Даирә
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
5 Ғинуар , 23:00

Өфөлә юғары температура рекорды, боҙ ҡаласыҡтар ябыла

60 йыл элек булған һауа температураһы урынлашты, тиҙәр.    

Өфөлә юғары температура рекорды, боҙ ҡаласыҡтар ябыла
Өфөлә юғары температура рекорды, боҙ ҡаласыҡтар ябыла

Өфөлә 60 йыл элек булған һауа температураһы тора – 4 ғинурҙа Өфө-Дим метеорология станцияһында һауа температураһы +2,2 градусҡа тиклем күтәрелгән.

Башгидромеотүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, 1965 йылда ошондай йылы көндәр торған – һауа темпетураһы +2,0 градус булған.

Өфөнөң Октябрь районы башлығы Антон Тарасов боҙ ҡаласыҡтарҙың ваҡытлыса ябылыуы хаҡында хәбәр итте.

“Һауа торошо йылы яҡҡа көйләнде. Һауа шарттары арҡаһында Өфө ҡалаһының Октябрь районындағы боҙ ҡаласыҡтары ваҡытлыса ябылды. Һындар һәм һырғалаҡтар, бәхетһеҙ осраҡтарҙан ҡотолоу өсөн, сигнал таҫмалары менән сикләнде.  Боҙ ҡаласыҡтарында көндәлек күңел асыу сараларын да ваҡытлыса туҡтатабыҙ”, – тине Антон Тарасов.

Хөрмәтле атай-әсәйҙәр, балаларҙың ялын ойошторғанда айрыуса иғтибарлы булығыҙ, тыйылған урындарҙа тау шыумағыҙ, боҙ өҫтөнән йөрөмәгеҙ. Һеҙҙең яуаплылыҡ - балаларҙың именлеге!

Фото: https://t.me/bdtprb/68264.

Автор:Рәмилә Мусина
 
 
Өфөлә юғары температура рекорды, боҙ ҡаласыҡтар ябыла
Өфөлә юғары температура рекорды, боҙ ҡаласыҡтар ябыла
Автор:
Читайте нас: