Халыҡ-ара ғаилә көнөндә “Ғаилә” милли проекты сиктәрендә район мәҙәниәт һарайында кейәү менән кәләште ҡаршы алыу тантанаһы уҙғарылды. Ҡырмыҫҡалы ауылынан Алина менән Аяз Мөрсәлимовтар был ҡояшлы көндө үҙҙәрен ғаилә ептәре менән бәйләнеләр.
Туйҙа яңы барлыҡҡа килгән йәш парҙың ата-әсәләре, туғандары һәм дуҫтары ҡатнашты. Ҡунаҡтар бина алдында ике яҡлап теҙелеп баҫҡандан һуң милли кейемдәрҙәге мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре яулыҡ аҫтында йәш килен менән кейәүҙе ҡәҙерләп ЗАГС тупһаһына тиклем оҙата барҙылар. Һуңынан, йәштәрҙе телдәре балдай татлы булһын тигән теләктәр менән баллы бауырһаҡ менән һыйланылар.
Йәш ғаиләгә район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Илдар Латипов, Николаевка ауыл биләмәһе башлығы Рәүилә Култыгина һәм “Ғаилә” хеҙмәте етәксеһе Әлфиә Шәңгәрәева ныҡлы һаулыҡ, бәхет, мөхәббәт һәм ырыҫ теләне.
Ғаиләлә ир менән ҡатындың бер-береһенә мөхәббәтен, тоғролоғон, йылы мөнәсәбәтен, ғаилә бәхетен, үҙ-ара килешеп, татыу йәшәүен сағылдырған әлеге көн менән барығыҙҙы ла ҡотлайбыҙ. Һәр ғаиләгә тигеҙлек, тыныслыҡ, муллыҡ, сәләмәтлек, бәхет һәм мөхәббәт теләйбеҙ. Илдәр имен, ғаиләләр ныҡ булһын.
Гөлсәсәк Әсәҙуллина.
Автор фотоһы.