Даирә
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
9 Сентябрь 2022, 10:21

БАРҘЫМ ӘЛЕ ТОҘЛО КҮЛГӘ ЙӘКИ БАТҠАҠҠА БАТЫРЫЛҒАН ЯҘМЫШ (булған хәл)

Ауылға бер ҡайтыуымда, аяҡ быуындары һыҙлап яфаланған атайым:

БАРҘЫМ ӘЛЕ ТОҘЛО КҮЛГӘ ЙӘКИ БАТҠАҠҠА БАТЫРЫЛҒАН ЯҘМЫШ (булған хәл)
БАРҘЫМ ӘЛЕ ТОҘЛО КҮЛГӘ ЙӘКИ БАТҠАҠҠА БАТЫРЫЛҒАН ЯҘМЫШ (булған хәл)

- Әллә шунда барып батҡағын алып ҡайтаһыңмы, бәлки уның менән ыуынһам, файҙаһы тейер, - тип, Көйөргәҙе районының Яҡут ауылы янындағы тоҙло күл тураһында гәзиттә яҙылған мәҡәлене күрһәтте. Күп ауырыуҙарға дауа булған бик тә шифалы был күл тураһындағы яҙманы үҙем дә уҡыған  инем. Ваҡыт ҡыҫынҡыраҡ булһа ла, ризалашып, ҡояш кискелеккә ауышҡанда, ҡатын менән юлға сыҡтыҡ.

Аҙмы-күпме барманыҡ, юл сатында ҡул күтәреп торған өлкән йәштәге ағай осраны.

- Миңә Морапталға сығырға ине, - тине ул, урынға инеп ултырғас. Әҙерәк барғас, ағайҙың ни йомош менән йөрөүен һорап ҡуйҙым.

- Бына илле йыл күрешмәгән апайҙы ҡайтып күрҙем, - тине ағай.

Һүҙҙәрҙе башҡортса әйтеп маташһа ла, һөйләшеүе буйынса Урта Азияла йәшәгәнлеген һиҙгәйнем инде.

-Ҡайҙа, Үзбәкстанда йөрөнөгөҙмө? – тип һораным.

- Ҡаҙаҡ илендә лә, Үзбәкстанда ла йәшәлде, тыумышым менән Ырымбур өлкәһенән үҙем, - тине лә, ағай үҙ сиратында ҡайҙа юл тотоуыбыҙҙы һорашты. Мин ни эш менән йөрөүебеҙҙе әйткәс, ағай ҡапыл бөршәйеп ҡалып, ҡурҡынған күҙҙәре менән алан-йолан ҡаранды ла:

- Дә-ә. Кемдәрҙелер йүнәлтә, ҡайһыларының яҙмыштарын ғәрипләй ул батҡаҡ, - тип ауыр итеп көрһөнөп ҡуйҙы.

 Ағай яйыраҡ  барыуымды һораны ла, шымып ҡалды. Артҡы  ултырғыста ултырған ҡатыным, түҙемһеҙләнеп:

- Йә, ағай, бер башлағас, ул батҡаҡлы яҙмышығыҙ тураһында һөйләп бирегеҙ инде, - тип ағайға текләне.

- Әлләсе. Күңелегеҙгә шом һалмаһам, һөйләйемме икән, - тине ағай һәм бер аҙ көттөрөп, һүҙен дауам итте. – Үҙем мин Туҡ буйынан. Шундағы башҡорт ауылында тыуып үҫтем. Беҙҙең быуындың үҫмер сағы һуғыш осорона тура килде. Ул ваҡытта күргән нужа-ҡайғыларҙы һөйләп тормайым, уҡып та, ата-әсәләрегеҙҙән дә күп ишеткәнһегеҙер инде. Ҡыҫҡаһы, нужа ҡаласы ашап үҫкән кеше мин. Атай һуғыштан ҡайтманы, әсәйем, апайым менән өсәүләшеп йәшәнек. Һуғыштың тәүге йылдарында беҙҙең яҡтарға эвакуацияланғандарҙы килтергәйнеләр. Араларындағы Катя исемле минең тиҫтер йәтим ҡыҙҙы беҙҙең күрше инәйҙәргә фатирға индерҙеләр. Катюша менән шунда уҡ дуҫлашып алдыҡ, эшкә лә, киске уйындарға ла гел бергә йөрөнөк. Килеүселәр  аҡрынлап беҙҙең телде өйрәнеп алды, ә Катя бигерәк тиҙ башҡортсаға күсте. Беҙҙекеләр өйҙәрен азат иткәс, эвакуацияға эләккәндәр кире ҡайтып китте.

Ә Катя «был яҡтар оҡшай», - тип тороп ҡалды. Китәм тиһә лә, барыбер, мин ебәрмәҫ инем. Сөнки беҙ ғашиҡ булышып, бер-беребеҙҙе ярата инек инде.

Ул йылдарҙа үҫмер егет-ҡыҙҙарҙы тоталар ҙа ФЗО-ла уҡырға оҙаталар ине. Минән бер йәшкә өлкән апайым да шунда эләкте. Ә әсәйемде аяҡ һыҙлауы яфалай башланы. Һуғыш йылдарында ҡар тимәй, ямғыр тимәй, көн-төн баҫыуҙа эшләүе, яҙлы-көҙлө боҙло һыу йырып иген орлоғо йөкмәп ташыуы касафатылыр инде. Донъя йөгөн тартыу бер үҙемә ҡалды тиерлек. Инде аҡрынлап ФЗО-ға китергә сират миңә лә етеп килгәс, үҙемдән бигерәк әсәйемде ҡайғыртып, өйләнеп, унан ҡотолоп ҡалырға булдым. Быға тағы ла бер сәбәп бар ине: Катя фатирҙа йәшәгән инәйҙе аҙбары артында ниндәйҙер йыртҡыстан таланып, муйыны сәйнәлеп үлгән килеш таптылар. Ул саҡта ни бүреләр өйөрө менән ауыл ситендә үк йөрөгәс, шуларға япһарҙылар ҙа ҡуйҙылар. Минең һөйгән кешемде яңғыҙ йәшәткем килмәй ине. Уны кәләш итеп үҙебеҙгә алып ҡайтырға булдым. Әсәйем ниңәлер теләр-теләмәҫ кенә ризалашты. Шулай итеп, никах уҡытып, Катяға Кәшифә тип исем ҡушып, ун алтым тулыр-тулмаҫ кәләшле булып алдым.

Әсәйемдең хәле көндән-көн мөшкөлләнде. Хатта ул йөрөй алмаҫлыҡ хәлгә килеп, урынға уҡ ятты. Шулай бер көндө күршебеҙ Хәлим бабай килеп инде һәм миңә:

- Улым, әллә Тоҙтүбәгә барып, шундағы күлдән батҡаҡ алып ҡайтаһыңмы? Әсәйең мунсала шуның менән ыуынып ултырһа, бәлки һыҙланыуы үтеп китер, - тине.

Ул  ат арбаһы менән биш  биҙрә һыйышлы ағас мискәһен дә биреп торорға вәғәҙә итте. Әлбиттә, әсәйемде аяҡҡа баҫтырыр өсөн йәһәннәм ситенә лә китергә риза инем. Мин юлға ла йыйына башланым. Мин дә барам, тип Кәшифә лә сат йәбеште. Ошолай август аҙағы ине. Таң менән юлға сыҡтыҡ. Әсәйем имгәкләп - шыуыша тиерлек ҡапҡа төбөнә килеп, беҙ күҙҙән юғалғансы ҡарап ҡалды.

Беҙҙе һуңғы тапҡыр күреүен һиҙенгәндер инде, бахырҡай.

Юлда бер-ике рәт туҡталып, атты ашата-ашата, үҙебеҙ ҙә ҡоро-һары менән тамаҡ ялғап, тәүге көндө Ырымбурҙы уҙа биреп туҡтаныҡ. Ғашиҡтарға ҡыуыш та ожмах, тигәндәй, арба янына кейеҙ түшәнек тә, ҡола яланда яттыҡ та йоҡланыҡ. Иртәһен Дуңғыҙ һыуын сыҡҡас, атты ла ял иттереп, ҡараңғы төшөүгә, тоҙло күлгә барып еттек.

Ул төн аҙыраҡ һалҡынсараҡ булһа ла, салт аяҙ ине. Күктә тулған ай йылмая. Тирә-яҡта беҙҙән башҡа бер ниндәй йән эйәһе лә күренмәй. Мин, тәүҙә батҡаҡ тултырып алып, килеүен-килгәс, үҙем дә бер-ике рәт сумып сығып, аҙаҡ алыҫҡараҡ атты туғарыу иҫәбе менән, яр ситенә үк яҡын килдем. Күлгә етәрәк үк күккә ҡарай-ҡарай ниҙер бышылдап, үҙен нисектер сәйер тотоп килгән кәләшем, ат туҡтау менән, минең: «Әҙерәк сабыр ит, бергә ҡойонорбоҙ!» – тиеүемә лә ҡарамай, сисенеп, һыуға инеп тә китте. Ә мин күнәк менән көрәк алып, һыу ситендәге батҡаҡты арбалағы мискәгә ташый башланым.

Инде мискәмде тултырҙым ғына тигәндә, атым өркә башланы. Мин тирә-яҡҡа ҡараным да, Катяға: «Сығып, мин тейәп бөткәнсе генә аттың башын тотоп тор әле!» – тип ҡысҡырҙым. Ләкин ҡатыным күренмәне лә, яуап та бирмәне. Мин күлдең ситенә үк килдем һәм… ҡапыл  миңә табан һыу эсенән тештәрен ыржайтып, күҙҙәре уттай янған, ҡап-ҡара йөндәрен тырпайтҡан имәнес йәнлек өҫтөмә килеп һикерҙе. Мин ҡулымдағы көрәгемде алға һуҙып, артыма тәгәрәнем. Һыу аждаһаһы, тип уйлаған йыртҡыстың бүрегә оҡшаш икәнен шәйләп ҡалдым. Ул мин һуҙған осло көрәккә күкрәге менән бәрелеп, арҡаһына барып төштө. Тиҙ генә тубыҡлана һалып, көрәгемде юғары күтәрҙем дә, ҡабат өҫтөмә ырғыған йыртҡыстың башына тондорҙом да, һикереп тороп, атым артынан һыпырҙым. Был хәл бер нисә секунд эсендә генә булғас, ҡурҡып та өлгөрмәгән инем. Хәҙер  килеп ҡотом алынып, артыма ла ҡарамай, бар көсөмә йүгерҙем. Инде хәлем бөтөп тәгәрәнем тигәндә, арыраҡ, ауған арба янында, бышҡырғылап торған атымды шәйләп ҡалдым. Мин уның янына килдем дә һиҙелерлек дөрөлдәгән муйынынан ҡосаҡланым һәм икебеҙ ҙә йыш-йыш тын алып, оҙаҡ ҡына хәл  йыйҙыҡ. Ярһыуым баҫылып, бер аҙ тын алғас, булып үткән ваҡиғаға төшөнөргә тырыштым. Тик мейемде «ҡатынымды мәңгегә юғалттым, йыртҡыс һыу эсендә үк ботарлап ырғытҡандыр инде», тигән уй ғына биләп алды. Шулай ҙа таң атҡас, күлгә барырға булдым. Ҡатынымдың яр ситендә ятҡан яланғас кәүҙәһен мин алыҫтан уҡ шәйләнем. Атымды туҡтата һалып, арбанан һикереп төштөм дә уға ҡарай йүгерҙем. Үҙем, теге имәнес йыртҡыс юҡмы икән, тип тирә-яғыма ла ҡарап алам. Килеп еткәндә Катя тере ине әле. Ләкин, зәңгәр күҙҙәрендә ниндәйҙер зәһәр осҡондар ҡабыҙып миңә текләне лә, йән бирҙе. Тырнашырға йыйынғандай бармаҡтарын тырпайтып һуҙған ҡулы ла һәленеп төштө. Мин бер аҙ иҫемә килеп, уның күкрәгендәге, башындағы яраларына иғтибар иттем. Улар бер ҙә тырнаҡ, теш ҡалдырған яралар түгел, ә минең көрәк һалған яралар ине. Мин ғәжәпләнеүемдән ауыҙымды астым. Тимәк, ҡатынымды үҙем үлтергәнмен. Тик тулған айҙың ап-асыҡ  яҡтыһында уны йыртҡыс менән бутарға, мин иҫәр түгел дә! Унан килеп, атымдың ҡыланыштары ла быны раҫлай һәм ҡапыл әүермәндәр тураһында ишеткәндәрем ҡылт итеп иҫкә төштө. Күрше инәйҙең ботарланған кәүҙәһе лә күҙ алдыма килеп баҫты. Тимәк, ҡатыным әүермән булған! Мин урынымдан һикереп тороп, ҡурҡа-ҡурҡа артыма сигендем дә, атым янына барып, арбаға һөйәлдем.

Башымда төрлө уйҙар ҡайнаша. Тәүҙә атыма ултырып, килгән яҡҡа һыпыртырға ла ине иҫәп. Ләкин кешеләр Катяның үле кәүҙәһен күреп һәм үлтерелгәнлеген белеп,  артымдан ҡыуып тотасаҡтар. Минең һөйләгәндәргә барыбер ышанмаясаҡтар. Унан инде башым төрмәнән сыҡмаясаҡ, тигән уй ебәрмәне, Катяның кәүҙәһен нисек тә йәшерергә тигән иҫәп менән бөтә ҡыйыулығымды йыйып, уның янына барҙым да күҙҙәремде йомған килеш күтәреп алып, арбаға килтереп һалдым. Биш-алты саҡрымдан уҙғас, тәүге осраған ағаслыҡҡа индем дә, тәрән булмаған соҡор ҡаҙып, ҡатынымды шунда күмеп ҡалдырҙым.

Яңғыҙ ҡайтһам, Катяны үлтергәнһең тип, төрмәгә ябасаҡтарын уйлап, ҡаҙаҡ далаларына ҡасырға булдым. Станцияға еткәс, ат юлды табып, үҙе ҡайтып етеүенә ышанып, уны туғарып ебәрҙем. Иҫән-һау йөрөп, бер ҡайтһам, арба-сбруйҙары өсөн берәй нисек түләп, Хәлим бабайҙан бәхилләтермен әле, тип уйланым һәм билет алып, Ҡаҙағстанға барыусы поезға ултырҙым. Ундағы бәләкәй генә бер станцияла төшөп ҡалдым да бер ҡаҙаҡ ҡартына ялланып, ун йыл буйына көтөү көттөм. Ҡарт мине бик оҡшатты, буғай. Хатта бәләкәй ҡыҙын миңә кәләш итеп бирергә лә булған ине, ләкин ҡатыным тағы ла әүермән булып ҡуйыр, тип ҡурҡып өйләнмәнем. Шулай ҙа, ҡарт үлгәс, Үзбәкстанға китеп, унда бер тол ҡатынға өйгә индем. Ул бер малай менән бер ҡыҙ табып бирҙе. Әле шунда йәшәп ятабыҙ. Был хәл, һаҙға батырғандай, мине ҡайтармай, ситтә ғүмер һөрҙөрттө. Әле бына илле йыл тигәндә беренсе тапҡыр, унда ла ауылыма түгел, ә был яҡҡа кейәүгә сыҡҡан апайымдарға ғына…

Беҙ Яҡут ауылына килеп еткән инек инде. Мин ағайҙы Морапталға сығарып ҡуйырға булдым. Ул машинанан төшкәндә “әсәйең ни эшләгән”, - тип һораным.

- Уны апайым алып аҫыраған. Ләкин оҙаҡ йәшәмәгән ул. Ә беҙҙең турала дезертирҙар ҡулына эләгеп харап булғандар икән, тигән хәбәр таралған булған, - тине ағай хушлашҡанда. - Ә ат тәки ҡайтып еткән бит!

Беҙ кире Яҡут ауылына килгәндә, ҡараңғы төшә башлаған ине инде. «Күлгә төшмәҫһең, әйҙә, барып батҡаҡ тултырып киләйек!» – тип шаяртып әйтһәм дә, ҡатыным теше-тырнағы менән ҡаршы булды.

Ауылда ҡунырға ҡалыу иҫәбе менән, тәү осраған апайҙан фатирға индереүен һораныҡ. Апай ҡушҡуллап риза булды. Беҙҙең тамаҡтарыбыҙҙы туйҙырып, йомшаҡ түшәккә ятҡырҙы. Иртәгәһен хужабикәбеҙ Нәсимә апайға рәхмәттәр әйтеп, күлгә киттек. Йоҡларға ятҡанда ла, күлдән батҡаҡ алғанда ла, юлда ла исемен дә белмәгән ағайҙың һөйләгәндәре баштан сыҡманы. Мин уны, һөйләй башлағас та әкиәттер, тиеберәк уйлап барһам да, аҙаҡ, булмаған нәмәне шул ҡәҙәре еренә еткереп, һәр деталенә тиклем асыҡлап, шул тиклем тәрән хискә бирелеп бәйән итә алмаҫ ине, тип уйлап ҡуйҙым. Ҡатыным уйлағандырмы-юҡмы, әммә, күлгә килгәс, машинанан да төшмәне, шикелле.         

 

Автор:Мөҙәрис Багаев.

Автор:
Читайте нас: