Даирә
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
3 Ноябрь 2022, 12:23

Әҙәби гөлләмә

Гәзит уҡыусылар ижады

Әҙәби гөлләмә
Әҙәби гөлләмә

Һуңғы сәскәләрем
Көҙ килгәйне, ағастарҙы
Ыжғыр елдәр тартҡылай.
Һаман йәшел япраҡтарҙы
Һалҡын ямғыр ҡамсылай.
Үлән ҡорой, берсә сыға –
Йылы булыр, тиме икән?
Тыныс ҡына йоҡлағансы
Йәйҙәр үтте бит күптән.
Баҡсалағы сәскәләрем,
Ана, һулый ҙа төшкән.
Һыйынырға урын тапмай
Барыһы ла күшеккән.
Ярай әле ҡайһылары
Емешен һибә ергә.
Һуңлап атҡан сәскәләрем
Бигерәк тә йәл миңә.
Көн яғына тартылышып
Ҡоштар осто талпынып.
“Йәйҙе алып китмәгеҙ”, - тип,
Ҡарап ҡалдым бойоғоп.
Ҡайҙан тапҡан көҙ апай
Бик күп һары буяуын?
Һары урман, һары тау
Алып тора күҙ яуын.
Көҙ булһа, ҡышты көтәм,
Ҡыш үтмәҫтән яҙ көтәм.
Яҙ бөтмәҫтән йәй көтәм,
Тағы ла көтөр инем,
Ярай юҡ миҙгел бүтән.

***

Бәпес тыуҙы
Ауылдың иң күркәм йортонда
Бөгөн оло ҡыуаныс.
Хоҙай Тәғәлә бүләк иткән
Күптән көткән бер бәпес.
Өйҙөң иң түренә
Элгәндәр сәңгелдәк.
Төймәләй бер ауыҙ
Ҡысҡыра сәрелдәп.
Ни генә һорай һуң?
Эй һыға балауыҙ!
Ҡолаҡты яра бит
Төймәләй бер ауыҙ.
Ҡояш ҡыҙҙыра
Бешкән ҡоймаҡтай,
Ә сабый яу һала,
Танауы уймаҡтай.
Даулаһын, яу һалһын,
Илемә ир кәрәк,
Атай-әсәйгә
Ул була ҙур терәк.
Ирҙәр тыуа донъяға
Киләсәккә атларға.
Ватанды һәм илебеҙҙе
Күҙ ҡараһылай һаҡларға.
Был сабыйҙың исеме
Була икән Азамат.
Донъяларға, балаҡай,
Изгелек нуры тарат.
Мәрүәр ИШМОРАТОВА.
Яңы Бишауыл ауылы.

Автор:
Читайте нас: