Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
16 Ноябрь 2023, 11:36

Рөстәм Нәбиев йәнә студент!

"Мәктәптән һуң педиатрия факультетына уҡырға ингән инем, тик... "    

Рөстәм Нәбиев йәнә студент!
Рөстәм Нәбиев йәнә студент!

Билдәле блогер Рөстәм Нәбиев йәнә уҡырға ингән. Был юлы – Башҡорт дәүләт медицина университетына. Ә беренсе юғары белемде ул Өфө дәүләт нефть техник университетында алған.

Рөстәм Нәбиев бала сағынан табип булырға теләгән икән.

- Мәктәптән һуң педиатрия факультетына уҡырға ингән инем, тик...  унан киттем. Сөнки теләгем дауалау факультетында белем алыу ине, - тип белдергән билдәле блогер.

Рөстәмдең әсәһе табибә булған. Улы ла ғәзиз кешеһенең хеҙмәт юлын дауам итәсәк. 13 йыл үткәс, Рөстәм Нәбиев йәнә медицина университетында белем алырға теләгән. Ул һаулыҡ һаҡлау өлкәһе менән ҡыҙыҡһына. Рөстәм Нәбиевтең хыялы – үҙ клиникаһын асыу.

Бөгөн юғары уҡыу йортонда Рөстәм Нәбиевкә экскурсия үткәргәндәр.

Фото, сығанаҡ: Рөстәм Нәбиевтең социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Автор:
Читайте нас: