҡыланһа ла һөйгәненең малай табып биреүенә ышана. Улым булһа, миңә терәк булыр ине, тип хыялланып та ала.

Йәйҙең эҫе көндәре. Ауыл халҡы бөтәһе лә яланда, бесән әҙерләй. Фәйзулла ла ғәҙәтенсә бик иртә тороп, мал-тыуарын көтөүгә сығарып, иртәнге сәйҙе ашығып эсеп алды ла Рәхимәне тиҙләтте. Сабып һалған бесән кибеп, көйрәй башлағансы күбәләп ҡайтырға иҫәп. Уларға кескәй Рәҡиә лә эйәрмәксе, үҙенән ҙурыраҡ тырма тотоп, йүгереп йөрөй: “Мин дә барам һеҙгә эшләшергә,”- ти.

-Ҡәрсәйең менән ҡал, рәхәтләнеп Эйеккә һыу инергә барырһың,- тип өгөтләп тә ҡаранылар, тыңламаны, арбаға ултыра һалды.Тырма-һәнәктәрҙе алып, сәй ҡайната торғас тышы ҡарайып бөткән күнәккә төрлө ризыҡтар һалып, Рәҡиәне уртаға ултыртып, бесәнлектәренә – Зәйет үҙәгенә килеп тә еттеләр, ҡояш дилбегә ҡәҙәр юл да үтеп өлгөрмәне.

Ҡояш аяуһыҙ ҡыҙҙыра башлауға 15-ләп күбә теҙелеп тә ултыра ине. Барыһы ла, хатта Рәҡиә лә тырыша – атаһы күтәреп алып киткән бесән урынын тиҙ генә тырмата  һала. Һоҡланып туя алмай ата-әсә ҡыҙҙарына, маҡтап та ебәрәләр. Ә уныһы уның һайын тырыша.

Кистән үк бешереп ҡуйған ит һәм туҡмас ашын йылытып, мәтрүшкә һалып сәй ҡайнатып, тәмләп тамаҡ ялғауға атаһы алдына башын терәп йоҡлап та китте, арыған.

Рәхимә тилбер хәрәкәттәр менән сәй урынын йыйыштырҙы ла:

-Ярай, һин, Фәйзулла, ятып ял итеп ал, ә мин әҙерәк мәтрүшкә йыйып алайым, анау балан ҡыуаҡтарын да ҡарап киләм, бәлки көҙгә баланы булыр,- тип, елпелдәтә баҫып ҡыуаҡлыҡтар яғына атлап китте. Фәйзулла ла бер аҙ ята биргәс, тороп, йөрөп килергә, тау һырттарына күтәрелеп, кәртәлек ағас ҡарап килмәксе  булды. Баланлыҡҡа етәрәк шып туҡтап ҡалды, шаҡ ҡатты. Фәйзуллаға арты менән торған Рәхимә алһыулана башлаған балан тәлгәшен күкрәгенә ҡыҫҡан да туған телендә илай-илай тәңреһенән ярлыҡау һорай:

-Йә, Раббым, кисерә күр мине, гонаһлы балаңды. Атай-әсәкәйем, зинһар, кисерегеҙ мине! Мин бит һеҙҙең бер бөртөк ҡыҙығыҙ! Яраттым шул мосолман егетен. Ни хәл итәйем! Унһыҙ йәшәү юҡ миңә! Йә, Хоҙай, ярлыҡа мине!

Фәйзулла ҡатынын йәлләүҙән, күҙҙәренә йәш тулыуҙан  ни эшләргә лә белмәй, ауыҙын асырға ла ҡурҡып, ҡатып ҡалды.

Йә, Хоҙай хикмәте, әле генә ҡыҙҙырған ҡояш ҡайһы арала килеп сыҡҡан ҡуйы ҡара болот араһына инеп йәшенде, ҡапыл донъя ҡараңғыланып китте. Күҙҙе сағылдырып йәшен йәшнәне, ағастарҙың баштарын ергә тейерлек эйеп, көслө ел сыҡты. Ҡойоп ямғыр яуа башланы. Фәйзулла ҡатынына һиҙҙермәй генә кире, төшкә туҡтаған имәнгә ҡарай йүгерҙе.

-Йә, Хоҙай! Унда бит минең ғәзиз балам!

Килеп етеү менән ҡошсоғон ҡулына алып, йөҙйәшәр имән ышығын баҫты. Башында бер уй: Марияның тәңреһе бисара балаһының түгелеп илап, ярлыҡау һорауын ишеткән дә йөрәк яраһын йыуа, таҙалай.

Ямғыр нисек тиҙ башланһа, шулай уҡ тымып та ҡуйҙы, балҡып ҡояш йылмайҙы. Эҫегә интеккән барлыҡ тереклек сафлыҡ тойоп, рәхәтләнеп ҡалды. Ҡыуаҡлыҡтан ямғырҙа һыуланып тәненә һылашҡан күлдәген тартҡылап, аҫҡа ҡарап,  ҡыҙарған күҙен йәшерергә теләп, Рәхимә килеп сыҡты. Фәйзулла уның сибәрлегенә һоҡланып:

-Йә, Раббым, Хоҙай Тәғәләм, кисерә күр мине ошо ҡәҙәр саф, гонаһһыҙ ҡатынды шундай ғазаптарға һалғаным өсөн,- тип, ҡулын үргә күтәреп, Аллаһынан ярҙам һораны.

Рәхимә-Марияның ҡулында әсе балан емеше, диңгеҙ һыуындай зәңгәр күҙҙәре ҡайнар күҙ йәштәре, ә йөрәге оло, саф һөйөү менән тулы ине.

 

Автор:
Читайте нас: