Һеҙҙең менән бөгөн булған 3 яҡшы нәмәне хәтерегеҙгә төшөрөгөҙ. Бәлки, күптәнән эшләнмәй ятҡан эште башҡарып ҡуйғанһығыҙҙыр, күптәнән күрешмәгән танышығыҙҙы осратҡанһығыҙҙыр йәиһә балаларығыҙ менән саф һауала уйнап кергәнһегеҙҙер. Ошо өс пунктты көндәлегегеҙгә теркәп ҡуйһағыҙ, тағы ла яҡшыраҡ буласаҡ.
Психологтар фекеренсә, бүләк алыуға ҡарағанда биреү күпкә күңеллерәк. Эштәге коллегаларығыҙҙы тәм-том йә емеш-еләк менән һыйлап ҡыуандырһағыҙ, уларҙың ҡыуанысы һеҙгә икеләтә әйләнеп ҡайтыр. Кибет-баҙарҙа йөрөгәндә ҡиммәт тә булмаған, әммә күңелегеҙгә ятҡан әйбер осраһа, алып һалып ҡуйығыҙ. Кемде шатландырғығыҙ килә, сәбәбен көтөп тә тормайынса бүләк итегеҙ.
Кассала һәр ваҡыт ваҡ аҡса һорайҙар. Ололар карта менән ҡуллана һалмай. Аҡса тултыра алмай йә кеҫәләренән таба алмай аҙапланғандар өсөн үҙегеҙ түләгеҙ. Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡарыр.
Ҡәһеүәне йыш эсергә тәҡдим итмәйҙәр, әммә һирәк-мирәк, күңел болоҡһоған саҡтарҙа берәй генә касаны шоколад ҡушып эсеп ебәрһәң, ысындан да кәйефтәр күтәрелеп китә. Кем дә кем ҡәһеүәне зыянлы тип һанай, киптерелгән емеш менән йәшел сәй эсергә лә мөмкин.
Тәрән итеп тын алыу ҙа үҙ-үҙеңде ҡулға алырға ярҙам итә. Йөрәк тынысланып ҡалғандай була.
Тәбиғәткә яҡын булығыҙ. Беҙ - тәбиғәт балалары. Эшкә бара торған юлығыҙ парк аша үтһә, ҡоштар һайрауын тыңлағыҙ, ағастарға һүҙ ҡушығыҙ, бөжәктәрҙе сәләмләгеҙ. Форсат тейгән һайын урман-тауҙар гиҙегеҙ. Тәбиғәттән дә яҡшыраҡ антистресс уйлап тапмағандар әле ғалимдар.
Йәй үләндә ялан аяҡ йөрөгөҙ. Күңелегеҙ тиҙ генә күтәрелеп китер.
Арҡағыҙҙы һәр ваҡыт тура тотоғоҙ. Көмөрәйеп йөрөгән йә ултырған кешелә үҙ-үҙенә ышаныс булмай.
Фотолар ҡарап алығыҙ. Беҙ күбеһенсә бәхетле саҡтарҙы фотоға төшөрөүсән. Ҡасандыр булған күңелле ваҡиғалар кәйефегеҙҙе күтәрергә ярҙам итер.
Йылмайығыҙ. Эсегеҙҙә ут янһа ла йылмайығыҙ. Инглиздәрҙең йөҙөнә ҡарап кәйефен дә белеп булмайҙыр, сөнки улар һәр ваҡыт йылмайып йөрөй. Ысындан да, ниңә һытыҡ йөҙ менән башҡаларҙың кәйефен китәрергә? Күҙҙәренән нур сәсеп, йөҙөнән йылмайыу китмәгән кешегә тартыла бит күңел.
Яратҡан йырҙарығыҙҙан торған плейлист төҙөп алығыҙ ҙа рәхәтләнеп тыңлағыҙ.
Кемгәлер рәхмәт һүҙҙәре еткерегеҙ. Атай-әсәйегеҙ, туғанығыҙ, коллегагыҙ йәиһә башҡа берәй танышығыҙ булһа ла ярай. Уларға ла яҡшы, һеҙҙең дә кәйеф күтәрелеп китәсәк. Сәбәбен табырһығыҙ.
Маҡтарға өйрәнегеҙ. Үлтереп маҡтамаһағыҙ ҙа, кешенең күңелен күрерҙәй берәй кәлимә һүҙегеҙ булһын һәр ваҡытта ла.
Кәйефте күтәреү өсөн иң яҡшы сара, әлбиттә, - китап. Яратҡан әҫәрҙе биш ҡат уҡып сыҡһаң да ялҡытмай бит ул. Күңелде күрер өсөн тап шул әллә нисә тапҡыр уҡылған, ҡасан нимә булырын алдан белеп, үҙеңә стресс яһамай ғына тотоп ята торған китап кәрәк.
Комедия - бына нимә һеҙҙең кәйефте ун минутта "урынына ултырта" ала.