Даирә
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Был юлы Илһөйә Бәҙретдинованы нимәлә ғәйепләйҙәр?

"Кеше талап йыйған аҡсаға ресторан-салондарға йөрөй", тиҙәрме?    

Был юлы Илһөйә Бәҙретдинованы нимәлә ғәйепләйҙәр?
Был юлы Илһөйә Бәҙретдинованы нимәлә ғәйепләйҙәр?

Башҡортостанда һәм Татарстанда популяр йырсыларҙың береһе Илһөйә Бәҙретдинованы тағы ла ғәйепләгәндәр әле. Был юлы бер ҡатын уға түбәндәге яҙыуҙы ҡалдырған: "Һин, бер нәмә эшләмәйенсә, нисек көндәрҙе үткәрәһең ул? Ресторан, кибет, матурлыҡ салоны һәм бөттө... Кеше талап йыйған аҡсаға бит әле ул",  - тигән.

Сәхнәлә генә түгел, тормошта ла юморға бай йырсы аптырап ҡалмаған, түбәндәгесә яуап яҙған.

"Ҡазан шундай матур һәм ҙур. Мин теләге булған һәр кемде, бер нәмә эшләмәйенсә, Ҡазанда йәшәргә саҡырам", - тигән ул.

Йылына 200-ләп концерт ҡуйған Илһөйә Бәҙретдинова тураһында "бер нимә эшләмәйенсә" тип яҙған ҡатындың һүҙҙәре йырсының социаль селтәрҙәге дуҫтарын да хайран ҡалдырған.

"Бер көн эйәртеп йөрөп ҡарайһығыҙмы әллә?", "Эй, эштәре юҡ та инде", "Киттек былай булғас Ҡазанға. Ниңә ыҙалап ауылда ятабыҙ икән?", "Ул ҡатынды ла өйрәт кеше таларға, Илһөйә" һәм башҡа әлә күпме комментарийҙар яҙған дуҫтары.

Кеше ҡыҙыҡ бит ул: ситтән ҡарағанда ғына һәр кемдең тормошо матур күренәлер ҙә ул. Сәхнәлә рәхәтләнеп кенә аҡса эшләйҙер тигәндәргә, бер тапҡыр булһа ла Илһөйә Бәҙретдинованың концертына барырға тәҡдим итер инек. Бына шунда күренер ине ул... нисек эшләмәйенсә, көндәрҙе үткәрергә икәнлеге.

Фото һәм сығанаҡ: "Интертат"

 

 

 

 

Автор:
Читайте нас: