

“Инвалидлыҡ алған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн торлаҡты яраҡлаштырыу” темаһына “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Ҡырмыҫҡалы районындағы төбәк филиалының социаль координаторы Ғәлиә Бикбаева сығыш яһаны.
- “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды хәрби бурыстарын үтәгәндә инвалидлыҡ алған яугирҙәргә ярҙам итә. Филиалдың социаль координаторҙары муниципаль комиссия менән аҙна һайын ветерандарҙың торлаҡ шарттарын тикшерергә сыға.
Өҫтә әйтелгән программа буйынса махсус хәрби операция зонаһынан ауыр тән йәрәхәттәре менән ҡайтҡан хәрбиҙәр торлаҡ шарттарын яҡшырта ала.
“Умный дом” автоматлаштырылған системаһы буйынса уңайлы ишектәр, кухня гарнитуры, ванна бүлмәһе, компьютер өҫтәле, робот-саң һурҙырғысы, планшет һәм башҡа уңайлыҡтар урынлаштырыла.
Был ярҙам төрө менән беҙҙең районда Прибельскийҙан һәм Шайморатовтан махсус хәрби операция яугирҙәре файҙаландылар ҙа инде, - тине Ғәлиә Наил ҡыҙы.
- Инвалидтарға протездарҙы, кресло-коляскаларҙы һәм башҡа техник реабилитация сараларын электрон сертификат буйынса бушлай алыу мөмкинлеге бар. Шәхси программа менән тәҡдим ителгән реабилитация сараларын сертификат менән түләргә була. Техник яҡтан - ул социаль тәьминәт системаһындағы реестр яҙмаһы һәм сертификат «Мир» картаһына бәйле. Уны алыу өсөн «Дәүләт хеҙмәттәре»ндә (https://vk.cc/cq1O3j), райондың социаль фонд бүлексәһендә йәиһә күп функциялы үҙәктә ғариза бирергә кәрәк, - тип һөйләне Рәсәй социаль фондының район буйынса баш белгес-эксперты Римма Кузьмина.
Район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физкультура һәм спорт буйынса бүлеге начальнигы Руслан Хәйертдинов инвалидтар менән спорт сараларын ойоштороу тураһында һөйләһә, район мәғариф бүлеге начальнигы Андрей Матвеев мәғариф учреждениеларында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы сифатлы уҡытыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу тураһында сығыш яһаны.
- Ағымдағы йыл башынан 66 бәлиғ булмаған бала медицина күрһәтмәләре һәм кәңәштәре нигеҙендә төҙөлгән махсус реабилитация планына ярашлы йорттарында уҡытыла.
Был категорияға ҡараған башҡа балалар өсөн барлыҡ кәрәкле белем биреү ресурстарын ҡулланырға мөмкинлек биргән инклюзив белем биреү программаһы яйға һалынған.
Ләкин, мәктәптәрҙә һаман да дефектологтар, педагог-психологтар һәм социаль педагогтар вакансиялары асыҡ ҡала, - тип бәйән итте Андрей Валентинович.
Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең урындағы бүлексәһе рәйесе исеменән Дарья Иванова сығыш яһап, инвалидтарҙың йыл башынан алып районда уҙғарылған сараларҙа ҡатнашыуҙары тураһында һөйләне һәм комиссия ағзаларына район үҙәгендә ошондай саралар уҙғарыу өсөн айырым бүлмә бүленһә ине, тигән уларҙың үтенестәрен дә еткерҙе.
Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре район гәзиттәренән - Светлана Карпова, Гөлсәсәк Аласова, “Кармаскалы-ТВ”-нан Альбина Насирова үҙ сығыштарында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең яҙмыштары, шөғөлдәре тураһында мәҡәләләр һәм уларға ярҙам саралары хаҡында гәзит биттәрендә һәм сайттарҙа даими яҡтыртылыуы хаҡында отчет менән сығыш яһаны.
Комиссия ағзалары һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам итеү саралары тураһында планды бойомға ашырыу буйынса тәҡдимдәрҙе тикшереп, уларҙы хәл итеү өҫтөндә эштәр алып барырға һөйләшеп килеште.
Гөлсәсәк Бикҡужина.
Автор фотоһы.