Даирә
+25 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
25 Ноябрь 2022, 09:59

Этле ҡунаҡ (Хикәйә)

Баҙар директоры Ғәндәлип Сәхиевичты йылына бер булһа ла ҡунаҡ итеү һатыусылар, баҙар хеҙмәткәрҙәре араһында ҡәҙимге бер йолаға әйләнгән. Үҙен саҡырмағандарҙы «суҡый» башлауын күреп-аңғарып йөрөгән «торгаш» халҡы, бәләһенән баш-аяҡ типтер инде, ҡунаҡ булырға яратҡан хужаларын саҡырып алып ризалатырға ашыға. Бындағы ветерандар иһә эшкә яңы урынлашыусыларға йә йәшерәк һатыусыларға ошо яҙылмаған ҡанунды тиҙерәк аңғартырға тырыша. Ҡолаҡтан ҡолаҡҡа быш-быш ҡына барып етә иҫкәртеү: үҙенсә булмаһа, директор директорлығын итә башлай. Үҙен ихтирам итмәүселәргә ҡанығып китеп, кешеләрҙе кешелектән сығарып ташлауын, хатта бинахаҡҡа баштарын ашау осраҡтарын да белә һәм онотмай баҙар халҡы. Ә бына йоланы боҙмаусыларҙы ярата Ғәндәлип ағайыбыҙ Алыпһатаров. Уларҙың һул эштәрен дә күрмәй ҙә белмәй.

Этле ҡунаҡ (Хикәйә)
Этле ҡунаҡ (Хикәйә)

– Аңлы, аҡыллы һатыусыларға ниңә бәйләнеп урынлы-урынһыҙға ҡаңғырырға? Әйҙә, оҫталығын, сауҙа эшенә булған маһирлығының изгелеген күрһен. Байый алһа – байыһын, кеҫә ҡалынайтырға зирәклеге етә икән, әйҙә ҡалынайтһын, үҙ мәйеле, – ти ул.
Ләкин коллективта был йолаға буйһонорға теләмәгән үз һүҙле, үгеҙ күҙлеләр ҙә осрап ҡуя.
Бынан ике-өс ай самаһы элек баҙарҙың аяҡ кейемдәре магазинына Мәфтуха исемле бер үткер генә йәш ҡатынды эшкә алғайнылар. Теге баҙар йолаһын аңлатыусыларға:
– Әкиәттәге иргәйел ҡарттан ҡурҡҡан кеүек ниңә мин һеҙҙең күпкән ҡорһаҡ, пеләш баш Алыпһатаровтан ҡурҡырға тейеш? Хәҙер демократия! – тип шартлап тора баяғы Мәфтуха. Баҡһаң, үҙе миңә ҡоҙаса ишараты ла булып сыҡты әле.
– Тиҙҙән һис шикһеҙ эре сирттереүеңдең әсе емештәрен татый башлаясаҡһың, – тим ҡоҙасаға. – Йәшлегеңә барып дыуамалланма, саҡыр. Кем-кем, баҙар тирәһендә ун йыллап эшләүсе, сауҙа эшендә теше төшкән мин – Таҡый ҡоҙаң Ғәндәлиптең холҡон энәһенән ебенәсә беләм...
– Ҡоҙа эште боҙа, ҡурҡҡан һин ҡурҡ, ҡурҡҡанға ҡуш күренә! Баҫымсаҡҡа баҡа ла айғыр, – тип көлә генә.
Көл, көл, көлкөңдө яңыртыр әле ул...

***
Әһә, әйттем бит, ана, Мәфтуха илап та тора.
– Ҡоҙаса, ни булды? Ниңә илап тораһың?
– Магазинда санитария ҡағиҙәләре үтәлмәй тип, бер айлыҡ эш хаҡымды тотоп ҡалдылар. Тағы әллә нәмәләргә бәйләнәләр. Эшең бармай, сығарам тип янай директор.
– Эй, һылыу, әйттем бит йоланы боҙма, тип. Тыңламаның әйткәнде. Ярай, нисауа, әле лә эш үтмәгән. Ошо арала ғына хужаны саҡыра һалып ал. Үпкәңде белдермә. Ал да гөл тор.
Төшөмлө урындың тәмен татый башлаған Мәфтуханың баҙар магазинын ташлап китергә иҫәбе юҡ ине, шикелле.
– Таҡый ҡоҙа, ҡунаҡ эргәһенә тағы кемдәрҙе әйтәйем икән? – тип, саҡырырға риза икәнлеген аңлатты. – Әллә үҙең киләһеңме?
– Юҡ. Ты что, хужа саҡырылған ергә бер үзе йөрөй бит ул.
– Нисек... бер үҙе? Бисәһе юҡмы ни?
– Бисәһе ҡунаҡҡа йөрөүҙе яратмай, ти. Шуға хужа Джульетта исемле этен эйәртеп йөрөй.
– Бына ҡыҙыҡ, нисек инде ҡунаҡҡа этен алып бара? Что-то һин, ҡоҙа, шыттыраһың, шикелле.
– Ярай, ышанмаһаң, саҡырғас күрерһең. Әй, ҡоҙаса, ә һин Ғәндәлип ағаңдың ни ашап, ни эсергә яратҡанын беләһеңме?
– Юҡсы...
– Ә-ә-ә, әнә шул шул. Белмәйһең. Ә белергә кәрәк. Ул һиңә Әүхәҙи ҡоҙаң һымаҡ һимеҙ һарыҡ ите, һинең бишбармағыңды ашап, ябай араҡы эсеп маҙрап ултырмаҫ.
– Нимә әҙерләйем һуң улай булғас?
– Ул тауыҡ бото ярата. Әҙерләү рецебын иртәгә ҡоҙасаңдан һорап яҙып бирермен. Виноның ҡиммәтлеһен, маркалыһын ғына эсә. Ә десертҡа – йөҙөм. Ҡалғанын үҙең ҡара: өҫтәлең бай булһа, насар түгел инде.
Аҡсаң булһа, ҡунаҡ саҡырыу хәҙер моңмо ни? Йәнең ни теләй, тулып ята. Мәфтуха хужаһының күңелен күреү өсөн мул ҡулланып, ихлас әҙерләнергә тотондо.
Директор Ғәндәлип Сәхиевичтың ҡатынына ҡаты бәрелеүен ишеткәс, Мәфтуханың ире Самат ҡына:
– Улайтып һине быжғытып йөрөгәс, килерме икән һуң ул беҙгә? – тип икеләнеп ҡуйғайны, бисәһе уны тиҙ генә тынысландырҙы.
– Таҡый ҡоҙаң белмәй һөйләмәҫ, килер, – тине.
Ысынлап та, саҡырылған сәғәттә ишек ҡыңғырауы талапсан зыңғырланы.
– Был – Ғәндәлип Сәхиевич, – Мәфтуха, алъяпҡысын сисә-сисә ишек төбөнә йүгерҙе. Ҡәҙерле ҡунаҡты ҡаршыларға Самат та ашыҡты.
Ҡунаҡты индерәйек тип, ишекте асып ебәреүгә – ни күҙҙәре менән күрһендәр... Алдарында алан-йолан ҡаранып, башмаҡтай ҙур бер эт ултыра. Мәфтуха ҡурҡышынан:
– Ой! – тип сарылдап артҡа сигенде.
Бына биғәләш, директорҙың ҡунаҡҡа эт эйәртеп йөрөү ғәҙәтен Таҡый ҡоҙаһы алдан аңғартып ҡуйғайны бит инде. Шул тиклем ҡото осмаһа. Мәфтуха эстән генә үҙен шулай тип битәрләне. Ярай Самат уның кеүек бәлтерәп төшмәне. Ул ҡунаҡтың өйгә рәхим итеүен һораны.
Ҡунаҡ: 
– Әйҙә, Джульетта, үт,  – тип башта этен индереп ебәрҙе, шунан үҙе атланы. Ул арала хужаһынан алда ингән эт ҡәҙерле ҡунаҡ ҡиәфәтендә алғы тәпәйҙәрен һоноп ҡиммәтле келәм түшәлгән диван өҫтөндә ята ине инде.
Этенең иркенләп ятҡанын күреп ҡыуанған Ғәндәлип Сәхиевич:
– Ҡарағыҙ әле, нисек матур ята минең Джульеттам. Үҙ дәрәжәһен белә шул ул, – тип арҡаһынан һөйөп алды, шунан эргәһенә диванға ултырҙы. Ниһайәт, ҡунаҡ хужаларға иғтибар итте.
– Мәфтуха һылыу, Джульетта бик аҡыллы эт ул, унан ҡурҡырға кәрәкмәй. Беҙҙең күптәнге ғаилә ағзаһы һымаҡ булып бөткән. Мин ҡунаҡҡа барғанда үҙемдең күңел тартҡан кешеләргә генә этемде эйәртәм, – тип тағы ла этен иркәләп, һөйөп алды.
Был ҡыланыш сәйерерәк күренһә лә, өй хужалары сер бирмәҫкә тырышты.
Һалҡын ҡабымлыҡ өҫтәлдә әҙер ине инде. Ҡунаҡты иркенләберәк ултырырға димләп, хужа бокалдарҙы нур сатҡылары уйнап торған алһыу шарап менән тултырҙы.
– Ғәндәлип Сәхиевич, һеҙҙең менән осрашыу, танышыу хөрмәтенә күтәрәйек әле ошо бокалдарҙы, – тип Самат тост әйтте һәм ихлас күренер өсөн, эсеп ебәрҙе. Ә ҡунаҡ эсергә ашыҡманы. Ул тағы этенә ҡараны ла:    
– Рөхсәт итәһеңме, Джульетта? – тип иркә йылмайҙы. Эт хужаһының ҡулын ялап, ҡойроғон болғап ҡуйҙы.
– Әһә, Джульетта эсеүгә ҡаршы түгел, – тип, Ғәндәлип Сәхиевич бокалдағы шарапты тәмләп, йотомлап эсеп ҡуйҙы. Инде табынға Таҡый ҡоҙа биргән рецепт буйынса бешерелгән тауыҡ боттарын алып килергә ваҡыт етте.

Мәфтуха тәүҙә тауыҡ боттарын ҡайнатып алды. Унан уларға майонез өҫтөнә аджика, ҡырылған һарымһаҡ яҡты. Ит эргәһенә. табаға төрлө йәшелсә турап теҙҙе һәм газ мейесенә тыҡты. Әҙер булғас, иттең өҫтөнә төрлө тәмләткес үлән турап һипте. Бар оҫталығын һалып тырышты инде. Блюдо унышлы  сыҡты, шикелле. Үҙенен бешергән ризығынан ҡәнәғәт булған хужабикә хуш еҫтәре бөркөп, боҫрап торған тауыҡ боттары һалынған ҙур оҙонса тәрилкәне өҫтәлдең уртаһына алып килеп ултыртыуы булды, Ғәндәлип Сәхиевичтың эте ятҡан урынынан һикереп торҙо. Ул өҫтәлгә алғы аяҡтарын һалды ла, ялана-ялана күҙҙәрен ялтыратып, берсә хужаһына, берсә өҫтәлгә ҡараны. Йорт хужалары ни әйтергә белмәй торған арала Ғәндәлип Сәхиевич оҙонса тәрилкәнән зур ғына ботто алып, алдында ултырған десерт тәрилкәһенә һалды ла этенен алдына ҡуйҙы. Эт итте бер генә һоғондо ла, хужаһының күҙҙәренә тағы мөлдөрәп ҡарап, ҡойроғон болғаны. Мәфтуха аптырап, ни тиергә белмәй, берсә иренә, берсә ҡунаҡҡа ҡарап торған арала.
Ғәндәлип Сәхиевич этенә тағы бер киҫәк ит алып һалды.
– Мәфтуха, белгәнһең әле ниндәй ит бешерергә. Беҙҙең Джульегга тауыҡ итен генә ихтирам итә, – тип һөйләнә-һөйләнә, алдына Мәфтуха ҡуйған яны десерт тәрилкәһенә бер тауыҡ ботон алып һалды. Ит ҡунаҡҡа ла оҡшаны.
– Оҫта бешергәнһең, бик тәмле, – тип маҡтаны ул, телен сыпылдатып.
Самат янынан бокалдарҙы тултырҙы. Күргәндәренән әле һаман иҫен йыя алмай ултырған бисәһенең бөйөрөнә төрттө.
– Әйҙәгеҙ, икәү итәйек!
Ҡунаҡ та рюмкаға ихлас үрелде. Бокалдарҙы түңкәреп ҡуйғас, Ғәндәлип Сәхиевич тағы һүҙ алды:
– Беҙҙең Джульеттанын ашҡаҙанына һыйыр, һарыҡ иттәре килешмәй ул. Мосолман эте булғас, сусҡа итен еҫкәп тә ҡарамай. Тәмле-татлыға ла иҫе китеп бармай...
Ғәндәлип Сәхиевич этенен холҡон теҙеп һөйләп алып китте. Ул арала Джульетта тағы хужаһына һырпалана башланы. Этенен ни теләгәнен аңлап торған ҡунаҡ:
– Тауыҡ ботон оҡшаттың бит ә, Джульетта? Әллә тағы берәйҙе кимерәһеңме? – тип хужабикәгә ҡараны. Үҙе Мәфтуханын өндәшкәнен дә көтмәй, тағы элмәнләп торған этенен ауыҙына ит ҡаптырҙы. Ниһайәт, эт хужаһының күҙҙәренә ҡәнәғәт караны, Ғәндәлип Сахиевич өҙөлгән һүҙен ялғап ебәрҙе.
– Джульеттаны мин көсөк кенә көйө Өфөләге бер ҙур таныш түрәнән алып ҡайттым. Уның әсәһе төрлө күргәҙмәлә ҡатнашып миҙалдар яулаған, сығышы ябай түгел.
Ҡунаҡ алдындағы тауыҡ ботон кимереп бөттө лә икенсеһенә ынтылды. Өҫтәлдәге башҡа аш-һыуға, салат-малаттарға үрелмәне лә: йәнә бер бокалды түңкәрҙе лә баяғы әңгәмәне дауам итте.
– Беҙҙең бала-саға булманы. Хәләл ефетем дә, үҙем дә, кеше балаһынан кем изгелөк күргән, тинек тә ҡуйҙыҡ. - Ҡунаҡ этенә яғымлы ҡарап алды. – Бар йыуанысыбыҙ – Джульетта. Көсөктәре булһа, уларҙы бала урынына тәрбиәләйбеҙ.
Шул саҡ Самат менән Мәфтуха бер-береһенә мәғәнәле генә ҡарап ҡуйҙы. Мәфтуханың ҡарашы: «Һин бала кәрәк тә, бала кәрәк, тип теңкәгә тейә инең, ишеттеңме, ағай нимә ти?» Тигәнде аңлатһа, Саматтыҡы: «Юҡ, килешмәйем, минеңсә, бала – тормош йәме» – тигән бәхәстең дауамы ине.
Ғәндәлип Сәхиевич эте тураһында һөйләүҙән туҡтаманы.
– Джульетта бесәйҙәрҙе яратмай. Бигерәк тә ҡара бесәйҙәрҙе күрһә, ене ҡотора ла китә.
Хужалар үҙҙәрен нисек тоторға, ни әйтергә белмәне Аптырағас, Мәфтуха:
– Этегеҙҙе бигерәк яратаһығыҙ икән, Ғәндәлип Сәхиевич – тип ҡуйҙы.
– Эйе, яратам, бик яратам аҡыллымды.
Ғәндәлип Сәхиевич аяҡ аҫтында шым ғына ятҡан этенә эйелеп, тағы арҡа йөндәрен ҡашып алды.
– Әллә тағы ла берәй бот кимерәһеңме? – тип Ғәндәлип Сәхиевич туйып ғарҡ булған Джульеттаһына тағы һимеҙ бот ырғытты. – Һыйлан әйҙә! Хужалар йомарт, һый мул. һиңә кон дә тауыҡ бото тәтемәҫ, эләккәндә йыйырып ҡал.
Йорт хужаларының тамам кәйефтәре ҡырылды. 
Мәфтуха:
– Ғәндәлип Сәхиевич, этегеҙҙе әллә ванна бүлмәһенә индереп торайыҡмы? Туйҙы бит инде, үҙегеҙгә лә ҡамасаулай, шикелле, – тине.
– Юҡ, нишләп ҡамасаулаһын ти ул. Ванна бүлмәһендә уға күңелһеҙ булыр бит, – тип, ҡунаҡ этен эргәһенән ебәреүгә ҡаршы төштө.
– Әйҙәгеҙ, ашап-эсеп, һөйләшеп ултырайыҡ, – тине йорт хужаһы, ҡатынының эштәге проблемаларына ишаралап.
– Бер ваҡыт Джульетта менән Сәкинә тигән коллегаларға ҡунаҡҡа барыу иҫкә төшөп китте әле, – тип һүҙ башланы Ғәндәлип Сәхиевич һәм этенен ятҡан еренән ҡапыл һикереп тороуын күреп, һүҙенән туҡтап ҡалды. Ул этенен түңәрәкләнеп киткән ғазаплы күҙҙәренә ҡарап, ни булды икән тип, уйларға ла өлгөрмәне, тегеһе уҡшый башланы. Уны-быны аңғарып өлгөргәнсе иҙәндәге аллы-гөллө ҡулдан һуғылған балаҫтың өҫтө эттен һаҫыҡ ҡоҫҡолоғо менән ҡапланды. Иң беренсе Самат иҫенә килде:
– Тиҙерәк ваннаға индерәйек, – тине лә этте күтәреп тигәндәй ваннаға ыңғайланы.
Мәфтуха ҡоҫҡолоҡҡа бысраған балаҫын күреп, саҡ илап ебәрмәне. Әсәһе мәрхүмәнең ҡәҙерле аманаты итеп кенә һаҡлағайны бит был балаҫты. Күҙҙең яуын алырлыҡ сағыу төҫтәрҙән һуғылған аҫалы балаҫты бик һирәк кенә, оло ҡунаҡтар килгәндә генә иҙәнгә түшәй торғайны. Әсәһе ныҡлап ауырый башлағас: «Балам, башҡа ҡалдырыр нәмәм юҡ, ошо балаҫты төҫөм итеп бирәйем», – тигәйне.
Оҫтаның да оҫтаһы ине шул. Мәфтуха атылып сығырға торған күҙ йәштәрен аңшайып ни эшләргә белмәй торған Ғәндәлип Сәхиевичҡа күрһәтмәҫ өсөн уға арты менән боролдо ла эйелеп балаҫты ипләп кенә йомарлап йыя башланы. Тиҙерәк эттен ҡоҫҡолоғон йыуа һалырға кәрәк, юҡһа, буяуҙары уңыр.
Ванналағы хәлде күреп, Мәфтуха атылып, уҡшып килеп сыҡты.
Ваннаның аяҡ баҫыр ере ҡалмаған, буйҙан буйға шыйыҡ һары мәте – ҡунаҡ этенен эсе киткән, имеш.
Был хәлгә аптырап, шаҡ ҡатып баҫып торғанда, ҡунаҡ  һүҙ башланы:    
– Ҡарындаш, беҙҙен Джульеттаның ашҡаҙаны бик һиҙгер.
Әлегә тиклем һап-һау эт тауыҡ бото ашағандан һуң ғына ҡапыл ауырып китте. Бында нимәлер не то, – әҙерәк уйланып торҙо ла өҫтәне.
– Тимәк, йә бешеп етмәгән, йә башҡа төрлө сәбәбе бар, – тине.
Тағы бер аҙ ваҡыт һүҙһеҙ торғас:
– Туҡта, туҡта, үҙегеҙ тауыҡ итен элеп тә ҡапманығыҙ түгелме һун? Хәтерем яңылышмаһа, тап шулай. Элеп тә ҡапманығыҙ. Әһә, бына хикмәт ҡайҙа! Аңлашылды. Бына ышан белмәгән кешегә. Бына йөрө ҡунаҡҡа, – тип ярһып китте Ғәндәлип Сәхиевич һәм ванна бүлмәһендә торған этен саҡырҙы.    
– Джульетта, әйҙә ҡайта һалайыҡ. Миңә лә больницаға бара һалып анализ бирергә кәрәк. Ниңәлер күңел болғана башланы.
Ғәндәлип Сәхиевич ишекте шартлата ябып, хушлашмай ҙа ашығып сығып китте.
– Артына ҡарама көлө, – тине йәне көйгән Мәфтуха һәм тиҙерәк йөн балаҫты йыуа һалайым тип ванна бүлмәһенә ашыҡты.
Әсәһе балаҫты биргән саҡта:
– Уны йыуырға ярамай, йыуған буяуҙарының төҫө аза ҡаҡҡылап-һуҡҡылаһан да йөн нәмә таҙарыр, – тигәйне лә бит. 
Йыуғас ни эшләр инде?
 Уның сағыу төҫтәре ныҡ ҡына уңғайны. Саматтың тынысландырырға тырышып ҡарауы ла бушҡа булды...  



Лира Әхмәт Якшыбаева

 

https://ye102.ru/articles/mahsus/2022-11-25/etle-una-3044635 

Автор:
Читайте нас: