Даирә
+14 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
1 Апреля , 05:06

Иҫке Бәпес ауылының ҡыйыу егете

Иҫке Бәпес ауылының ҡыйыу егетеИҫке Бәпес ауылынан “Хәсән” позывнойлы яугир тураһында күптән яҙғым килә ине. Ләкин үҙе тураһында һөйләргә тәҡдим иткән һайын ул: “Минең турала яҙырға кәрәкмәй. Мин бер ниндәй ҙә батырлыҡ эшләмәнем”,- тип тыйнаҡ ҡына баш тартып килде. Нәҡ бына шул тыйнаҡлығында, ҡырыҫ ҡарашында, үҙ-үҙенә ышаныуында ла инде уның көсө.

Иҫке Бәпес ауылының ҡыйыу егетеИҫке Бәпес ауылының ҡыйыу егете
Иҫке Бәпес ауылының ҡыйыу егете

Мәктәптә уҡығанда уҡ “Хәсән” киләсәк яҙмышын армия менән бәйләргә ҡарар итә. Ғөмүмән, Иҫке Бәпес ауылынан күптәр тормоштарын хәрби эш менән бәйләгән. Моғайын, быға урындағы мәктәптә әүҙем алып барылған хәрби-патриотик эш тә ярҙам итәлер. “Хәсән” Радик Талипов исемендәге хәрби-патриотик клубта әүҙем ҡатнаша, спорт менән мауыға – волейбол уйнай, саңғыла йөрөргә ярата.
Мәктәпте тамамлағас, ул һалдат погондарын тағып, Мәскәү өлкәһендә хеҙмәт итә. Өйҙән алыҫта булғанда күптәнге хыялын тормошҡа ашыра – Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Бына инде һигеҙ йыл ул быға тоғро. Бөгөн “Хәсән” – үҙ эшенең оҫтаһы, һауа-десант ғәскәрҙәрендә элемтәсе.
Ул бер нисә тапҡыр Сирияла хеҙмәт командировкаһында булып ҡайта. Хәҙер ул – алғы һыҙыҡта, махсус хәрби операция зонаһында. Уның эше – бүлексәләр араһында ышаныслы, өҙлөкһөҙ элемтәне тәьмин итеү.
Батырлығы, ҡыйыулығы һәм бурысын намыҫлы үтәгәне өсөн, яугир ике тапҡыр “Батырлыҡ өсөн”, Суворов һәм Жуков миҙалдары менән бүләкләнә. Ул квалификация күтәреү буйынса курстар үтә, яңы элемтә технологияларын үҙләштерә. Уның белеме – күнекмәләр генә түгел, ә ҡалҡан, уның артында йөҙҙәрсә һалдат тора.
Беҙ даими көсөргәнеш шарттарында эшләйбеҙ. Әммә нәҡ бына шул беҙҙе көслөрәк итә лә инде. Һәр хәрби хеҙмәткәр – ул ғәйәт ҙур механизмдағы звено. Беҙ бер бөтөн булып эшләгәндә һәм бер-беребеҙ өсөн яуаплылыҡ тойғанда ғына еңәсәкбеҙ. Армия кешене үҙгәртә. Һин үҙең тураһында ғына түгел, башҡалар тураһында ла уйлай башлайһың. Һинең хеҙмәтең – бурыс ҡына түгеллеген аңлайһың. Был ғаилә, ил, өйҙәгеләр тураһында ҡайғыртыу. Һәм бында, сафта саҡта, һин утҡа-һыуға, һалҡынға һәм арыуҙарға түҙә торған дуҫлыҡ та ул.
“Хәсән”дең ғаиләһе – уның ышаныслы тылы. Ҡатыны Дарья, улы Эмиль, туғандары һәм яҡындары – уның ныҡлы таянысы, илһам биреүсе. Уларҙан килгән һәр хат, һәр шылтыратыу, видео аша йылмайыу – иң ауыр миҙгелдәрҙә ныҡлығын һаҡларға ярҙам итеүсе эске таяныс сығанағы.
Эльнара АБАКАЧЕВА.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас