Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
19 Октябрь 2022, 16:52

Сысҡанға һунар (юмореска)

Көҙҙөң тәүге һалҡындары төшөп, бар тереклек ҡайҙа инеп боҫорға белмәй йөрөгәндә булды был хәл. Кисен, утты һүндереп, әүен баҙарына киттек кенә тигәндә, тәүҙә ҡыштырҙаған, һуңынан кимергән тауыш ишетелде.

Сысҡанға һунар (юмореска)
Сысҡанға һунар (юмореска)

Һикереп тороп утты яҡтырттым да, тауыш сыҡҡан яҡҡа ыңғайланым. Карауат аҫтына эйелеп ҡараһам, көндөҙ улым тотоп йөрөгән печенье киҫәгенән башҡа бер нимә лә юҡ. Ян-яҡты ҡараштырҙым да, бәйләнерлек әйбер тапмағас, кире яттым. Был хәл төн эсендә бер нисә тапҡыр ҡабатланды. Ни эшләмәк кәрәк? Артабан да былай йәшәп булмай бит инде! Ни бесәйе, һүҙ күтәрә алмайынса, ғәрлегенән өйҙән сығып китте. Тыштан алып ингән батҡаҡты бармаҡтары араһынан теше менән таҙартып, сабыйымдың бишегендә төкөрөнөп ятҡан мәлендә күҙенә тура ҡарап:

- Һин – әрәмтамаҡ! Сысҡан хәҙер бер ҡолағыңдан инеп, икенсеһенән сығырға тора, ә һиңә барыбер! Һине ҡарағансы, берәй тауыҡ аҫраһам, лутсы файҙа булыр ине! Күҙ алдымдан юғалһаң, башҡаса мәңге бесәй тотмаясаҡмын! – тип әрләгәйнем шул.

Көс-хәл таң аттырып, туп-тура хужалыҡ тауарҙары магазинына юл тоттом.

- Миңә сысҡандан ҡотолоуҙың иң һөҙөмтәле ысулын өйрәтегеҙ әле, - тинем.

- Бына ағыуланған бойҙай, брикеттар, пакеттар яңы ғына ҡайтты. Сысҡан уларҙы ашаһа, ҡасҡан урынынан сығып, һинең алдыңа йығылып ятып үлә, - ти һатыусы апай. Пакетиктар тигәс, терт итеп киттем, сөнки бер алып ҡарағайным ул йәшкелт ҡаптарҙы. Сысҡандан ҡотолоуын-ҡотолдоҡ, әммә йоҡо бүлмәһенә яман еҫ арҡаһында бер аҙна тирәһе инерлек булмағайны, бер ҙә генә алдыма килеп йығылманы. Аптырағас, тотонған нәмәм булмаһа ла, ҡапҡан алып ҡарарға булдым.

Кухняла минән башҡа берәү ҙә хужа булырға тейеш түгел тип, сәмләнеп ҡапҡан ҡорорға керештем. Әммә тәү ҡарашҡа ябай ҡоролма серен тиҙ генә сисергә теләмәне. Бер нисә тапҡыр бармаҡтарға ла елле генә эләкте.

Тағы ҡыштырҙаған тауыш сыҡты. Кухня гарнитуры ишектәрен берәм-берәм асып ҡарайым. Әһә, ана бит ул йәй буйы үҫтергән көнбағышым менән тамаҡ ялғап ултыра! Иҫке селтәрем менән бәйләп ҡарғаларҙан һинең өсөн һаҡлағанмы ни уларҙы?! Сысҡан ҡапыл туҡтап, шаҡ ҡатты, мине күрмәмешкә һалышҡан булды, йәнәһе, ул бында “ни при чем”, былай ғына, хәл белергә генә ингән. Хәҙер, хәҙер, көтөп тор, йомшағырағы менән һыйлармын, тип, ишекте һаҡ ҡына яптым да, икмәк йомшағынан шарсыҡ әүәләп, ҡапҡан ырғағына беркеттем. Ҡоролған ҡапҡанды ипләп кенә янына ҡуйып, мөғжизә көтә башланым. Бер заман “шылт” иткән тауышҡа барып ҡараһам, ҡапҡан ябылған, ә икмәктән елдәр иҫкән! Һуңынан ул икмәк киҫәген еп менән бәйләп тә ҡараным, әммә хәйләкәр кимереүсе шулай бер нисә тапҡыр төп башына ултыртты. Көнбағышҡа битараф булмағас, ҡапҡанға “эслек” итеп орлоғон беркеттем. Сабырлыҡ төбө – алтын бит инде ул, этләшә торғас, тоттом тәки шул сысҡанды! Тик уны ҡапҡандан алыуҙы күҙ алдына ла килтерә алманым. Шуға гәзит уҡып ултырған ефетемә: “Ҡәҙерлем, мин яңылыш сысҡан тотҡайным, шуны ғына сығарып ташла әле”, - тигән булдым.

Ул әллә “ҡәҙерлем”, әллә “сысҡан тоттом” тигәнгә аптыраны, аңламаным, әммә өнһөҙ генә сысҡанды сығарып сөйҙө. Тыштан ингәс, ҡәнәғәт йөҙ менән:

- Ҡара әле, ҡәҙерлем, бынан һуң бит инде һин хәҙер – бесәй-ҡатын! – тине.

Шулай, егерме биш һумлыҡ ҡоролмам “шылт” итеү менән, ҡәҙерлем, “трофей” һине көтә, тип бер күҙ ҡыҫып мырылдаһам (статусым шулай ҡуша), иптәшем ҡапҡанды шундуҡ бушатып бирә.

Сысҡандың нәҫел-нәсәбе байтаҡ ҡына булған икән, шулай ҙа оҙаҡҡа һуҙмай берәм-берәм эләктереп бөтөрҙөм. Әлегә ҡыштырҙаған-кимергән тауыш ишетелмәй, Аллаға шөкөр. Ишетелә ҡалһа инде, йорто таҙалығы, ғаиләһе сәләмәтлеге хаҡына бесәй-ҡатын тағы эшенә керешер!

Илнара Хәкимова.

 

Фото: she-barshenko-v.livejournal.com

Автор:Ильнара   Хакимова
Читайте нас: