Даирә
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
7 Ғинуар , 19:00

Хырылдауҙан нисек ҡотолорға?

Күптәр өйҙә иренең йә ҡатынының хырылдауынан төн йоҡоһонан яҙа. Түҙерлек булмаһа, ярай башҡа карауатҡа йә бүлмәгә күсеп ятырға була. Ә бына дауахана палатаһында йә поезда бер купела шундай иптәш тура килһә, ултырып иларлыҡ. Былай ҙа ҡаҡшаған һаулыҡ йә юл ыҙаһына тағы бер бәлә өҫтәлә. Унан нисектер ҡотолорға була? Ниндәй ысулдар бар һуң? Белгестәр быны еңеләйтер кәңәштәр бирә. 

Хырылдауҙан нисек ҡотолорға?
Хырылдауҙан нисек ҡотолорға?

Билдәле, хырылдау йәш барған һайын, ҡартая башлағас көсәйә. Тимәк, сәбәбе беҙҙең тормош рәүешенән йә сәләмәтлек торошонан тора. Ысынлап та, ауыҙ, танау эсендә аденоид, полип, тамаҡта биҙҙәр шешеге, аңҡау - бәләкәй телдең мускулдары бушауы һәм шул сәбәпле оҙонайыуы, тештәрҙең дөрөҫ урынлашмауы, арыу, организмдың таушалыуы хырылдауға булышлыҡ итә.

Унан нисектер ҡотолорға була? Ниндәй ысулдар бар һуң? Белгестәр быны еңеләйтер кәңәштәр бирә:
1. Кис һайын ауыҙ-танауҙы яҡшылап йыуырға, тоҙло һыу менән сайҡатырға кәрәк.
2. Салҡан ятып йоҡламаҫҡа. Ҡайһы берҙә эргәлә хырылдаған кешегә һаҡ ҡына төртөп ҡабырғаһына әйләндерһәң, йәнгә тейгән тауыш туҡтала.
3. Карауат йә дивандың баш урынлашҡан яғын 10 сантиметр тирәһенә күтәртеп ҡуйырға.
4. Ныҡ ҙур һәм ҡаты мендәр яҫтап ятмағыҙ - муйын бөгөлөп, тын юлдары ҡыҫылмаһын.
5. Тәндең был өлөшөн нығытыуға күнегеүҙәр яһағыҙ: телде ныҡ итеп һуҙып ауыҙҙан сығарығыҙ, шунан кире аңҡауға тиклем тартығыҙ ҙа бер нисә секундҡа ҡатып ҡалығыҙ; эйәгегеҙҙе ике ҡул менән ҡушарлап тотоғоҙ ҙа аҫҡы яңаҡ һөйәген алға-артҡа йөрөтөгөҙ; ағас йә пластик таяҡсаны тештәрегеҙгә ныҡ ҡына ҡыҫып тотоп тороғоҙ.
6. Һәм халыҡ дауалауы ла ҡулланып ҡарағыҙ: бер ай буйына йоҡлар алдынан сей кәбеҫтә япрағын ваҡ ҡына итеп турап, бал ҡушып ашағыҙ йәки берәй стакан кәбеҫтә һутына бал болғатып эсегеҙ.

Ауырымағыҙ! Хырылдау төн йоҡоғоҙҙо ҡасырмаһын.

Нәсих Хәлисов фотоэтюды.

https://bashgazet.ru/news/s-l-m-t-bulayy/2025-01-06/hyryldau-an-nisek-otolor-a-4076310

Автор:
Читайте нас: