Даирә
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
21 Апрель 2022, 14:40

Ватсап хаҡы

(уйынлы-ысынлы)

Ватсап хаҡы
Ватсап хаҡы

- Сәләм, күршекәйем, хәйерле иртә, хәлдәрең нисек кенә? Үпкәләнеңме әллә, телефоныңды алмай тораһың? Бер ҙә күренмәйһең әле был арала, ни эштәр ҡыйратаһың?

- Сәләм, сәләм, бер көйө генә, әхирәткә­йем, рәхмәт. Ҡоймаҡ ҡой­ғайным, шунан мал ҡарарға сығып киттем, әле аш һалдым. Телефонды үҙем менән аҙбарға алмайым бит. Үҙең ни хәлдәһең?

- Һи, миңә ни, хәҙер малды бөтөргәс, рәхәт, та­уыҡтарға бойҙай һибеп кер­ҙем дә ватсаптан таныштарыма хәйерле иртәләр теләп открыткалар ебәрҙем. Һиңә лә бер матурын ғына ебәргем килә ине лә бит, их, юҡ бит ватсабың, юҡ!

- Эй, йән киҫәккәйем, ватсабым булып, ебәрмә­һәң дә, бер ҙә үпкәләмәҫ инем. Һин миңә күңелдән генә ихлас теләһәң, бик шатмын. Ысын күңелдән теләгән изгелек тә бик сауаплы була, тиҙәр бит.

- Белмәйһең шул ватсаптың рәхәтен. Бына әле видеоларҙы яңынан ҡарап ултырам. Иҫ китмәле ҡы­ҙыҡ! Башҡорт бейеү көйөнә этте генә түгел, хатта тутыйғошто ла бейетәләр бит әй генәм! Бер рәхәтлә­неп ҡарар инең, инеп сыҡ әле яныма берәй һылтау табып.

- Эй, әхирәткәйем, һы­йырымды һауып, һөтөн айырттым да яңы тыуған быҙау менән мәж килеп йө­рөйөм: биҙрәнән һөт эсергә өйрәтәм. Күрһәң икән, ниҙәр генә ҡыланмай, һын­дарҙы ҡатырып бөтә, ватсабың ары торһон!

- Кит инде, тапҡанһың, юҡ менән булашмаһаң! Ошо заманда һыйыр ҡой­роғона бәйләнеп ятаһың. Барыр ереңә лә бара алмай­һың бит. Пенсия алып тора­һың, һат та ал инде, йәлләмә аҡсаңды, магазинда хәҙер барыһы ла тулып ята.

- Бөгөн балалар ҡайтыр­ға тейеш, ҡамыр ҙа ҡуй­ғайным. Ейәнсәремде инде бигерәк һағындым, теле асыла ғына башлаған ва­ҡыты бит!

- Минекеләр ҙә теге аҙнала ҡунаҡ булып кит­кәйнеләр, хәлемде генә алдылар, етмәһә, ейәнемде ҡалдырырға итәләр. Уның менән бит бер минут та тик тороп булмай! Билем ауыр­та әле тип, саҡ-саҡ оҙаттым үҙҙәрен. Улар ҡайтып кит­кәс, өйөмдө лә йыйыш­тырып тормайынса ҡулыма тиҙерәк телефонымды ал­дым. Ҡараһам, ватсаптан 23 хәбәр килгән! Тиҙ генә бар­лап сығып, ҡыҙығыраҡтарын башҡа таныштарыма ебәрҙем. Их, әхирәткәйем, донъянан артта ҡалаһың бит. Ана минең теге яҡ күр­шем “текә” генә телефон алды кредитҡа. Бәпкәһен алмаһа алманы, ә бурысын быйыл түләп бөттө. Хәҙер көн дә рәхәтләнеп яҙыша­быҙ. Һин дә алып ебәр әле берәй яҡшыһын ғына, ватсап ҡуйырһың да бергә хә­бәрләшеп торорбоҙ. Әйҙә инде инеп сыҡ, видеолар күрһәтәм.

- Инермен, күршекә­йем, инермен, тик әле түгел, йәме. Әйткәндәй, быйыл һарыҡ йөнө лә, кәзә мамығы ла артып ҡалды. Һиңә кәрәкмәйме? Үҙем быйыл ҡыш барыһына ла йыл буйына етерлек ойоҡ-бейәләй бәйләп сыҡтым. Бәйләм менән булашырға теләгең юҡмы?

- Ҡуй инде, хәҙер бына йөндөң сайырына батып ултырам! Магазиндан йә­нем теләгәнде алдым-индем. Ҡытайҙар һинең менән минән яҡшыраҡ бәйләй ул. Әйткәндәй, белһәң икән уларҙың ниндәй күпер тө­ҙөгәндәрен! Тотош быяла­нан ғына! Нисек унан үтмәк кәрәктер инде! Их, юҡ бит ватсабың! Интернетың да юҡтыр инде?

- Барсы, ниңә булмаһын ти. Бабай унан оҫталыҡ дәрестәренән ағас эштәренә өйрәнә, мин иһә яңы бәйләү, сигеү өлгөләрен ҡа­райым. Яңыраҡ бер рецепт менән бәлеш тә һалғайным, бик тәмле булды, балалар ҡайтҡас, тағы шулай беше­рермен тип торам әле. Ярай, күршекәйем, уф, ашымдың туртаһын алырға кәрәк, ет­мәһә, кемдер шылтырата, ахырыһы, телефоным пи­пелдәй башланы, һау булып тор, йәме?

- Һинең һөйләшергә лә мәңге ваҡытың булмаҫ ин­де, ярай, иҫән булып тор, миңә инеп сығырға онотма!

Илнара Хәкимова.

Фото: stihi.ru

Автор:
Читайте нас: