Даирә
+21 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
27 Сентябрь 2024, 11:22

Әгәр ҙә телефонығыҙҙың тиҙ арала көс йыйыуын теләһәгеҙ...

Быны белеү кәрәк.

Әгәр ҙә телефонығыҙҙың тиҙ арала көс йыйыуын теләһәгеҙ...Әгәр ҙә телефонығыҙҙың тиҙ арала көс йыйыуын теләһәгеҙ...
Әгәр ҙә телефонығыҙҙың тиҙ арала көс йыйыуын теләһәгеҙ...

❗Күҙ аҫты ҡарайып, ҡабаҡтар шешмәкләнгәндә, ҡабығында бешкән картуф ярҙам итер. Картуф һыуынғас, уртаға ҡырҡып, 30-40 минутҡа күҙҙәргә һалырға.
❗Шулай уҡ күҙ аҫтындағы ҡара таптарҙы бөтөрөү өсөн бешерелгән һәм ныҡлап һыуытылған пакетлы сәйҙәрҙе күҙ ҡабағына бер нисә минутҡа һалып тороу кәңәш ителә.
❗Ҡырҡылған сыр һыуытҡыста кипмәһен йәки күгәрмәһен өсөн уға бер аҙ аҡ май һөртөргә кәрәк.
❗Табала тәүҙә тоҙ ҡыҙҙырһағыҙ, ризыҡ уның төбөнә йәбешмәҫ.
❗Шкафтағы, аяҡ кейемендәге ауыр еҫте бөтөрөү өсөн унда 2 – 3 пакетлы сәй һалығыҙ. Ә яңы һатып алынған әйберҙәге “фабрика еҫе”нән ҡотолоу өсөн уны гәзиткә урағыҙ.
❗Әгәр ҙә телефонығыҙҙың тиҙ арала көс йыйыуын теләһәгеҙ, уны “самолетта” режимына күсерегеҙ. Тик һуңынан был режимды һүндерергә онотмағыҙ, юғиһә шылтыратыуҙарҙы ҡабул итә алмаясаҡһығыҙ.
❗Төймәләрегеҙ төшөп йонсотмаһын тиһәгеҙ, ептәренә төҫһөҙ тырнаҡ лагы һөртөп сығығыҙ.
❗Иртәнсәк бер ҙә торғоғоҙ килмәйме? Күҙҙәрҙе ауырттырғансы ныҡ итеп йомоғоҙ ҙа егермегә тиклем һанағыҙ. Ғәҙәттә, йоҡо шундуҡ оса. Тик һанаған ваҡытта кире ойоп китмәгеҙ.

 

https://vk.com/bashdonya?w=wall-202792286_17359 

Автор:
Читайте нас