Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
10 Ноябрь 2022, 10:28

Гәзит уҡыусылар ижады

Яҡташтарыбыҙ ижады

Гәзит уҡыусылар ижады
Гәзит уҡыусылар ижады

Берҙәмлектә көс
Дуҫлыҡ күперҙәре асылһын да,
Берләшһендәр ине халыҡтар.
Тыныс илдә, тыныс күңел менән
Йәшәргә бит минең дә хаҡым бар.
Һарғаймаһын ине көҙгө япраҡтарҙай
Әсәйҙәрҙең нурлы йөҙҙәре.
Ап-аҡ ҡышҡай, тиҙерәк алмаштырсы
Шундай шыҡһыҙ, ҡара көҙҙәрҙе.
Үҙәктәргә үтте быйыл көҙҙөң
Әсе еле, әсе яҙмышы.
Ниҙәр генә әйтеп таратайыҡ
Әсәләрҙең йөрәк һағышын?
Ап-аҡ келәм йәйҙе бөгөн Көҙ-һылыуҡай,
Яҡшылыҡҡа уны юраным.
Яҡшылыҡҡа уны юраным да
Һеҙ, дуҫтарға, ғүмер һораным...
Изге булһын ине уйҙарыбыҙ,
Яҡты булһын ине хыялдар.
Татыулыҡ һәм берҙәмлек булғанда
Ҡурҡыта алмаҫ ыжғыр бурандар.
Гөлнара Иҫәнғолова.
Ҡарлыманбаш ауылы.


Көҙ
Көҙгө урман... Таныш һуҡмаҡ,
Һарғая тау биттәре.
Ҡоштар ҙа юҡ, китеп бөткән
Инде бынан бик күптән.
Шыршылыҡты йырып үтәм,
Урман бик ҡуйы ғына.
Һылыу миләш һыйынған
Ҡарт имән ҡуйынына.
Ҡыш та йәшел, йәй ҙә йәшел
Шыршы тигән бер ағас.
Ниңә йәшел булмаһын ул,
Энәләрен ҡоймағас.
Мәрүәр ИШМОРАТОВА.
Яңы Бишауыл ауылы.


Көҙгө урманда
Көҙгө матурлыҡҡа һоҡланып,
Йөрөйөм әле урманда.
Көҙ артынан ҡыш килер,
Йөрөп булмаҫ буранда.
Көҙ етһә лә ағастар
Ғорур баҫып торалар.
Япраҡтар теләмәй генә
Берәмләп ҡойолалар.
Ә төҫтәрҙең төрлөлөгө
Күҙҙәрҙе ҡамаштыра.
Йәшел, һары, ҡыҙғылт төҫтәр
Үҙенә тартып тора.
Бына бөҙрә һылыу ҡайын
Кейгән йәшел күлдәген.
Берәм-һәрәм һары япраҡ
Үҙгәртә уның биҙәген.
Уттай янып, миләшкәйем
Саҡырып тора үҙенә.
Ә тегендә ҡыҙғылт ҡына
Ниндәй ағас күренә?
Әлморон ҡыуағы икән
Ҡыҙғылт-һары япраҡта.
Һоҡланып күҙҙәр туя алмай
Шул ҡәҙәр матурлыҡҡа.
Көҙҙө моңһоу тиһәләр ҙә,
Күрҙем көҙ матурлығын.
Арындым ауыр уйҙарҙан,
Артты ғына шатлығым.
Әлиә РӘХИМОВА.
Яңы Ҡыйышҡы ауылы.


Үтә лә китә тәүлек...
Көнө-төнө эй, сабаһың,
Орсоҡтай өйөрөлөп.
Әллә ниндәй замана ул,
Бер ҙә булмай өлгөрөп.
Һиҙелмәйсә әллә нисек
Үтә лә китә тәүлек.
Ул ваҡытта бик күп эштәр
Эшләнә ине элек.
Бәлки дәртлерәк булғанға,
Көс тә булған мулыраҡ.
Йәш саҡтарҙа һәр ҡайһыбыҙ
Булалыр уңғаныраҡ.
Уфтанырға тормайым әле,
Зарланырға юҡ хаҡым.
Бер аҙға ғына һүрелгән
Йөрәгемдәге ялҡын...
Венера ЛАТИПОВА.
Ҡырмыҫҡалы ауылы.

Автор:
Читайте нас: