Даирә
+25 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
11 Май 2023, 12:38

Бала... магнит йотҡан

Өфөлә табиптар дүрт йәшлек баланың ашҡаҙанынан уйынсыҡ магниттарҙы сығарған.  

Бала... магнит йотҡан
Бала... магнит йотҡан

Өфөлә табиптар дүрт йәшлек баланың ашҡаҙанынан уйынсыҡ магниттарҙы сығарған.

 
 
Бала... магнит йотҡан
 
Бала... магнит йотҡан
Өфөлә ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы табиптарының дүрт йәшлек баланың ашҡаҙанынан уйынсыҡ магниттарҙы сығарыуы хаҡында Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы Айрат Рәхмәтуллин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.
 
Ведомство етәксеһе хәбәр итеүенсә, баланы медицина учреждениеһына ата-әсәһе алып килгән. Хирургтар эндоскоп ярҙамында алты магнит шарикты сығарған.
 
Рәхмәтуллин балаларға иғтибарлы булырға өндәй. Уның һүҙҙәренсә, организмға эләккән бындай шариктар эсәктәрҙең элмәге аша бер-береһенә тартылып йәбешә. Был перфорация һәм перитонитҡа килтерә.
 
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Автор:
Читайте нас: