Күптән түгел “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы сиктәрендә Яңы Ҡыйышҡы, Иҫке Бәпес һәм Боҙаяҙ ауыл Советы ауыл биләмәләре өр-яңы МТЗ-82.1 тракторлы булды. Программаға ярашлы, ойоштороу эштәрен тейешле кимәлдә үткәреү, инициатив төркөмдөң ныҡышмалылығы, халыҡтың әүҙемлеге республика конкурсында еңеп сығырға булышлыҡ итте. Ауыл халҡына ышаныслы ярҙамсы буласаҡ техниканың файҙаһын баһалап бөтөрлөк түгел. Беларус тракторы биләмәләрҙе төҙөкләндереүҙә һәм йыйыштырыуҙа, өмәләрҙә һәм башҡа эштәрҙә төп ярҙамсы буласаҡ.
Трактор асҡыстарын алған Яңы Ҡыйышҡы, Иҫке Бәпес һәм Боҙаяҙ ауыл Советы ауыл биләмәләре башлыҡтары тракторҙың ауылда ҙур ярҙамсы булыуын билдәләп үтте.
- Биләмәләрҙең ваҡытында һәм сифатлы төҙөкләндерелеүе бик мөһим. Шуғам күрә яңы техника йәмәғәтселек урындарын, ихаталарҙы йыйыштырыу һәм төҙөкләндереүгә тос өлөш индерәсәк. Тракторҙы ҡыш та, йәй ҙә файҙаланып була. Ауылдарҙы төҙөкләндереү мәсьәләһе буйынса тағы ла яҡшы һөҙөмтәләр күрербеҙ, - ти Яңы Ҡыйышҡы ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Фәнзиә Өмәтҡолова.
Етәкселек программа сиктәрендә трактор алыуҙа ярҙам күрһәткән бар ауыл биләмәһе халҡына, шәхси эшҡыуарҙарға һәм республика хөкүмәтенә рәхмәт һүҙҙәре еткерә.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.