Даирә
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
15 Май 2023, 12:04

Фототоҙаҡта - көтөлмәгән йәнлек

«Башҡортостан» милли паркы хеҙмәткәрҙәрҙе ҡондоҙҙо төшөрөп алған.  

«Башҡортостан» милли паркы хеҙмәткәрҙәрҙе ҡондоҙҙо төшөрөп алған.

 

Хеҙмәткәрҙәр фототоҙаҡты ҡондоҙҙоң ояһы янына урынлаштырған. Ауырлығы 30 килограмға тиклем барып еткән иң эре йылға һөтимәре оҙаҡламай камера ҡаршыһына сығып та баҫҡан. Был йәнлек йылға-күлдәрҙе, һыу ятҡылыҡтарын төйәк итә. Егәрле ҡондоҙ йәйҙәрен 12 сәғәт буйы эшләргә мөмкин, айырыуса ҡараңғы ваҡытта туҡтамай эшләй.

«Ҡондоҙҙоң тиреһе ҡуйы йөн менән ҡапланған, һыу ни тиклем һыуыҡ булмаһын, уға һәр саҡ йылы. Тырнаҡтары ярҙамында тиреһен таҙалай, тарап тәрбиәләй. Ҡондоҙҙар башҡа хайуандарға күрше йәшәргә яратмай, үҙ биләмәһен билдәләп, уны һаҡлап йәшәй. Әгәр кемдер был биләмәне үтеп инһә, ҡондоҙ тешләргә мөмкин. Ҡондоҙ – тоғро хайуан. Ул бер инәне һайлап ала һәм шуның менән генә йәшәй. Бергәләп оя төҙөйҙәр һәм балалар үҫтерәләр», - тип һөйләй ҡурсаулыҡ белгестәре йыртҡыстың ҡылыҡтары хаҡында.

Автор:Инсаф Хужабирганов
 
Автор:
Читайте нас: