Даирә
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
10 Ғинуар , 09:29

Бәрәңге утайым тип, өҙлөгөп һәләк булды

Балаларын әхирәте ҡарап үҫтерҙе

Бәрәңге утайым тип, өҙлөгөп һәләк булды
Бәрәңге утайым тип, өҙлөгөп һәләк булды

Улың да ҡыҙҙар һымаҡ эргәңдә өлтөрәп тора. Ҡыҙҙарыңа бөтөнләй һүҙ юҡ. Нисек шулай иғтибарлы балалар тәрбиәләй алдың? – палатала бергә ятҡан ҡатындар 90 йәшлек Сәлимә әбейгә һораулы ҡараштарын төбәне.

Күңеле яҡтырып , йөҙө нурланып китте был һүҙҙәрҙән Сәлимә әбейҙең. Ҡартлығыңда балаларыңдың ҡәҙерендә йәшәүҙән дә ҙурыраҡ бәхет бармы икән  донъяла? Ә бит быларҙың береһенең дә  булмауы ла бик мөмкин ине. Сәлимә әбей сер йәшереп ултырыр йәштән уҙған. Палаталаштарына үҙенең яҙмышын тәфсирләп һөйләп алып китте:

-Ике ҡыҙым, бер улым бар. Уларҙы донъяға килтермәһәм дә, миңә әсәлек хистәрен бүләк иткән ҡәҙерле балаларымды шул тиклем дә ныҡ яратам. Әсәләре Зәлиә менән бергә педучилищела уҡыныҡ, әхирәттәр инек. Бер райондан булыуыбыҙ ҙа араларҙы нығытты. Мин студент йылдарында тормошҡа сыҡтым, ләкин ирем менән балабыҙ булманы. Ошо арҡала айырылыштыҡ. Емеш бирмәгән буш сәскә кемгә кәрәкһен инде? Уҡып бөткәс, Зәлиә менән икебеҙ ҙә бер районға , бер мәктәпкә  юллама биреүҙәрен үтендек. Элек бит шулай  эшкә йүнәлтеү була торғайны. Уҡытыусыларға тәғәйенләнгән фатирға икәүләп урынлашып, матур ғына эшләп алып киттек.

Зәлиә үҙенең яртыһын ошо ауылда осратты. Мәктәптә  тарихтан уҡытҡан Таһир менән яҙмыштарын бәйләнеләр.  Мин бала таба алмаҫымды белгәс, ҡабат тормошҡа сығыу тураһында уйламаным, үҙемде эш менән баҫтым.

 Зәлиә менән Таһирҙың тәүҙә бер артлы ике ҡыҙҙары – Мәҙинә менән Йәмилә тыуҙы. Үҙемдең балаларым булмағанғамы уларҙы  туғандарым кеүек яҡын күрҙем.Ҡунаҡҡа барырға булһалар, балаларын миңә ҡалдырҙылар. Шуға күҙ алдында тәпәй киттеләр, телдәре асылды. Мәҙинәгә биш йәш тулғас, әхирәтем тағы ауырға ҡалды. Малай алып ҡайтырға тигән хыялдары ла тормошҡа ашты. Ире хәстәрле, ғаиләһе өсөн өҙөлөп тора, үҙен директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары итеп яуаплыраҡ вазифаға үрләтеп ҡуйҙылар. Балаларын мохтажлыҡта йәшәтмәҫ, шуға Зәлиәне күп бала әсәһе булыу ҡурҡытманы.

Балалар табыу йортонан уҡытыусылар коллективы гөлләмәләр, бүләктәр менән ҡаршы алды әхирәтемде. Шулай итеп, бәләкәс Моратты ҡарау мәшәҡәттәре лә өҫтәлде Зәлиәгә. Ауыл ерендә эшһеҙ ултырыу мөмкин түгел. Береһен бөтһәң, икенсеһе килеп сығып тора. Таһир эштә саҡта йорт-ихата тирәһендәге мәшәҡәттәрҙе лә башҡарырға тырышты Зәлиә. Ире: “Бәрәңгене ял көндәрендә үҙем күмдерермен, бала менән генә бул” тиеүенә ҡарамаҫтан, сабыйы коляскала йоҡлап киткәс, уны ағас күләгәһенә ҡуя ла, эргәләге баҡсала бәрәңге күмдерергә керешә. Ололарҙың “Бала тапҡан ҡатынға ҡырҡ көнгә тиклем гүр ауыҙы асыҡ була” тигәне лә башына инеп сыҡмағандыр инде. Көсәнеп, тырышып утау эҙһеҙ үтмәй, хәлһеҙ организм тиҙ бирешеп кискә тән температураһы күтәрелеп тә китә. Бәлки шәбәйермен әле,  тип икенсе көнгә саҡлы дауаханаға бармай. Бәләкәй балаларын ҡалдырып китәһе лә килмәгәндер инде. Табиптар ҡулына элккәндә бик һуң була.

Дауаханаға алып китеүҙәрен ишетеү менән мин дә эргәһенә ашыҡтым. Күҙҙәре тоноп, йөҙөнөң нуры һүнеп ҡалғайны Зәлиәнең,һөйләшерлек тә хәле юҡ ине. Табиптар эргәһендә йүгерешеп йөрөһәләр ҙә, ҡотҡара алманы, 28 йәшендә әхирәтем яҡты донъя менән хушлашты. Таһир өс балаһы менән яңғыҙы ҡалды.  

Ҡайғынан шаңҡып, әллә  нисә көн үтте. Бер көн дәрестән һуң  йөрәгем түҙмәй, балаларҙың хәлен белергә өйҙәренә юлландым. Мин килеп ингәндә бәләкәс Морат йоҡлай, Таһир ашарға бешерә, ҡыҙҙар аталары тирәһендә урала ине. Мәҙинә менән Йәмилә мине күргәс, ҡосаҡлап уҡ алдылар. Йәһәт кенә бергәләп ашарға бешереп,өйҙө йыйыштырып ҡуйҙыҡ, керҙәр ҙә йыуып эленде.

Таһирҙың кәйефе юҡ, йөҙө ҡайғынан ҡарайған. Балаларын ашатып йоҡларға һалыуға, мин ҡайтырға йыйына башланым.

-Сәлимә,бер минутҡа туҡтап тор әле, һүҙем бар. Зәлиәнең үтенесен һиңә әйтмәй ҡалдыра алмайым. Үлер алдынан, балаларҙы етем итмә, бары тик Сәлимәгә өйлән, тигәйне. Әхирәтеңдең васыятын үтәү- үтәмәү үҙеңә бәйле, –тине .

Нимә эшләргә? Икеләнеүле уйҙар биләне күңелде. Шулай ҙа балаларҙы ла, Таһирҙы ла йәлләү тойғолары көслөрәк булып сыҡты. Мин бармаһам, кемдәр ҡулына ҡалыр әхирәтемдең балалары тигән уй тынғы бирмәне. Бына шулай көтмәгәндә бер юлы өс балаға әсәй булдым да ҡуйҙым.

Ул ваҡытта Морат улым ике айлыҡ тирәһе ине. Һәр ҡатын-ҡыҙҙың күңелендә әсәлек хистәре бар. Бала тапҡас, улар уяна. Мин ул йортҡа  иң беренсе әсәй булып барып индем. Яңы тыуған сабыйҙы ҡайһылай итеп тоторға, нисек төрөргә лә белмәй аптырап торған саҡтарымда Таһир эргәмдә булды. Мәҙинә менән Йәмилә  миңә бик тиҙ өйрәнеп китте. Ә Морат үҙ әсәһе түгеллегемде һиҙмәне лә, ир ҡорона ингәс кенә дөрөҫөн әйттек.

Таһир менән уртаҡ балабыҙ булманы, быға әҙер ҙә инем, ләкин әсәлек бәхетенән мәхрүм ҡалманым. Мәктәпкә ата-әсә йыйылыштарына йөрөүҙәр, кисен бергәләп өй эше әҙерләүҙәр, яңы йылға костюмдар тегеүҙәр – ошо мәшәҡәттәрҙән күңел ҡәнәғәтлеге алып , ысын әсәлек тойғоларын кисерә алыуыма һөйөнөп йәшәнем. Тормошомдоң мәғәнәһе барлыҡҡа килде, эш хаҡы түләһәләр, балаларыма әйберҙәр алып шатландырҙым, быға уларҙан үҙем нығыраҡ һөйөндөм.

Таһир менән беҙҙе балалар үҫтереү мәшәҡәте яҡынайтты, бер бөтөн итте. Әхирәтем алдында йөҙөм яҡты. Уның васыятын үтәнем, ошо рәүешле үҙем дә бәхетемде таптым. Балалары өсөн рухы шаттыр, беҙҙән ризалыр, тим. Йыл һайын барлыҡ туғандарҙы йыйып Зәлиәнең  яҡты иҫтәлегенә Ҡөръән ашы үткәрәбеҙ. Уның  туғандары өсөн дә өйөбөҙҙөң ишеге һәр ваҡыт асыҡ булды, аралашып йәшәйбеҙ. “Рәхмәт”тән башҡа бер һүҙ ишетмәнем. Балалар үҙ әсәйҙәрен онотмаһын тип, йыл да бергәләп ҡәберен йыйыштырабыҙ, сәскәләр ултыртабыҙ.

Ҡыҙҙар өйҙә ҡунаҡ ҡына. Икеһе лә табип һөнәренә уҡып, тормошҡа сығып ҡалала төпләнделәр. Морат улым эшҡыуар, кәләш алып төп йортта донъя көтә. Мин улар менән бергә йәшәйем.

Кемдер үҙ балаларынан да ошондай ҡәҙер-хөрмәт күрә алмай. Минең бер генә зарланыр ерем дә юҡ. Өрмәгән ергә ултыртмайҙар.Үкенескә ҡаршы, атайҙары ғына биш йыл элек мәрхүм булды. Донъя рәхәтен күреп йәшәргә лә ,йәшәргә ине лә бит. Был донъянан һәр беребеҙ үҙ ваҡыты менән китә шул.

Сәлимә әбейҙең бер тында һөйләгәндәрен палаталағылар ауыҙ асып тыңланы.

Дауаханала бер  генә көнгә лә иғтибарһыҙ ҡалдырманы балалары әсәйҙәрен. Ҡиммәтле дарыуҙарын да килтерҙеләр, тәмле-татлы ризыҡтан да өҙмәнеләр. “Бергә ашаһаҡ, тағы ла тәмлерәк була ул”, тип Сәлимә әбей уларҙы палаталағы ҡатындар менән ихлас бүлеште.

 Һаулығы яҡшырып, дауахананан сығыуға, әсәләрен республиканың яҡшы шифаханаларының береһенә алып китте балалары. Бәхете йөҙөнә сыҡҡан, ҙур йөрәкле ябай ғына ауыл ҡатыны үҙенең артынан яҡты нур  сәсеп ҡалдырғандай булды.

Тормош – ҡуласа һымаҡ. Ҡылған изгелегең дә, насарлығың да үҙеңә ҡайтыусан. Быны бары тик ваҡытында аңлай белеүебеҙ мөһим.

https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2025-01-09/b-r-ge-utayym-tip-l-g-p-l-k-buldy-4078531

Автор:
Читайте нас: