Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
21 Февраль , 15:35

Киләһе йылға бурыстар билдәләнде

Район хакимиәтендә муниципаль район Советының йомғаҡлау сессияһы уҙғарылды. Сарала БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов ҡатнашты.

Киләһе йылға бурыстар билдәләнде
Киләһе йылға бурыстар билдәләнде

Ҡырмыҫҡалы районы – республиканың тирә-яҡ мөхиттең сифатын һәм кешеләрҙең тормошон яҡшыртыу мәсьәләләренә айырым иғтибар биреүсе актив муниципаль берәмектәрҙең береһе. Бында көнкүреш ҡалдыҡтары туплау инфраструктураһы планға ярашлы үҫешә. Район хакимиәте тарафынан 370-тән ашыу ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын туплау майҙансығы төҙөлгән. Район биләмәһендә 58 санкцияланмаған сүплек теркәлгән, шуларҙың 56-һы бөтөрөлгән, - тип билдәләне Нияз Мансур улы.

Ул Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология өлкәһендә райондың тотороҡло үҫеше тураһында билдәләне һәм алдынғыларҙы бүләкләп үтте. Шулай айырым хеҙмәттәре өсөн район хакимиәте башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары Валерий Иванович Волик, эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәсьәләләре буйынса хакимиәт башлығы урынбаҫары Рәсил Исламов, “Кармет” йәмғиәте директоры Дамир Насиров Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнделәр.

 

Сара барышында муниципаль район Советы рәйесе Ринат Шайбәков 2023 йылдағы эшмәкәрлек тураһында һөйләне.2023 йыл беҙҙең район өсөн социаль-иҡтисади үҫеш яғынан уңышлы булды. Был ҡаҙаныштар бароыҡ тармаҡ эшселәре ярҙамында ирешелде.

Уҙған йылда етенсе саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға һәм уның биләмәләре Советтарына депутаттар һайлау уҙғарылды. Тимерғәли Уразғолов һәм Юлия Краснова Дәүләт Йыйылышы депутаттары итеп һайланды. Улар урындағы халыҡҡа һәр яҡлап ярҙам күрһәтәләр, йыш ҡына алғы һыҙыҡтарғы яугирҙәргә гуманитар ярҙам алып баралар, - тип билдәләне Ринат Рәмил улы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: