Даирә
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
12 Май 2022, 14:40

Һөнәремдең файҙаһы сыҡты (юмореска)

Колхоздар таралып бөттө, ауылда эш ҡалманы. Йәштәр ҡалаға киткәс, йә­шәүҙең йәме бөттө. Мин дә эшһеҙ тороп ҡалдым. Хәҙер халыҡ мал аҫрамағас, мал табибының да кәрәге юҡ.

Һөнәремдең файҙаһы сыҡты (юмореска)
Һөнәремдең файҙаһы сыҡты (юмореска)

Күптәр эре малын бөтөрөп, ҡаҙ-өйрәк, ҡош-ҡорт аҫрай башланы. Тауыҡ-себеше сирләһә, бер кем дә мал табибы саҡырып интекмәй: ҡанатын һәлендереп ултырған себешен баҡса уртаһына сығарып ултырта ла, эш бөттө – ҡарға ала ла китә.
Балтам һыуға төшкән шикелле аҡса юҡлыҡҡа ҡайғырып йөрөй инем, бер көндө үрге оста йәшәүсе Хәтмулла ҡарт таяғына таянып килеп еткән.
- Туғанҡайым, әбейең сирләп китте, укол ҡаҙарға бер табип та юҡ. Әйҙә әле, күҙ ҙә ҡаш ҡарап торған әбейем йән биргәнсе, бер-ике укол яһап кит әле, - тип күҙ йәштәре менән ялбарҙы.
- Мин бит кеше табибы түгел, малдыҡы, - тип әйткәнде ишетмәй ҙә, һаман үҙенекен тылҡый. – Ярай инде, барам, - тип алаша атымды ектем дә, сирләп урында ятҡан әбейгә барып, укол һалып ҡайттым.
Икенсе көндө йоҡонан торорға ла өлгөрмәнем, йәнә ишек шаҡыйҙар. Сыҡһам, шул Хәтмулла бабай баҫып тора. Әллә әбейе үлдеме икән, тип башта ҡурҡып киттем.
- Ай, рәхмәт яуғыры, балаҡайым. Аяҡ-ҡулдарың һыҙлауһыҙ булһын, әбейем аяғына баҫты бит, һауыҡты, йүгереп йөрөй. Һиңә рәхмәт әйтергә килдем, - тип һөйләнде-һөйләнде лә ҡайтып та китте.
Бер нисә көн үтеүгә Хатибулла ҡарт йүгереп килеп еткән.
- Улым, күҙ терәп һиңә килдем, бер үк ярҙам ит. Киленем бала табырға сирләне, тулғағы башланды. Балнисҡа илтергә улым өйҙә юҡ, себерҙә эшләп йөрөй. Зинһар, бар инде, бала табырға ярҙам ит. Һин бит фермала күп һыйырҙарҙы быҙаулаттың, - тип әйтеп ташламаһынмы! Саҡ артыма ултырманым. Йә, Хоҙай, тағы ни күрәһеләрем бар икән! Оло башын кесе итеп килгәс, бабайға ҡаршы төшә алманым, киттек уларға.
Килененең балаһын ҡабул итеп алдым. Хоҙай ярҙамы менән һау-сәләмәт бала тыуҙы. Миңә рәхмәт уҡып бөтә алмайҙар.
Китте минең дан. Инде пенсияға сыҡҡас, рәхәтләнеп, тыныс ҡына йәшәрмен, тигәйнем, ҡайҙа инде – өйҙә торғаным да юҡ! Әле тегендә, әле бында саҡыра башланылар. Бала ла таптырам, малайҙарҙы сөннәткә лә ултыртам, хатта яңы тыуған сабыйҙарға аҙан әйтеп, исем дә ҡуша башланым. Ул ғына ла түгел, күрше ауылдарға ла килеп алып китә башланылар. Һайлаған һөнәремә һис үкенмәйем. Ветеринарҙар кешелек сәләмәтлеге һағында тора, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр икән.
Таһир ВИЛДАНОВ.
Сахай ауылы.

Фото: https://myallergo.ru

Автор:
Читайте нас: