Даирә
+13 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
22 Июнь 2022, 16:08

Күбәләктәр һәм сәскәләр (әкиәт)

Заманында ҡайһы бер сәскәләр күктә осоп йөрөгән. Уларға күк нығыраҡ оҡшаған. Ергә ғашиҡ сәскәләр ер өҫтөндә ултырған.

Күбәләктәр һәм сәскәләр (әкиәт)
Күбәләктәр һәм сәскәләр (әкиәт)

– Еребеҙ матур булһын, ерҙе биҙәйек! – тигән улар.
– Күк матур, күктә йөҙәйек! – тигән күк сәскәләре.
Бер заман күк сәскәләре бик маһайып киткән.
– Күк беҙҙеке, тимәк, ямғыр ҙа, ҡояш нурҙары ла һеҙгә төшөргә тейеш түгел!
Шулай тигән дә күк сәскәләре ҡояш нурҙарын да, ямғыр тамсыларын да ергә төшөрмәҫкә тырышып күкте ҡаплағандар. Ер сәскәләренең әрнеүле ауазы алыҫтарға таралған. Хоҙайҙың быға асыуы килгән. Ул, күк сәскәләрен имәнес ҡорттарға әйләндереп, ергә ташлаған. Эй илаған күк сәскәләре, эй ялынғандар Хоҙайға:
– Яңынан сәскә булайыҡ. Бер кемгә лә зыян итмәҫбеҙ! – тигәндәр.
Хоҙайға күк сәскәләре йәл булып киткән:
– Ярай. Сәскәләр һымаҡ матур ҙа булырһығыҙ, осоп та йөрөрһөгөҙ, тик тәүҙә һеҙ ҡорт булырһығыҙ. Маһайғанығыҙ өсөн минең һеҙгә язам шул булыр! Күкте, ҡояшты мин барыһы өсөн дә яралттым. Ә һеҙ уны үҙегеҙҙеке тинегеҙ. Үҙегеҙҙе Хоҙай урынына ҡуйҙығыҙ һәм башҡаларҙың яҙмыштары менән уйнарға теләнегеҙ. Бындай эштәр өсөн мин һәр кемгә яза бирәсәкмен. Бер кемдең дә минең ҡанундарымды боҙорға хаҡы юҡ.
Бына шулай донъяла күбәләктәр барлыҡҡа килгән. Улар тәүҙә ҡарышлауыҡ була, шунан һуң ғына күбәләккә әйләнә. Күбәләктәр, сәс­кәнән сәскәгә ҡунып, уларҙан ғәфү үтенә, ти.

Автор: Лилиә МИРЗА.

 

Фото https://fonik.ru сайтынан алынды

Автор:
Читайте нас: