Өс бүләк үҙ эйәһен тапты.
Киләһе йылға “Даирә” гәзитенә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргән гәзит уҡыусыларыбыҙ араһында был аҙнала өс бүләк уйнатылды. Бүләктәрҙең үҙ эйәләрен табырға беҙгә Ҡырмыҫҡалынан Кирилл һәм Савелий Кирилловтар ярҙам итте.
Шулай итеп бик матур һәм йәтеш кенә сәйнүк Үтәгән ауылынан Эльвира Бикҡоловаға эләкте. Уңайлы ғына почта йәшнигенең хужаһы – Яңы Бәпес ауылынан Рәсимә Мөхәмәтҡолова. Ҡул бысҡыһы иһә Ҡарлыманбаш ауылындағы Миләүшә Баязитованың ғаиләһенә юллана. Бәләкәс кенә бүләктәребеҙҙе ҙур итеп ҡабул итерһегеҙ, тип ышанабыҙ. Еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм редакциябыҙҙа көтөп ҡалабыҙ.
Бүләктәр уйнатыу дауам итә, тиҙерәк гәзиткә яҙыла һалып, тағы ла квитанциялар ебәрегеҙ. Төп приз – саң һурҙырғыс!