Даирә
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
15 Июль 2022, 18:33

Ижад итеү - уның булмышы

2021 йылда “Китап” нәшриәте Лилиә Мирзаның “Ҡояш ғәскәре” исемле әкиәттәр йыйынтығын баҫтырып сығарҙы. Әкиәттәр башҡорт һәм рус телдәрендә бирелә. “Ҡояш ғәскәре” – Ҡабаҡ ауылында йәшәгән яҡташыбыҙҙың икенсе китабы.

Ижад итеү - уның булмышы
Ижад итеү - уның булмышы

Беренсеһе, “Хәрефтәр донъяһында” исемле инновацион әлифбаһы, 2009 йылда баҫылып сыҡты. Башҡорт телен өйрәнеү әлифбала әкиәттәр буйынса алып барыла. Дәрестәрендә коммуникатив ысул алымдарын ҡулланған уҡытыусы эш тәжрибәһендә әкиәттәр аша телгә өйрәтеүҙең уңышлы икәнен күрә. Әлифбаһы өҫтөндә автор ете йыл эшләй, уны бер нисә тапҡыр үҙгәртә. Һәр әкиәтте дәрестәрендә уҡыусыларҙа һынап ҡарай. Дәреслектә әкиәт текстары өс вариантта бирелә: башҡорт телен һәйбәт белгән уҡыусылар өсөн, һөйләшеү телмәре менән генә таныш булғандарға һәм телде бөтөнләй белмәгән балалар өсөн. Уҡытыусының ныҡышмал эшен, күрәһең, Хоҙай үҙе хуплай. Әлифбаны баҫмаға әҙерләгәндә Лилиә Мирза ҡыҙында әкиәттәр яҙыу һәләте асылып китә. Беҙ һеҙҙе уның ижады менән таныштырып барырбыҙ.

 

Лилиә МИРЗА

МЫШЫ НИҢӘ МӨГӨҘӨН ТАШЛАЙ? (әкиәт) 

Борон заманда бер хан йәшәгән. Уның тоғро яугире булған. Башҡалар булдыра алмаҫтай эште хан гел шул һанатына ҡушҡан. Яугир-һанат ҡыйыу, көслө, хандың иң ышаныслы һуғышсыларының береһе булып танылған. Уның тоғролоғон бөтөн ил белгән, ти. Кешеләр хан һанатының батырлыҡтары тураһында һоҡланып һөйләгән. Яугир хандың иң ышаныслы кешеһе булыуы менән ғорурланған, үҙен бәхетле тойған.

Шулай йылдар үткән. Бына хандың тоғро яугире мөхәббәтен осратҡан, өйләнгән. Уның ҡыҙы тыуған, бик сибәр ҡыҙ булып үҫеп еткән. Уға Миләш тип исем биргәндәр. Яҡын-тирәлә унан да һылыуыраҡ ҡыҙ юҡ икән.

Бер ваҡыт хан ғәскәре менән алыҫ илдән ҡайтҡанда, ғәҙәттәгесә, халыҡ уларҙы урамға сығып ҡаршы алған. Яугир ҡыҙы Миләш майҙандың ҡалҡыу урынына баҫып, йыр, бейеү менән еңеүселәрҙе сәләмләгән. Уларҙың ҡайтыу хөрмәтенә ойошторолған байрамдан һуң, хан һанатын саҡырып алған да йырсы ҡыҙҙы һарайға килтерергә ҡушҡан. Яугир аптырап ҡалған, ҡуҙғалмай баҫып тора биргән. Һәр бойороғон бер һүҙһеҙ үтәргә ашыҡҡан һанатының бындай ҡылығына хан ғәжәпләнеп ҡуйған. Йәне көйөп:

– Ни эшләп ҡатып ҡалдың? Минең нимә әйткәнде ишетмәнеңме ни? Әмеремде үтә! Беҙҙе йыр-бейеү менән ҡаршы алған һылыуҙы һарайға килтер! Сибәр ҡыҙҙар минең һарайҙа хеҙмәт итергә тейеш икәнен оноттоңмо әллә? Бейеп, минең дә, ҡунаҡтарҙың да күңелдәрен асыр, – тигән.

– Булдыра алмайым, хан, – тигән яугир. – Ул минең ҡыҙым, берҙән-берем. Мин уны бейеүсе итеп түгел, яугир итеп үҫтерҙем.

Оҙаҡ йылдар үҙенә тоғро хеҙмәт иткән өсөн хан мине хөрмәт итәлер, ҡыҙыма теймәҫ, тип өмөтләнгән һанат. Хан өндәшмәгән, әммә күҙҙәрендә асыулы йәшендәр ялтлаған. «Хандың теләгенә ҡаршы сығырға нисек баҙнат итә был ябай яугир? Минең эргәлә йөрөгәнгә танауын күтәргәнме? Иртәгә үк уның урынына икенсене ҡуям, меңәрләгән батыр бар ғәскәремдә», – тип уйлаған хан.

Түрәләрҙең дуҫтары булмай. Байлыҡ һәм хакимлыҡ өсөн улар бер туған ағаларын, ҡустыларын һатырға, киҫергә әҙер. Шулай булғас, ҡул аҫтындағы яугирҙе ул кешегә һанаймы? Файҙаланыуға уңайлы әйбер итеп кенә күргән уны хан.

Оҙаҡ уйлап тормаған хан, йомош тапҡан булып яугир-һанатын Мәскәй әбейгә ебәргән. Ҡулына хат тотторған. Яҙған хатында Мәскәйгә яугирҙе сихырлап үҙендә ҡалдырырға ҡушҡан. Һанат уҡ-һаҙағын, ҡалҡанын тотҡан да юлға сыҡҡан. Хан яугир ҡыҙын һарайға килтерергә ҡушҡан. Ләкин һылыу ҡыҙ хандың ярандарын күргәс тә урманға ҡасҡан. Атаһы алдан иҫкәртеп, хандың бойороғо тураһында әйтеп, һаҡ булырға ҡушып киткән булған ҡыҙы Миләшкә. Өйгә ҡайтырға ҡурҡҡан һылыуҡай урман эйәһенән үҙен йәшереүҙе һораған. Шул минутта ул ағасҡа әйләнгән. Ҡыҙ табылмағас, хан яугир-һанатын ҡайтарырға булған. Урманға ингән дә Мәскәй әбейҙе саҡырған. Мәскәй шунда уҡ хан алдында пәйҙә булған.

– Минең һанат әле һиндәме? Яугиремде ҡайтарырға булдым, – тигән хан.

– Ярҙамсыңды ҡулайлаштырҙым. Ана, урман эсендә йөрөй, ҡалҡаны, уҡ-һаҙағы ла үҙендә. Һине яралы-сирле саҡтарыңда күп күтәреп йөрөттө, бынан һуң да өҫтөндә генә йөрөтөр, – тигән дә мәскәй, шарҡылдап көлөп, күҙҙән юғалған.

Урман эсенән атҡа оҡшаған бер хайуан килеп сыҡҡан. Уның башында ҡалҡан кеүек мөгөҙ булған, ә шул ҡалҡан-мөгөҙҙә уҡтар ҡаҙалып торған һымаҡ, ти. Бындай хайуанды беренсе тапҡыр күргән хан тәүҙә бер аҙ аптырап ҡарап торған. Аҙаҡ ҡыуанып киткән. “Минең бындай хайуанға ултырып килгәнде дошман күрһә, шунда уҡ ҡурҡып ҡасыр”, – тип уйлаған. Хан йәнлекте үҙенең артынан эйәрергә саҡырған, тик йән эйәһе урынынан ҡуҙғалмаған. Башын ғорур күтәреп, ул ханға оҙаҡ ҡына ҡарап торған. Шунан ҡапыл ғына мөгөҙөн һелкетеп төшөрөп, хаким алдына ырғытҡан. Хайуан ханға арты менән боролған да урман эсенә инеп юғалған. Бының менән ул, мин башҡа һинең яугирең түгел, тип әйтергә теләгәнме икән – хан аңлап өлгөрмәгән. Уға боролоп ҡайтып китеүҙән башҡа сара ҡалмаған.

Шулай итеп хан үҙенең иң ышаныслы яугирен юғалтҡан. Оҫталыҡ, тоғролоҡ ҡәҙерен белмәгән түрәгә хеҙмәт итеүҙең мәғәнәһе юҡ икәнен аңлаған, күрәһең, уның һанаты.

Бына шулай донъяла мышылар барлыҡҡа килгән. Уларҙың мөгөҙ ташлау ғәҙәте лә шул ваҡыттарҙан килә икән.

Автор:
Читайте нас: