Даирә
+21 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
13 Июнь 2025, 18:53

Самолеттағы бөтә кеше һәләк булған, ә был ирҙең тәне генә һыҙырылған

Кисә Һиндостандан Англияға осҡан лайнер ҡолағайны. Уның пассажирҙары, шулай уҡ ерҙәге байтаҡ кеше һәләк булды. Әммә бер ир иҫән ҡала, уның бер аҙ тәне генә һыҙырылған һәм күгәргән. Һуңғараҡ тағы бер ҡатындың "күлдәктә" тыуыуы билдәле булды.    

Самолеттағы бөтә кеше һәләк булған, ә был ирҙең тәне генә һыҙырылғанСамолеттағы бөтә кеше һәләк булған, ә был ирҙең тәне генә һыҙырылған
Самолеттағы бөтә кеше һәләк булған, ә был ирҙең тәне генә һыҙырылған

12 июндә Ахамадабад - Лондон маршруты буйынса осҡан самолет ерҙән ныҡ күтәрелеп тә өлгөрмәй һәләкәткә осраны. Салонда 230 пассажир һәм 12 экипаж ағзаһы була. Әммә самолет медицина колледжы бинаһына ҡолау сәбәпле, ерҙә лә күп кеше һәләк була. Ҡорбандар һаны 310-ға еткән.

Тәүҙә авиаһәләкәттә берәү ҙә иҫән түгел тиһәләр, аҙаҡ 40 йәшлек Вишваш Кумар Рамештың мөғжизә менән ҡотолоп ҡалыуы билдәле булды. Был индус хәҙер 20 йыл Англияла йәшәй, шул илдең гражданы, Һиндостанға ғаиләһен күрергә ҡайтҡан була. Интернеттағы видеояҙмаларҙа ирҙең һылтыҡлабыраҡ булһа ла, үҙ аяғында атлап барғаны, битендә һыҙырылған, ҡанаған урындары күренә. Хәбәр ителеүенсә, ул авария сығыу урыны янында ултыра һәм самолеттан һикереп төшөп өлгөрә. Уны дауаханаға алып китәләр. 

Һуңғараҡ тағы бер ҡатындың ҡотолоуын хәбәр иттеләр. Бхуми Чаухан юлдағы тығындар арҡаһында рейсҡа 10 минутҡа һуңлай. Шул рәүешле иҫән ҡала.

Фотолар: Hindustan Times, UNI/XINHUA/GLOBAL LOOK PRESS, видеонан скриншот.

 

 

https://bashgazet.ru/news/kh-ef-e-lek/2025-06-13/samoletta-y-b-t-keshe-l-k-bul-an-byl-ir-e-t-ne-gen-y-yryl-an-4275684

 

Автор:
Читайте нас