Даирә
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
16 Май 2023, 09:37

Тормошом гел яҡшы булыр кеүек ине...

Үҙеңдең бәхетле булыуыңды йыш ҡына аңғармайһың да. Ябай ғына хәстәрҙәр, төрлө ваҡ-төйәк мәшәҡәт менән йәшәп тик ятаһың. Гөлбикә* апай ҙа 1991 йылға тиклем үҙенең ниндәй бәхетле, тыныс тормошта йәшәгәнен һуң ғына аңлап, шул мәлдәргә кире әйләнеп ҡайтырға ине, тип көрһөнә.

Тормошом гел яҡшы булыр кеүек ине...
Тормошом гел яҡшы булыр кеүек ине...

Үҙеңдең бәхетле булыуыңды йыш ҡына аңғармайһың да. Ябай ғына хәстәрҙәр, төрлө ваҡ-төйәк мәшәҡәт менән йәшәп тик ятаһың. Гөлбикә* апай ҙа 1991 йылға тиклем үҙенең ниндәй бәхетле, тыныс тормошта йәшәгәнен һуң ғына аңлап, шул мәлдәргә кире әйләнеп ҡайтырға ине, тип көрһөнә.

– Гел дә шулай булыр кеүек ине, туғаным, – ти ул. – Минең тормош башҡаларҙыҡынан бер нисек тә айырылманы. Атайһыҙ үҫһәм дә, әсәй менән өләсәйҙең, ике апайымдың һөйөүенә, иғтибарына ҡойоноп, ҡайғы-хәсрәт белмәй йәшәнем, яҡлаулы инем. Мәктәпте тамамлағас, урта һөнәри белем алдым, яҡшы коллективта эшләй башланым. Унда Илгиз менән танышып, бер йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң, өйләнештек. Матур ғына йәшәп киттек. Ирем ипле холоҡло, оҫта ҡуллы, йүнсел, бөхтә булыуы менән әсир иткәйне. Бергә донъя көтә башлағас, уның был сифаттары алтынға бәрәбәр икәнен аңланым. Мин  хатта коммуналь түләүҙәрҙең дә ҡайҙа, нисек түләнгәнен белмәнем, сөнки бар мәсьәләне Илгиз хәл итте. Нимәгә тотонһа ла, еңел генә хәл ителә, үҙ яйына кеүек кенә килеп сыға торғайны. Ҡыуанып ҡына йәшәп ятҡанда, туғандар ҡаҡшата башланы, йәнәһе лә, ҡасан бала табаһығыҙ, нишләп һаманғаса бәпесегеҙ юҡ... Өйләнешкәнгә бер генә йыл бит әле, булыр, тип көлә лә ҡуябыҙ. Шулай ҙа табиптарға барып күрендем. Тикшереү үткәс, һеҙҙең бөтәһе лә яҡшы, тип ҡайтарҙылар. Илгиз дә тикшерелде. Икебеҙ ҙә һау-сәләмәт булғас, артабан да артыҡ борсолмай йәшәнек. Был осорҙоң миңә Хоҙайҙың бүләге икәнен, иң бәхетле, тыныс ваҡыт булғанын һуңынан аңланым.
Никахыбыҙға ике йылдан һуң мин ауырға ҡалдым. Ауыр йөрөнөм. Гел дә күңелем болғанды, башым әйләнде, хәлем бөттө. Аяҡтарым шешенде. Ғүмерҙә булмағанса ҡан баҫымы күтәрелеп йонсотто. Һәм ыҙалап йөрөп-йөрөп, мин улыбыҙҙы операция ярҙамында  табып алдым. 
Ҙур күҙле, шалҡандай матур улыбыҙ тыуғас, Илгиз атлап түгел, осоп йөрөнө. Бәхете эсенә һыймай, йырлап ебәрер ине! Айвазды ихлас ҡарашты. Улыбыҙ төндә имсәк һорап илаһа, үҙе тороп, баланы эргәмә килтереп һалыр ҙа, имеҙеп бөткәнемде көтөп алып, аҙаҡ ҡулында бәүетеп йоҡлатыр ине. Ә бит Айваз үтә илаҡ бала булды. Илай башлаһа, туҡтай белмәй ине. Мең бәлә менән ошо осорҙо үткәреп ебәрҙек. 
Айваздың үҫеше тотҡарлыҡ менән барҙы: башын оҙаҡ тота алманы, һуң ғына ултырырға өйрәнде, саҡ тәпәй баҫып, атлап китте. Балалар баҡсаһында тәрбиәсе, улығыҙ бик сәйер, башҡа ҡыҙҙар, малайҙар менән уйнамай, бер үҙе кубиктар теҙеп тик ултыра, һөйләшмәй, күҙгә ҡарамай, тейһәң – аҡыра, тип зарланғас, Айвазды табиптарға алып барҙыҡ. Тәүҙә “аутизм” тиһәләр ҙә, тикшерә торғас, ул диагноз раҫланманы. “Үҙенсәлекле бала” мөһөрө һуғылған Айвазды өйҙә ҡарар өсөн мин эштән сыҡтым. Уға һигеҙ йәш тулғас, тағы йөккә ҡалып, Айзиләне табып алдым.       
Яңғыҙлыҡты, сәғәттәр буйына өйҙә телевизор ҡарап ултырыуҙы хуп күргән Айваз уҡырға теләмәй генә барһа ла, мәктәптә математиканы яратты. Башланғыс синыфтарҙы тамамлап, уртансы звенола уҡый башлағас, Айваз нығыраҡ көйһөҙләнде, ерле-юҡтан бошондо, хафаланды, математикаға ҡыҙыҡ­һыныуы кәмене. Кеше менән аралашырға яратмағас, иптәштәре, дуҫтары ла юҡ ине. Ҡойроҡ кеүек миңә генә эйәреп тик йөрөнө. Беҙҙе, Илгиз менән мине, Айзилә һеңлеһенән ҡыҙғанды. Беҙ күрмәгәндә генә һеңлеһенә һуға, уны төрткөсләй, семтей. Айваздан этелеп-төртөлгән Айзиләм, бахырҡайым, ауыртыуға түҙмәй илаһа-илай, ләкин ағаһына зарланмай, ошаҡлашмай, “ағайым” тип һаман уға инеп барған булды. 
Айвазға 12 йәш тигәндә тормошобоҙ тулыһынса баштүбән әйләнде, түңкәрелде. Төндәрен насар йоҡлаған, бер туҡтауһыҙ һаташып ҡысҡырған улыбыҙ Айзиләне ҡурҡытты (уларҙың икеһенә бер бүлмә ине). Ҡото осҡан ҡыҙымдың тәүге тапҡыр төн уртаһында беҙгә йүгереп килеп, ағайым унда кем менәндер ирешә, мин һеҙҙең менән йоҡлайым, тип илағанын хәтерләйем. Көн һайын тиерлек шулай ҡабатланды. Иртән, ни булды, Айваз, һине нимә борсой, тип һораһаң, яуап бирмәй. Ә бер төндө мин ҡапыл уянып, күҙҙәремде асһам – ҡайсы тотҡан Айваз миңә эйелгән. Ҡысҡырғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Илгиз уянды, утты ҡабыҙҙы. Күҙҙәре тоноҡланған Айвазды таныманыҡ... Ул төнө буйы йоҡламаны, беҙгә лә йоҡо бирмәне. Илгиз уны әүрәтеп, һылап-һыйпап йоҡларға һалыуы була, кинәт ҡот осорғос итеп ҡысҡырып ебәрә, һикереп тора ла бүлмә буйлап йөрөй ҙә йөрөй, кем менәндер һөйләшә. Беҙҙе ишетмәй ҙә, күрмәй ҙә... “Тиҙ ярҙам” саҡырғас, улыбыҙға тынысландырғыс уколдар эшләнеләр ҙә, психиатрға күренергә ҡуштылар. Ниндәй психиатр, улыбыҙ псих түгел бит, тип Илгиздең көйөүе... Шулай ҙа улыбыҙҙың өйәнәге көсәйгәндән-көсәйгәс, Илгиз эшенән отгул алып, Айвазды табипҡа алып китте. Йөрөп ҡайтҡас, тоноҡ тауыш менән: “Беләһеңме нимә... Айвазға башындағы тауыштар һине үлтерергә ҡуша икән”, – тине...
Улыбыҙҙы стационарға һалып, бер нисә аҙна дауамында күҙәттеләр, дауаланылар, психик яҡтан сирле тип диагноз ҡуйҙылар. Был сир – ғүмерлеккә. Оҙайлы дауа ярҙамында ремиссияға өлгәшергә мөмкин, әммә Айваз йыш ҡына, һауыҡтым, миңә башҡаса кәрәкмәй, тип, препараттарҙы эсмәй ҡаңғырта йә үҙ белдеге менән таблетканы дүрт өлөшкә бүлә лә, миңә шул да етә, тип, бер өлөшөн генә ҡаба. Йылына ике тапҡыр, яҙлы-көҙлө, диспансерға һалабыҙ. Унда ла, ятмайым, бармайым, тип йонсота. Был һинең өсөн кәрәк, ятып сыҡҡандан һуң һиңә рәхәтерәк бит, тип өгөтләп бер булабыҙ. Тәүге йылда диспансерҙа ятып сыҡҡандан һуң ремиссия оҙаҡҡа һуҙылып, ул туғыҙынсыны саҡ-соҡ булһа ла тамамлап, колледжға уҡырға ла инде. Әммә уҡый алманы. 
Уға нейролептиктар ярҙам итә, тик мәле менән сире ҡалҡа ла китә шул... Үҙ алдына ерле-юҡтан көлөргә тотонған, бер нөктәгә сәғәттәр буйына текәлеп ултырған, кем менәндер һөйләшкән Айваздың башындағы императив тауыштар беҙҙең өсөн бик ныҡ ҡурҡыныс. Сөнки улар улыбыҙға төрлө нәмә эшләргә ҡуша. Мәҫәлән, бер ваҡыт, Айзилә  ысынында иһә Айзилә түгел, ә ҡыҙ сүрәтенә ингән иблис, һәм ул һине контролдә тоторға тырыша, шуға ла унан ҡотолорға кәрәк, тип ҡушҡандар. Икенсе юлы Илгизде юҡ итергә бойорғандар... Бындай хәлдәргә түҙмәй, ирем, мин Айзиләне хәүеф аҫтына ҡуя алмайым, тип, ҡыҙыбыҙҙы алды ла, әсәһе янына күсте. Айвазды психиатрик дауаханаға һал, тип ныҡышты. Ә мин баламды бикле медицина учреждениеһына һалырға йәлләйем, әлегә түҙерлек бит, тигән булам. Шулайтып ирем менән аралар һыуынып бөтөп бара. Юҡ, беҙ айырылышмағанбыҙ, ул аҙнаһына ике-өс тапҡыр килә. Айзиләм дә килеп-китеп йөрөгән була. Хәлдәренән килгәнсә ярҙамлашалар. Элек туғандар ҙа беҙгә йыш килә торғайны. Әммә Айзилә менән Илгизгә, күршеләргә һөжүменән һуң Айваздан ҡурҡтылар, юлды оноттолар... 
Иң ауыр мәлдәрҙә, алда бер ниндәй ҙә яҡтылыҡ юҡ, тип илайым, ни өсөн миңә бындай ауырлыҡтар, тип тормошомдо ҡәһәрләйем. Айваз менән йәшәүе үтә лә ҡыйын бит! Әйтәйек, ул сәғәттәр буйына һис бер бәйләнешһеҙ, мәғәнәһеҙ хәбәрен һөйләй. Ул бөтөнләй кешене йәлләй, хәлгә инә белмәй. Һыуыҡ үткәреп, сәсрәп ауырып киткәс: “Улым, башым ярыла яҙып ауырта, шымып тор әле”, – тип ишекте ябып, йоҡо бүлмәһенә инеп ятҡайным, ул йән асыуына ишеккә типте, емерҙе. Минең артымдан аңдыйҙар, тип тәҙрәләрҙе, ҡорғандарҙы астыртмай, телевизор ҡуйырға рөхсәт итмәй. Утты төнгөлөккә бер ваҡытта ла һүндермәй. Бер ни ҙә эшләгеһе килмәй. Үтә әрпеш. Йыуын, тип көскә душҡа индереп ебәрәм. Уның ыңғайына тамам аҡылдан яҙмаҫ өсөн, көн дә бергә саф һауа һуларға урамға йөрөргә сығабыҙ (яңғыҙын өйҙә ҡалдырыуы хәүефле). Агрессив холоҡло булыуын иҫәпкә алып, кешеләрҙән алыҫыраҡ ерҙәрҙә йөрөп ҡайтабыҙ. 
Ошондай тереклек итеүҙән тәҡәтем ҡороғансы арығанмын. 
...Аңы асылған сағында Айваз, әсәй, мин үлһәм, һеҙҙең барығыҙға ла еңелерәк булыр ине, тине: 
– Әсәй, башыма мамыҡ тултырылған һымаҡ. Үлгем килә, тик хатта Алла бабай ҙа минән баш тартҡан, алмай бит үҙенә...  
– Үлгең килһә, күптән үлер инең, – тинем. Бик ҡаты әйткәнмен кеүек тойолор. Ниндәй әсә үҙ балаһына шундай алама һүҙҙәрҙе әйтә, тип мине хөкөм итергә ашыҡмағыҙ – шизофреник менән бер-ике ай йәшәп ҡарағыҙ. Шулай тиһәм дә, үҙем баламды йәлләйем. Был сирҙе ул һорап алмаған бит...
Балаҡайҙарығыҙҙың бар һаны ла теүәл тыуһын, бәхетле, имен тормошоғоҙға шөкөрана ҡылып йәшәгеҙ, тип хушлашҡан Гөлбикә апайҙың үҙен кем йәлләр һуң?!. Йәшәйеше тик сирле улы тирәләй ҡоролған... 

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
* Бөтә исем дә үҙгәртеп алынды.

https://ye102.ru/articles/mahsus/2023-05-14/tormoshom-gel-ya-shy-bulyr-ke-ek-ine-3253632 

Автор:Электронное Издательство
Автор:
Читайте нас: