Даирә
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
6 Июнь 2022, 11:30

Эҙҙәреңә генә баҫып... Хикәйә

Сәнғәт колледжының йомғаҡлау концертына саҡырҙылар. Шунда эшләгән уҡытыусылар, студенттар көсө менән әҙерләнгән мәҙәни сара күркәм ойошторолғайны. Концертҡа йәм, үҙенсәлек өҫтәп фойеға ҡала рәссамдарының, урындағы фотографтарҙың картина, фотокүргәҙмәһе лә ҡуйылған. Ике йөҙ тамашасы һыйҙырышлы зал шығырым тулы, беҙҙең, почетлы ҡунаҡтарҙың, урыны икенсе рәттә.

Эҙҙәреңә генә баҫып... Хикәйә
Эҙҙәреңә генә баҫып... Хикәйә
Кисәне алып барыусы егет сираттағы сығыш яһаусыны иғлан итте: «Людвиг ван Бетховен, «Айлы соната». Колледж уҡытыусыһы Миңһылыу Таһирова башҡара». Сәхнәгә сыҡҡан мөләйем йөҙлө йәш ҡатын оялсан йылмайып итәғәтле баш эйҙе лә фортепьяно артына йүнәлде, урынлашҡас аҡҡош ҡанатылай наҙлы елпегән ҡулдарын инструмент телдәренә һалды. Үҙенең аһәңенә сорнап йәнде тетрәткән, суйыр таштарға бәрелеп селтерәй-селтерәй тау түбәненә ташланған йүгерек шишмәнең көмөш сыңылай ағылған көй яйлап ҡына тотош залды солғап алды ла тыңлаусыларҙы арбап, мөғжизәле әкиәт донъяһына алып китте, үтә күренмәле ай нурҙары хакимлыҡ иткән йондоҙло асманға ашырҙы. Һаңрау немец композиторы ижад иткән сонатаны Европала киң билдәле орган залында, башҡа урындарҙа бихисап тапҡырҙар тыңлағаным булды, иллә был музыкаль әҫәрҙең сер асылына, уның илаһилығына һаман да булһа төшөнөп етмәйем, бары булмышым менән ҡабул итеп, сүллектә осраҡлы юлыҡҡан ҡоҙоҡтан сарсауын ҡандырған мосафирҙай моңдо һемереп эсәм генә, эсәм һәм шунан оло ләззәт алам, кинәнеү, ҡәнәғәтләнеү тойғоһон кисерәм. Бөгөнгө кисерештәрем башҡасараҡ, әле бынау башҡарыусы сәхнәгә сыҡҡандан алып күңел төпкөлөн яуапһыҙ һорау ҡымырйыта: «Ҡайҙа күрҙем мин уны, һәм ҡасан?.. Уң яҡ бит алмаһын соҡорландырып оялсан йылмайыуы, муйынын ғорур ханбикәләй текә тотоуы таныш… Улай тиһәң, донъя киң, түңәрәк, кем менән генә осрашмайһың да, кемдәр менән генә барыр юлдарың киҫешмәй… Юҡ, уны ҡайҙалыр күрҙем бит, хатта яҡындан ғына текәлеп торғандаймын да…» Уғаса соната тамамланды, ҡатын дәррәү алҡышлаусыларға рәхмәт йөҙөнән кеселекле баш эйҙе. Уға янып барған раузалар гөлләмәһен бүләк иттеләр, мин дә ҡулым буш булыуға ҡарамаҫтан урынымдан ҡалҡа биреп алға ынтылып ҡуйҙым. Шул мәл ҡатындың муйынының урта өлөшөндәге бәләкәй генә ҡара төрткө миңенә иғтибар иттем. «Миңһылыу… Уның ошо тән тамғаһы таныш та баһа, тик хәтер тигәнең, йылдар үтеү менән ҡом араһындағы ҡырсынды тотмаған иҫке иләккә әүерелә бара…»
Тәнәфес мәлендә фойелағы халыҡты йырып эргәмә Миңһылыу Таһирова үҙе килде, баяғылай эйелә биреп тыйнаҡ иҫәнләште:
– Һаумыһығыҙ? Һеҙгә Айҙар ағай, тип мөрәжәғәт итергә мөмкинме?
– Мин дә үҙ сиратымда ябай итеп, яратып өндәшәйем, һаумы, һылыуым! Оҫта уйнаның, еренә еткереп башҡарҙың, ә бит сонатаның эстәлеге үтә лә ҡатмарлы, уның нескәлектәрен, иң әүәл һиҙгер күңел аша үткәрә һәм тыңлаусыға еткерә белергә кәрәк, шул саҡта ғына ул бына ошолай арбатҡыс ҡабул ителә.
– Рәхмәт. Һеҙ тәжрибәле музыка белгесе һымаҡ фекер йөрөтәһегеҙ.
– «Таштуғай» бөтә нота бейеклектәрен, моң бөгөлдәрен үҙенә һыйҙырған йыр икәнлекте беләм. Уны бит иң тәүҙә фортепьянола түгел, ҡурайҙа башҡарғандар, шулай булғас беҙҙең милли инструмент башҡа музыка ҡоралдарынан һис тә ҡалышмай. Беҙҙең йырҙарыбыҙ-көйҙәребеҙ хаҡында ла шуны әйтер инем… - Күптәнге таныштарҙай һөйләшеп ситкәрәк йүнәлдек, ҡабаланмай атлап күргәҙмә рәтенән үттек. Баяғы һораулы уйҙан арына алмағанға үҙемде тарҡауыраҡ тотам, һиҙҙермәҫкә тырышып Миңһылыу яғына һирпелеп-һирпелеп алам.
– Мине танырға итәһегеҙ шикелле?
– Сырамытам да һымаҡ…
– Һеҙҙе ҡала урамдарында йыш осратам, тик эргәгеҙгә килергә, һүҙ ҡушырға ҡыймайым. Атайым менән әсәйем дә сәләм әйтеп ҡалалар. Беҙ бит ауылдаштар…
– Бына нисек! Хәҙер йәштәрҙе ата-әсәләренә оҡшатып ҡына таныйым.
– Юлды япҡан күҙ асҡыһыҙ аҡман-тоҡманды хәтерләгеҙ әле?
– Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан… Хөрмәт менән Айжан…
– Бына танынығыҙ! Яҡты донъяға ҡабул иткән ҡыҙ балағыҙ мин булам!
– Бәпесем! - Эргәмдәгеләрҙе аптыратып ыҡсым кәүҙәне үҙемә тартып арҡанан тупылдатып һөйҙөм.
– Бәпесегеҙ шул! - Миңһылыу селтерәтеп көлөп ебәрҙе.
Уғаса концерттың икенсе өлөшөнә саҡырып ҡыңғырау шылтыраны.
 
2
 
Мин Сибай медицина училищеһының фельдшерҙар бүлеген тамамлап ҡайтҡан яҙ ауылыбыҙ Сыуаҡтауға күрше райондан килен төштө. Күрмәҫ элек үк йәш килендең үтә лә күрмәлекле икәнлеген еткерҙеләр, ә осратҡас ысынлап та уның ылыҡтырғыс икәнлегенә инандым. Беҙҙә ундайҙарҙы һөйкөмлө һөйәк, тиҙәр. Ауылыбыҙҙағы ҡатын-ҡыҙ сибәрлек йәһәтенән урта һылыу самаһындалар, йәғни араларында һыбайлы атынан төшөп, йәйәүле ятып ҡарарлыҡтар юҡ иҫәбендә. «Һылыу»ҙан һалдырыуым шунан ғибәрәт, ҡатын-ҡыҙҙы йәмһеҙ, тип ҡыйырһытырға ярамай. Бына, мәҫәлән, беҙҙә үрге һәм түбәнге оста Һылыубикәләр йәшәй, улар хаҡында бары: «Һылыулыҡ туйҙа килешә», «Һылыулыҡты баҙарға сығарып булмай», мәҡәлдәрен иҫкә төшөрөп, халыҡ аҡылына таянып, йөҙ, буй-һын етешһеҙлектәренә күҙ йоморға ғына ҡала. Ике тарафта ике «һылыу» йәшәгәс урта тоштағылар хаҡында әйтеп тораһы ла түгел! Уның ҡарауы Һылыубикәләребеҙ талымһыҙ йөк аты ише ҡара эшкә әрһеҙҙәр: кәбән ҡойорға, утын киҫергә, тау аҫтындағы ҡоҙоҡтан дәү биҙрәләрҙе ыһ та итмәй күтәреп һыу ташырға әүәҫтәр. Билдәле - урта сибәрҙәргә осло күҙле ир-ат иғтибар итә һалып бармай, һәм дә ошо тәңгәлдә шул яғы отошло, күҙгә бәрелеп бармағандар менән донъя көтөүе еңел дә, рәхәт тә. Шулай булмай тағы, беренсенән – ҡатыныңды ят ирҙәрҙән көнләшеп йонсомайһың, икенсенән хәләлең көҙгө алдында биҙәнеп-төҙәнеп ваҡыт әрәм итмәй. Һомғол буйлы йәш килен эргәмдән муйынын тура тотоп, текә баҫып үтте, минең яҡҡа ҡараш һирпеүҙе лә кәрәк һанаманы. Уның тумалаҡ, ҡарағусҡыл бит алмаларына, матур танауына, бүлтәйеңкерәп остайған уймаҡ ирендәренә, ҡыйғас ҡаштары аҫтынан ҡараған һорғолт күҙҙәренә, икенән үреп иңенә төшөргән ҡалын ҡара сәстәренә, тәнен кипсәлдергән күлдәге аша ымһындырғыс булып ҡалҡҡан йоморосай түштәренә, ҡойоп ҡуйғандай төҙ аяҡлы тулы балтырҙарына иғтибар иттем. Бейегәндәгеләй итеп йыбырлата баҫа. Беренсе уйым шул булды: « Күрше районға ҡаҙаҡ далаһы яҡын, был килен башҡорт иҫәпләнһә лә исеме менән генә түгел есеме менән дә шул яҡтандыр. Хаҡ һүҙ һөйләгән егеттәр, бының бит-йөҙө, буй-һыны ылыҡтырғыс камил булһа ла артыҡлап һушты алырлыҡ ерҙәрен күрмәйем, ысынлап та урта самаһында, беҙҙең ауылға тап таман…» Шулай тиһәм дә ҡайһылыр яғы менән башҡаларға шыпа ла оҡшамаған килен, бына ул һин дә мин атлап бара һымаҡ, әммә шул уҡ ваҡытта ауыл урамына хәүеф-хәтәрҙән өркөргә әҙер болан аҙашып килеп ингәндәй! Ят та, шул уҡ ваҡытта танһыҡ та күренеш. Тик шуныһы ғына күңелемә ятып бөтмәне – Айжан ире менән сағыштырғанда «силәгенә күрә ҡапҡас» затҡа тартмаған. Ире Ғәбит минән өс-дүрт йәшкә олораҡ, уҡыуҙа оңҡотлоғона барып, һәр класта ике-өс йыл ултырып ташлағанлыҡтан мәктәпте һуң ғына тамамланы. Хәҙер совхоз бүлексәһенең төп «эшсе көсө» иҫәпләнеп ҡайҙа ҡушалар шунда мөштөрҙәй, сит яҡтарға сығып ялланып эшләп тә ҡайтҡылай. Сираттағы ике ай тирәһе юғалып тороуында ошо ҡатынды эйәртеп ҡайтып төштө. Ҡайны-ҡәйнә яғының нәҫел-нәсәбе нисегерәктер, кем белһен, мәгәр Ғәбит кәләш әйттереп, кейәүләү йолаһын атҡарманы, ә ата-әсәһе туйлап, йортҡа килен төшөрөп, уны яҫтыҡҡа баҫтырып, ауыҙына бал-май ҡаптырып ҡаршы алып мәшәҡәтләнмәне, бында килгәс йома көндө Әбдрәхим мулланы абыстайы менән саҡырып бата ғына уҡытҡандар шикелле. Аңламаҫһың был ҡатын-ҡыҙҙың сәйерлеген, Айжан ҡорҙай ғына кәүҙәле, таҙ табыты сыбарлаған сөрәкә башлы Ғәбиттә ниндәй ир ғәйрәте, яҡынлыҡ тапҡандыр! Ни генә тиһәң дә, йәш ғаилә Хөрмәттәргә урам аша ҡаршы торған аласыҡҡа тартым буш өйҙө һипләп йүнәтештерҙеләр ҙә шунда күсенеп йәшәп алды ла киттеләр. Айжан да беҙҙең урта самаларҙан бер яғы менән дә айырылманы, үҙен башҡаларҙан өҫтөн күрһәтмәне, хәйер…
Сыуаҡтау халҡы Октябрь байрамына ҙур концерт әҙерләне. Ауылдаштарыма был йәһәттән һүҙ тейҙерерлек түгел, улар йыр-моңдоң ҡәҙерен, баһаһын, йор һүҙҙең тәмен белеп, сәхнәгә баҫып йыр һуҙырға, шиғыр һөйләргә хирес. Һәммәһен ғәжәпләндергәне шул булды, тамаша ҡыҙған ғына мәлдә сәхнәгә гармунын ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырған Хөрмәт менән Айжан сығып баҫтылар. Армия хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас уҡ өйләнгән Хөрмәт ике йылда ике бала атаһы булып та китте, әле клуб мөдире, бөтә ойоштороу мәшәҡәттәре уның өҫтөндә, ҡартын да, йәшен дә сәхнәгә йәлеп итә, ана бит йәш килендең һәләтен күреп тә өлгөргән. Хөрмәт мыҡты кәүҙәле күрмәлекле кеше, ҡатын-ҡыҙға ҡарата мөғәмәләһе ипле.Тирә-яҡта беренсе гармунсы булғас уға ҡатын-ҡыҙ былай ҙа һылаша һалып бара. Ә миңә килгәндә йә йыр-моңға барымым юҡ, йә аяҡтарымды алмашлап баҫып тыпырҙата белмәйем, шуға кәрәккәндә трибуна артына баҫтырып сығыш ҡына яһаталар. Ыратып эш ҡырмаһалар ҙа килешле итеп һүҙ һөйләй белеүселәрҙең урыны түрҙә хәҙер, шуға иң алғы ултырғыстарҙың береһен биләгәнм-ен. Ҡапыл асылмаҫ йомаҡҡа яуап тапҡандай иттем: «Китсе, был икәү бер-береһенә пар килгәндәр ҙә баһа!» Уйымды раҫлағандай клуб эсе еңелсә геүләп алды, эргәмдәге бисә-сәсә, ҡыҙ-ҡырҡын шыш-быш итешеп бер-береһенә ҡолаҡтарын ҡуйышты. Гармунсы тон юғарылығын эҙләп хромка телдәренән бармаҡтарын етеҙ йүгертеп алды ла күректе киң тартып һыҙҙырып ебәрҙе.
 
Эҙҙәреңә генә баҫып барам,
Эҙҙәреңдән яна табаным…
 
Ҡылған тирбәлгән сал даланы гиҙгән йылымыс елдәй талғын ағылған моң яйлап үҫә барып думбыра ҡылындай тығыҙ тартылған күңелдәрҙе сиртеп тирбәтте, йәндәрҙе арбаны, наҙланы, сихырланы. Айжандың йырын Хөрмәттең күкрәгенән урғылып сыҡҡан көр тауышы күтәрҙе:
 
Эҙҙәреңдән таба алмағанды,
Күҙҙәреңдән эҙләп табырмын.
 
Ҡайһы саҡ моң күңелгә ятһа ла тауыштар тап килмәй, быларҙыҡы киреһенсә уны ҡанатлы, еңел, күтәренке итә, көйгә эйәреп ҡоласыңды йәйеп вальсҡа төш тә кит инде. Ул кистә күп йырланылар, күп бейенеләр, мәгәр күҙ алдымдан кис буйы Хөрмәт менән Айжан китмәне, тамашаның йәме, матурлығы ине улар!
Тиҙҙән ауыл буйлап хәбәр таралды, йәнәһе лә күрше районда концерт менән йөрөгәндәрендә Айжан Хөрмәтте күреп ғашиҡ була һәм бергә ҡалыуҙың башҡаса сараһын тапмағас Ғәбиткә кейәүгә сығып бында килә. Йәш килен яҡын еңгәһенә «Хөрмәттең көн дә үткән эҙҙәргә баҫып йөрөһәм шул да еткән», тип серен дә асҡан имеш. Ауыл ерендә хәбәр тиҙ тарала, йәшереп-боҫорормон тимә!
Медпунктта беҙ ике хеҙмәткәр эшләйбеҙ: мин – фельдшер, пункттың етәксеһе, һәм акушерка Бибинур. Айжан бесән осоронда килеп иҫәпкә тороп сыҡты. Бик теләмәһәм дә, гонаһ шомлоғона ҡаршы уйлап ҡуйҙым: «Тыуасаҡ баланың атаһы кем?.. Был икәү хаҡында ауылда имеш-мимештәр баҫылмай, киреһенсә ҡуйыра ғына бара …» « Айжан менән Хөрмәт халыҡ араһында булғандарында бер-береһенән ҡасмайҙар ҙа, яҡынлай һалып та бармайҙар, һин дә мин йөрөй бирәләр. Һуңғы көндәрҙә Хөрмәттең йөҙөнә нур ҡунғандай, хәрәкәттәре лә ышаныслы, тимәк…
 
* * *
 
Беҙҙең яҡта яҙ байрамы етте иһә күҙ менән ҡаш араһында көн торошо үҙгәрә лә китә, ҡылтым ҡатын-ҡыҙ шикелле сыпраңдаҡ холҡон күрһәтергә тотона. Был юлы ла шулай булды: төштән һуң сыҡҡан еңел ел бер аҙҙан һепертмәгә әүерелде, уныһы йәйәүле буранға ялғанды, ҡеүәтләнә барған буранға ябалаҡлап яуған епшек ҡар ҡушылғайны, эңер мәлендә күҙ асҡыһыҙ ғәрәсәт башланды; ажғыр дауыл алып ырғытырға теләп өй ҡыйыҡтарын хәтәр даңғырлатты, мөрйәләргә инеп олоно, ҡойононда өйрөлткән көртөн урамдарға, ҡапҡа ауыҙҙарына, килтереп тултырҙы, йырмаслап һалынған ҡышҡы берләм һуҡмаҡтарҙы эҙен дә ҡалдырмай тотошлай күмеп ташланы.
Ишекте шаҡынылар. Был ваҡытта кем йөрөр икән, тип шөбһәләнеп соланға сыҡтым:
– Кем?
– Был мин әле, Айҙар, ас!
Солан стенаһына аушайып көткән кеше Хөрмәт икән.Ҡул биреп күрештек.
– Байрам менән, тип әйтә алмайым, ни йомош?
– Ней… - Хөрмәт кеҫәһен ҡаҡҡылап папирос килтереп сығарҙы, саба иҫкән буранда шырпы һыҙа алмай хитланды.
– Бында тоҡандыра алмаҫһың, әйҙә эскә инәйек.
– Бибинурҙы әйтәм, күрше ауылға ҡунаҡҡа киткән икән…
– Беләм. Байрамдары бит.
– Шулайын шулай, тик көтмәгәндә Айжан сирләп китте бит әле.
– ?!?
– Нимә, аңра һарыҡтай таҫырайҙың? – Яндырайыраҡ холоҡло Хөрмәт көтмәгәндә тоҡанып китеп ҡулындағын иҙәнгә ырғытты ла енләнеүен баҫырға теләп төпсөктө табанлы быймаһының үксәһе менән тызып уҡ ҡуйҙы.
– Таҫыраймайым, эт яманы буранда ҡоторған, тигәндәй, һинең тинтәкләнеүең аптырата.
– Нимәһенә аптырарға, ҡатыным балаларҙы алып Бикбирҙегә ҡайнымдарға китте, Ғәбит шабашкала. Ишек алдына сығып ҡараһам - күршеләрҙең тәҙрәләрендә ут яна, инһәм - Айжан эсен ҡосаҡлаған да диванда аунай. Район үҙәгенә оҙатырға кәрәк.
– Ошондай көндәме?!
Соланды күтәреп алып китерҙәй туҙынған буран тауышын тыңлап һуҙҙым:
– Дә… Низнай…
– Низнайҙан һалдырма, йәме, һиңә фельдшерға ярҙам һорап килдем, ә һин!
– Дөрөҫ әйтәһең, фельдшер, акушер түгел.
– Ундай эште маташтыра алаһыңмы һуң?
– Училищела муляжда ғына эшләнек. Ә бында…
– Аңлашылды. Значит, ҡулыңдан килмәй. Ветфельдшер Әхмәҙей ағайға әйтеп ҡарайыҡмы әллә? Үткәндә танабыҙҙы имен-аман быҙаулатып биргәйне былай.
– Ҡарап тороуға зиһенле генә күренһәң дә алйот икәнһең, Хөрмәтулла!
– Алйот шул, алйот! – Хөрмәт ҡараңғы юҡҡа үрһәләнеп тар соланды арҡыры-буйға кәлепләне, ыңғайы бер таҡта стенаға типте.
– Биреңде әйтәм, гел эргәңдә йөрөй инде. Муйынға килеп йәбешмәҫме был, тип шөрләңкерәп тә торам әле.
– Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, күпме генә һүҙ көрәштерһәк тә Айжанға һинең менән минән башҡа ярҙам итеүсе табылмаҫ.
– Ғиндуллаға әйт, ДТ-һын тоҡандырһын, йәтешерәк берәй сана таҡһын. Хәҙер мин ҡаршы сығығыҙ, тип районға, бала табыу йортона шылтыратам да «тиҙ ярҙам» сумкаһына кәрәк-яраҡты тултырып алам. Нимә һенағастай һерәйҙең, бар, ос!
– Хәҙер! – Хөрмәт тыңлаулы балалай елтәңләтә баҫып сығып йүгерҙе.
 
Ҡуҙғалып сыҡҡансы апаруҡ ваҡыт китте. Силос ташыған трактор санаһы ҙур уҡ булһа ла ситтәре арҡа терәмәле, төбө иҙәнле итеп ҡулайлы эшләгән. Үҙебеҙ кейгәндән тыш, тағы ла өс-дүрт толоп һалып алдыҡ. Трактор двигатель торбаһынан ялҡынлы ут бөркөп, уңға-һулға ташланып ҡар диңгеҙендә йөҙә, иллә ауырлыҡ менән булһа ла сананы тарта әлегә. Шөбһәләнеп алға ҡараным, унда ҡаялай ҡарайып урман ҡалҡҡан, ул ҡорбанын йоторға йыйынған аждаһалай уһылдай, үкерә. Хөрмәт алғы ҡулайламаға арҡаһын терәгән, алдындағы яҫтыҡҡа Айжан башын төрткән. Ул тауышын ныҡ сығармаҫҡа тырышып тештәрен шығырҙатып ыңғыраша:
– Йә, Ғәбит өйҙә юҡ… Бәләмде һалдым…
– Беҙ барҙа нимәгә ул Ғәбит! – Хөрмәттең тауышы ҡарлығып ишетелә.
– Әйтмә лә. – Хөрмәттең һүҙҙәрен йөпләнем дә Айжандың толоп еңенә ҡулымды тығып баш бармаҡ төбөндәге ҡан тамырын эҙләп таптым. Бармаҡтарым аҫтындағы пульс һуҡмай, ярһып бейей төҫлө. Ҡорһаҡты ҡапшаным, ул әлегә ҡалҡыу һымаҡ, күҙаллауымса баланың башы таз ҡыуышлығына төшмәгән, хәүефләнергә иртәрәк.
Ғиндулла трактор тәҙрәһенән башын сығарып аҡырҙы:
– Сананы ысҡындырығыҙ!
– Нимә?
– Күрәһегеҙ бит, юл һалмайынса алға барып булмай!
Ауылдан өс-дүрт саҡрымда ятҡан Һарытай яланына еткәнсе тракторға эйәреп көрт йырып, юл һалып арманһыҙ булғайныҡ инде. Ҡабаттан санаға ултырҙым да Тәңренән ярлыҡау һорағандай ҡулдарымды һоноп юғарыға ҡараным:
– Ярҙамыңдан ҡалдырма!..
– Нимә тинегеҙ? - Айжан урынында ҡымғырлай биреп ҡуйҙы.
– Айжан, һин бер-ике сәғәткә сыҙа инде, баланы тапмай тор. Күрәһең бит нин-дәй хәлдәбеҙ…
– Ҡайһылайтайым?..
– Сатыңды ҡыҫаһыңмы, әллә башҡа берәй юлын табаһыңмы… Белмәйем… - Иҫәңгерәгән-шаңҡығанлыҡтан буталып мәғәнәһеҙ хәбәр һалдым.
– Мин… мин… тырышырмын… сыҙармын…
– Сыҙа шу… Рәхмәт… - Тик ни өсөн рәхмәт әйткәнемде үҙем дә аңламаным.
Ҡабаттан ҡорһаҡты ҡапшаным. Ул бүҫкәрә төшкәндәй. «Булмаҫ! Нисек инде, ошондамы?» Айжандың тирә-яғын ҡымтыштырғанда бармаҡтарым еүеш итәккә ҡағылды. Арҡам буйынан һалҡынлыҡ йүгерҙе: «Бөттөм! Бала ошонда тыуа ҡалһа уны һаҡлап, ҡотҡарып ҡалып булмай! Бер нисек тә! Зерә фельдшер һөнәрен һайлағанмын, әгәр агрономлыҡҡа уҡыһам ошо көндә яҙ етеп ер кибеүен көтөп түшәмгә төкөрөп маҙырап тик ятыр инем… Улайға китһә кендек бабайы булмаҫ өсөн миңә был донъяға бөтөнләй тыуырға кәрәкмәгән… Ә был бала, исмаһам, май айында тыуһасы, көндәр йылынғас, байрамдар үткәс… Ошо хәлдән имен-аман ҡотолһам, районға барам да ғариза яҙып һалам, был хәйерһеҙ эштә миңә тимәһә анау Әхмәҙей ағай йөрөһөн…» Аңымдан ҡырамалай-ҡырҡ уйҙы йүгертеп тубыҡланған килеш бер килке һеңгәҙәнем. Юҡ, былай бармай, мәмәйләнергә ярамай, мин дә бит ир затынан!
Ҡулдарымды ышаныслы болғап ҡысҡырҙым:
– Ғиндулла, кире борол!
Теге әйткәндәремде төшөнмәгәндәй кәпәсенең ҡолаҡсынын бер яҡҡа ҡыйшайтты:
– Ни тиһең, ишетмәйем!?
– Ҡайтабыҙ!
– Нишләп? - Был һорауҙы Хөрмәт бирҙе.
Уның яғаһынан бөрөп алып асыу менән ҡолағына бышылданым:
– Атаң башы, бөтәһен һиңә сәйнәп ҡаптырырға кәрәкме? Боролабыҙ! Ҡайтып өлгөргән хәлдә ни күрһәк тә ауылда күрәбеҙ…
 
* * *
Илле-аллаға ауылға ҡайтып Айжанды өйөнә индереп һалдыҡ. Оло бәләнән ҡотолған Ғиндулла шундуҡ һыуға һеңгәндәй юҡҡа ла сыҡты. Хөрмәт утын индереп мейесте тоҡандырып ебәрҙе, мин сөгөн табып һыу йылытырға ҡуйҙым, диван тирәһен шаршау менән уратып алдым, ҡул аҫтындағы инструменттарҙы, шприцтарҙы туҫтаҡҡа һалып һыу тултырып газ плитәһенә ҡайнатырға ҡуйҙым, йыуынғыс артына баҫып ентекләп ҡулдарымды йыуғас уларҙы эшкәртергә керешеп киттем, инеп-сығып йөрөгән Хөрмәт минең яҡҡа ҡырын-мырын ҡараш ташлай, нимә лә булһа әйтеремде көтә, ә мин тештәремде ҡыҫҡанмын, нисек тә тулҡынланыуымды, ҡурҡыуымды белдермәҫкә кәрәк, ә урынһыҙ ығы-зығы бер кем файҙаһына ла түгел. «Бала башы менән килә, уныһы һәйбәт, тик бында кендек бауының муйынға уралыу ҡурҡынысы бар. Иң мөһиме – бала тыуғандан аҙаҡ ҡан китмәһен, юғиһә эш харап, ҡан һарҡыуҙы бер нисек тә туҡтатып булмаясаҡ… Тейешле уколдарҙы ҡаҙаным, хәҙер көтөргә ҡала…» Юлда талсығыу үҙенекен итте, стенаға һөйәлеп аҙға ғына ойоғандай, иттем. Күҙ алдыма киң болон килеп баҫты, сәскәле һуҡмаҡтан сыр яланғас сабыйҙы күтәреп йүгерәм икән, тим, миңә күңелле, миңә шул тиклем дә күңелле, тик ниңә һуң сабый иламай, ыңғыраша…
– Ыһ-һ-һһһ… – Айжандың тауышы икән.
– Айҙар, нимә унда шымып киттең? – Шаршау артындағы Хөрмәт өндәште.
– Хәҙер, хәҙер, бөтәһе лә һәйбәт буласаҡ… Айжан, хәлдәрең нисек, һылыуым?
Ҡатын ғазаптан алйыған ҡарашын минең яҡҡа йүнәлтте:
– Һәйбәт… Эсем ҡутарылып бара, тамағым кибә, һыу бирегеҙ әле…
– Эсергә ярамай, һис ярамай. « һин көсән, ныҡ итеп көсән!
– Хәлем бөттө, көсөм ҡалманы, ҡулымдан килмәҫтәйҙе талап итмә.
– Нимә һөйләйһең, инә арыҫлан, беҙ һинең менән бала табырға тейешбеҙ. Ишетәһеңме, сәләмәт бала табырға! Көсән, тим, аҡтыҡҡы көсөңдө йыйып көсән!
– А-а-а-айй!
– Аҡыллым, тағы ла бер тапҡыр, үтенәм, күрәһең, мин дә бит һине тырыштырам, ярҙам итәм…
– М-м-ммм… ай!
– Тағы ла бер тапҡыр ынтылһаң һиңә аҙ ғына ял итеп алырға рөхсәт итәм…
Шаршау артынан сыҡтым. Хөрмәт өнһөҙ генә ҡаршыма баҫты, тишерҙәй итеп те-кәлде.
– Үҙем тапһам күпкә еңелерәк булыр ине, Хөрмәт… Тәнемдән шыбырҙап тир аға, хәҙер ҡалтырата башланы…
– Әллә тим, бер йөҙ грамм йотаһыңмы, беҙҙә мөгәрәптә бар ул, хәҙер килтерәм. Еңел булып ҡалыр исмаһам.
– Ярамай, ул сағында бөтәһе лә харап буласаҡ.
– Ошо ерҙә мин нимә ҡыла алам, күрәһең бит, эшкә ашмаған йүнһеҙ кешеләй һерәйгәнмен.
Кеҫәмдән асҡыс сығарып һондом:
– Мә, хәҙер үк медпунктҡа бар ҙа яңынан район үҙәгенә, кәрәк булһа Беренсе-нең үҙенә шылтырат, бындағы хәлде тәфсирләп аңлат, көслө юл ярғыс трактор тап-һындар, артынан «Тиҙ ярҙам»ды төшөрһөндәр. Төшөндөңмө?
Хөрмәт сығып киткәс Айжандың янына индем:
– Дауам итәбеҙ, һылыуым, башҡа сара юҡ. Ваҡыт үтеү менән көсөңдө юғалта ғына бараһың шуны иҫеңдә тот. Ә хәҙер бына ошо ағас ҡалаҡты тешлә лә ике ҡуллап карауат ситенә йәбеш һәм… көсән! Көсән, тим! Ярҙам ит! Ҡорһаҡты уратҡан яҫы простыняны бар көсөмә аҫҡа баҫтым. Күҙ алдымда осҡондар һикерешә башланы.
– А-а-а-айй!
– Э-э-э-ңңә-ә-ә… Э-э-эңңә!
Беләгемә уратҡан туҡыманы ысҡындырып иҙәнгә һуҙылып яттым. Ауыр йөктән бушанғандай йәнем рәхәтлектән иңрәне: «Рәхмәт, Хоҙайым, мең рәхмәт һиңә…»
Баланың кендеген ҡырҡып биләүгә биләнем, Айжандың янына килтерҙем. Ул түгелеп илай ине.
– Балам тыуҙы… Балам… Мин әсәй! Кем?
– Ҡыҙыҡай. Мап-матур ғына ҡыҙыҡай! Атаһы ҡайтып төшһөн дә исемен үҙе-геҙ һайларһығыҙ!
– Ҡушығыҙ исемде… Һеҙ уға хаҡлы…
– Муйыны тапҡырында сәтәкәй бармаҡ йөҙөндәй генә миңе бар. Миңһылыу булһын.
– Ризабыҙ. Матур исем.
Уңғансы Хөрмәт килеп инде, шатлығынан мине ойпалай башланы, уны еңенән ситкәрәк тарттым.
– Шылтырата алдыңмы?
– Бая, һин дежур врач менән генә һөйләшһәң, был юлы баш табиптың үҙенә сыҡтым. Ҡулынан килгәндең бөтәһен дә эшләргә һүҙ бирҙе.
– Молодец! Ә хәҙер тыңла, бөтәһе лә һин көткәнсә һәйбәт түгел әле…
– Нимә булды тағы?
– Ҡан һарҡа.
– Һуң туҡтат, уныһы ғына ҡулыңдан килә бит!
– Беләк ҡанаһа жгут һалыр инем. Бында башҡасараҡ…
– Нимә эшләйбеҙ?
– Айжанға ҡан ебәрергә кәрәк.
– Нисек итеп?
– Туранан тура. Һинең нисәнсе группа?
– Беренсе.
– Бигерәк тә шәп. Элгәре бауыр ауырыуы, ҡотороҡ менән яфаланманыңмы?
– Яндырайлыҡ бар барлыҡҡа, иллә бер тапҡыр ҙа ҡоторғаным булманы.
– Яндырайлығыңды баҫабыҙ хәҙер. Күпме бирә алаһың?
– Кәрәк икән тотошлайы менән һурҙыр. Тик уны нисек башҡарырға йыйынаһың?
Бында ябай физика законы, Айжанды иҙәнгә һалабыҙ, ә һин карауатта, ҡан үҙағышы менән түбәнгә һарҡа. Төшөндөңмө?
Трубканы ҡан тамырҙарына тоташтырғас, система аҫтында ятыусыларҙың үҙҙәрен генә ҡалдырырға хаҡым булмаһа ла өҫтәмә дарыуҙар килтереү маҡсатында медпунктҡа йүгерҙем. Инеп тә өлгөрмәнем, өҫтәлдәге телефон шылтыраны.
– Тыңлайым!
Сымдың теге осонда баш табиптың асыулы тауышы ишетелде:
– Егет, һин нимә ҡыланып ятаһың унда?
– Әсғәт Шәйхетдинович, шулайыраҡ килеп сыҡты шул…
– Шулайыраҡ-шулайыраҡ, эҫе мәлендә ебәреп булмай инеме?
– Йығылыр урынымды алдан белһәм һалам түшәп ҡуйыр инем, тигән борон бер аҡыллы әҙәм.
– Ошо көндә ниндәйерәк эштәр ҡырҙың инде?
– Кендек бабайы булдым.
– Ҡатындың хәле нисек?
– Ҡан һарҡа.
– Ныҡмы?
– Тамсылаһа ла шикләндерә.
– Ниндәй өҫтәмә процедура үткәрҙең?
– Ҡан ағыуҙы туҡтатыусы уколдар ҡаҙаным.
– Шул ғынамы?
– Әлеге мәлдә туранан-тура ҡан ебәрәм. Беренсе группа ҡанлы пациентты ла таптым.
– Үҙешмәкәрлектә бигерәк оҫтаһың, бөтәһе лә шыма үтһә, иҫәп кенәгәңә индереп ҡаты шелтә сәпәргә тура килер.
– Рәхмәт инде, ошонан юғарыраҡ баһаға өмөт тә итмәгәйнем.
– Хәҙер, минең күрһәтмәне тыңла - нисек тә булһа ике-өс сәғәткә сыҙа, хәлде то-тороҡло итергә тырыш. К-ҡөө тракторы менән «Тиҙ ярҙам» һеҙҙең яҡҡа сыҡты. Ауыл осонда ҡаршы алыусы булһын! Йә, хуш!
Хөрмәттән система трубкаһын ысҡындырҙым. Ул аяғөҫтө баҫты:
– Бәлки тағы ла ята бирергәлер.
– Әлегә ошоноһо ла еткән. Хәҙер ҡайт, ял ит. Күрәһең бит Айжан да йоҡоға талды. Мин бында ҡалам. Иртә таң менән ауыл осона сығып райондан килеүселәрҙе ҡаршылайһым бар.
Хөрмәт ишек төбөнә килгәс ҡайырылды:
– Һин, теге, ни… Был хаҡта бер кемгә лә һөйләмә инде. Нығытып ҡуйҙым, Шомбай Ғиндулланан да сыҡмаҫ. Иң мөһиме – ярҙам иттем, ҡурҡыныс артта ҡалды. Шулай булғас кәрәгем дә бөттө.
– Ир-егеттең күңелендә эйәрле ат ятыр, тиҙәр, кисергәндәребеҙ икәү араһында ғына ҡалыр. Әлегә хуш. Ә һин шәп егетһең, Хөрмәт! Һинең менән ат та, ҡыҙ ҙа урларға мөмкин!
– Минең өлөшөмдө яттар урлаған шул. Шуға йәнемә толҡа тапмай ҡаңғырам.
 
3
 
Көҙ. Әбейҙәр сыуағы. Тәбиғәттең сабыр ҙа, моңһоу ҙа мәле. Проспект буйлап теҙелгән ҡайындарҙың һары күлдәктәренән һибелгән алтын тәңкәләр тротуарҙы япҡан, миләштәр ныҡлап тоҡанып яңы дөрләй башлаған усаҡтай емерелеп уңған суҡлы ем-ештәрен тәлгәштәрендә эйелдереп, ут ҡыҙыл япраҡтарын сағыу балҡытып гөлтләп яна. Эштән ҡайтышлай Хөрмәтте ҡала урамында күреп ҡалдым. Тирә-яғындағыларға, ғөмүмән йәшәүгә битараф, әсе ҡапҡандай сирыҡ йөҙлө, бер иш кейемле, игеҙәктәрҙәй, бер тамсы һыуҙай береһе икенсеһенә оҡшаған, тимер роботтай ҡыймылдаған ҡала халҡына ҡушылырға теләмәгәндәй таш өйҙәргә һыйыныңҡырап атлай.
– Гармунсы Хөрмәт! - Ҡыуанып һөрәнләп ебәрҙем. Ҡосаҡлашып күрештек.
Эргәләге парктағы ултырғыстарҙың береһенә барып ултырҙыҡ. Ауылдашымдың йөҙө тартылыбыраҡ киткән, маңлайына тәрән һырҙар ятҡан, сәстәренә көлдәй һибелеп сал ҡунған, ошоғаса ныҡ кәүҙәһе һиҙелеп йоҡарған, мин белгән һонторораҡ буйы ла түбәнгә тартылғандай. Китсе, шул тиклем дә иртә туҙыр икән кеше! Үкенесле күҙәтеүемде йәшереп һораным:
– Хәлдәрең нисек?
– Үҙем ятып, үҙем тороп йөрөп ятҡан көн.
– Әле беҙгә һарылыр һылыуҙар бар! - Шағир һүҙҙәре менән һөйләшеүҙе күңелле юҫыҡҡа борорға тырыштым. - Ниндәйерәк йомошто юллауың?
Хөрмәт шаяртыуҙы ҡабул итмәне, насар ҡырылған сикәләрен һөйәлле усы менән ыуып ҡына ҡуйҙы:
– Ирекһеҙҙән килдем әле. Йөрәк, тиҙәр.
– Йөрәк менән шаярмайҙар, ятып дауаланырға кәрәк.
– Беләм дә бит. Ҡайһылайтып сыҙап ятмаҡ, ҡышҡа әҙерләнергә кәрәк, йорт-ҡура тирәһендә мәшәҡәт бөтәме. Ғәбит һаман ситтә ел ҡыуа. Уларҙың да донъялары бар.
– Һиңә күрше йәшәмәйҙәр шикелле?
– Барыбер.
– Сәйер кеше һин, Хөрмәт, нисә йылдарҙан һуң да ҡылғандарыңа төшөнөп етмәйем.
– Ҡайһылай ғына итәйем. Олоғайыу ғәләмәтеме, әллә икенсе сәбәпме, һуңғы йылдарҙа баҫылдым, элекке орҙо-бәрҙелек юҡ.
– Ә мин буранға ҡаршы сыҡҡан йәшлек йылдарын һағынам.
– Шул кистә һиндә ниндәйҙер шик-шөбһә ҡалды шикелле?
– Йәшермәйем, күңелде гонаһлы уй кимерҙе кимереүен.
– Ышанһаң ышан, ышанмаһаң һинең эш, тик шуны әйтәм, Миңһылыу Ғәбиттең ҡыҙы.
– Китсе, ышанғы килмәй!
– Күптәр ышанмай, ә бына минең ҡатын менән Ғәбит гөнаһлы түгеллегебеҙҙе белә. Әгәр шик тотһалар, әллә ҡасан ике ғаилә лә тарҡалған булыр ине. Саҡ менән Суҡ ише йәшәйбеҙ инде шунда, беребеҙ икенсебеҙҙе ташлап алыҫ та китә алмайбыҙ, яҡынлау ҙа мөмкин түгел.
– Миңһылыуҙы әйтәм, ҙурайғандыр инде?
– Өфө сәнғәт академияһын тамамланы, әлеге көндә эшләп йөрөй. Йырҙар ҙа яҙыштыра шикелле. Айжанға тартҡандыр, ул да бит моңло, әгәр үҙ мәлендә дөрөҫ йүнәлештән китһә, һис һүҙһеҙ уңыштарға өлгәшер ине.
– Йөрәк, тиһең, бәлки һиңә берәй ярҙам кәрәктер? Ҡабул итеүгә сиратһыҙ инергә теләһәң табиптарҙың күбеһе менән яҡшы танышмын.
Хөрмәт күңелһеҙ йылмайҙы:
– Бикле ишектәргә сиратһыҙ ынтылып өйрәнелмәгән. Ә йөрәккә килгәндә, уны алмаштырыу мөмкин түгел, ауыртһа ла үҙемдеке. Сыҙай алғансы сыҙар. Әле артымдан эҙәрлекләгән әжәлдән эҙ яҙлыҡтырайым, тип бында килгән булдым, ә ул ҡалырға уйламай ҙа… Йә, ярай, хушлашайыҡ, һинең үҙ һуҡмағың, минең – үҙемдеке.
Ҡулдарыбыҙҙы ирҙәрсә ныҡ ҡыҫып хушлаштыҡ. Хөрмәт әкрен генә баҫып көҙ һарылығына инеп китте лә тиҙҙән шунда иреп күҙҙән юғалды.
 
7
 
Концерттан бергәләп сыҡтыҡ, колледждың ҡаршыһына бағана һымаҡ бейек дүрткел постанментҡа ҡуйылған ҙур ҡала сәғәте янында туҡталдыҡ. Миңһылыу әсәһенә ныҡ оҡшағайны, тик ҡаласа көйәҙ кейенеүе уны ҡайһылыр кимәлдә ят итеп күрһәтә. Айжанды тәүге тапҡыр ауыл урамында осратыуым иҫкә төштө.
– Ата-әсәйең арыуҙармы?
– Имендәр. Быйыл йәйге ялымды ауылда үткәрҙем. Әле көн һайын тиерлек шылтыратып хәлдәрен беләм.
– Сыуаҡтауҙар ни хәлдә?
– Һәйбәттәр, тик мин бит бишенсе класты тамамлағандан алып ситтә. Башта музыкаль һәләттәргә эйә булған балалар өсөн махсус асылған мәктәп-интернатта уҡыным, шунан училище, ары институт. Ауылдаштар минең өсөн бөтөнләй үк ят булмаһалар ҙа уларҙың күптәрен танымайым. Ә бына ауылға бик теләп ҡайтам, тәбиғәтенең матурлығы, хозурлығы яғынан Швейцарияң ары торһон.
– Башҡаларҙы танымаған хәлдә лә Хөрмәт ағайыңды беләһеңдер бит?
– Уны беләм. Яҡшы беләм.
– Үткән йыл ошонда килгәнендә күреп ҡалғайным. Быйыл йыйынһам да, кисектергеһеҙ эштәр килеп сығыу арҡаһында ҡайта алманым. Нисек йөрөй әле ул?
– Ишетмәнегеҙме ни, бесәнгә төшөр алдынан йөрәктән китеп барҙы бит ул?
– Ни тиклем ҡыҙғаныс… - Көтөлмәгән яңылыҡ быуындарымды алды. - Әйҙә бынау ултырғысҡа ултырып әҙерәк хәл алайыҡ әле.
Эргәбеҙҙән үтеүселәрҙе күҙләп бер ни тиклем ваҡыт шымтайыштыҡ. Теге килгәнендә Хөрмәт көҙ һарылығында иреп юғалғайны, ә хәҙер көтмәгәндә халыҡ ағымына эйәреп килеп сығып ҡаршыбыҙға баҫыр төҫлө.
– Һәйбәт кеше ине Хөрмәт ағай. – Тынлыҡты Миңһылыу боҙҙо.
– Эйе, һәйбәт ине. – Уның әйткәндәрен раҫланым. – Айжан…
Нимә хаҡында белешеремде алдан төшөнгән Миңһылыуҙың йөҙө болоҡһоп китте:
– Һин дә мин өҙҙөрә баҫып йөрөгән, төҫ ташламаған әсәйем Хөрмәт ағай булмағас ҡапыл ғына ҡартайып, бирешеп, бөтөрөнөп китте…
 
Автор:
Читайте нас: