Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
3 Май 2023, 14:08

Туғанымдың тыуған көнө Фәриҙә Ситдиҡова

Иңдәре күтәрә алмаҫлыҡ бәлә менән яңғыҙы тороп ҡалды Сәғиҙә. Кинәттән башы ауыртып, күңеле болғанды. Хәлһеҙләнеп иҙәнгә бөгөлөп төштө. “Ҡыҙ баланы алдау, мәсхәрәләү ир-егет өсөн бир ни тормай икән. Беҙ улар ҡулында ҡурсаҡ урынында, уйнай ҙа рәте китһә - ырғыта”, - тип әрнене ул.Ошонан һуң Миңнулла һыуға батҡандай юҡ булды. Сәғиҙә лә уны эҙләргә йыйынманы. Әммә ваҡыт туҡтамай, көндәр үткән һайын эсе лә ҙурая башланы. Ә ул һаман һуҙа. Ярҙам һорар урынға, ауыҙына һыу уртлағандай йөрөй.

Туғанымдың тыуған көнө                     Фәриҙә Ситдиҡова
Туғанымдың тыуған көнө Фәриҙә Ситдиҡова

Туғанымдың тыуған көнө (булған хәл)

Тирә-яҡтың алтынға мансылған сағы. Әбейҙәр сыуағы. Ҡояш, әйтерһең дә, ҡыш килеүен һиҙә, йылыһын күберәк өләшеп ҡалырға тырыша. Тәбиғәт ерҙе һалҡын ҡышҡа әҙерләй. Ағас япраҡтары осоп төшөп уның өҫтөн ҡалыныраҡ итеп ҡаплай. Үләндәр һарғайып ергә һылаша, йыш ҡына ямғырҙар яуа. Баҡсаларҙа эш ҡайнай - уңыш йыйыла. Ағас-ҡыуаҡтарҙың төптәрен күмеп, ҡайһы бер орлоҡтарҙы ла сәсеп ҡалдырырға кәрәк. Йылы көндәрҙең һанаулы ғына булыуы ашыҡтыра һәр кемде.  

 
 
 
Туғанымдың тыуған көнө (булған хәл)
Һап-һары япраҡтар түшәлгән һуҡмаҡтан бер ҡыҙ атлай. Моңһоу ҡараштары ҡайҙалыр алыҫҡа төбәлгән. Автобус туҡталышына килә ул. Эргәһенән үтеүселәрҙе күрмәй, өндәшһәләр - яуап бирмәй. Барлыҡ зиһенен биләгән ауыр уйҙары шундай хәлгә төшөргән уны. Атаһы йортона ҡайтҡан һайын, был юлы һөйләрмен, тип ниәтләй. Ләкин эске кисерештәре нимәгәлер тотҡарлай. Бына бөгөн дә, инде нисәнсе тапҡыр, әсәһенә бер ни ҙә әйтә алманы - ҡыйыулығы етмәне. Шат йылмайып, донъя көтөүенән ҡәнәғәтлек кисереп, үҙен ихлас ҡаршылаған әсәһен күргәс, теле әйләнмәне. И-их, быға тиклем нисек рәхәт йәшәгән ул...

Барыһына ла үҙе ғәйепле. Аулаҡ өйгә ни өсөн барҙы, егет кешегә нимә тип ышанды икән? Йәшлек, бер ҡатлылыҡ. Ә ул кистә күңелле ине, шарап эсеп, дәртле көйгә бейеп, икеһенең дә башы әйләнгәйне. Саф, наҙлы хистәр күкрәктәрҙе тулып ашҡан. Аҡыл көсө уларҙы еңер хәлдә түгел. “Бәхет ҡошом ошо икән, мөхәббәт тилерткес шәрбәт һыу кеүек, эскән һайын эсәһе килеп тора икән”, - тип уйланы. Һәм мәңге шулай булыр төҫлө тойолдо.

Миңнулла менән ул тәүге тапҡыр семинарҙа танышты. Уҡытыусылар, ауыл хәкимиәте башлыҡтары саҡырылғайны унда. Урындары йәнәш тура килде. Нисектер еңел генә аралашып, һөйләшеп киттеләр. Ашханала ла бер өҫтәл артында ашанылар. Семинар тамамланғас, егет Сәғиҙәгә үҙенең машинаһында ҡайтырға тәҡдим итте. Юл буйына әңгәмәшләп, көлөшөп килделәр. Һүҙ артынан һүҙ ялғанды, юлдың үткәне лә һиҙелмәне. Сәғиҙә үҙ ауылында төшөп ҡалды. Был танышыуҙы мәктәп эше, һайлау мәшәҡәттәре менән ҡыҙ онотоп та өлгөргәйне. Шәмбе көн кис ул йәшәгән фатир алдына еңел машина килеп туҡтаны. Сәғиҙә тәҙрә пәрҙәһе аша алай-былай ҡарағансы, Миңнулла тупһала тора ине.

- Инергә мөмкиндер бит? Һау ғынамы, Сәғиҙә һылыу. Хәлдәр нисек? - тине киң йылмайып. Сәғиҙә албырғап ҡалды.

- Былай яҡшы ғына, - тине ҡыҙарынып. Өҫтәлдәге дәфтәр-китаптарын йыйыштырғыланы. Ә үҙен, нимә эшләп килде икән, тигән һорау борсоно.

Миңнулла эште ҡыҙыу тотто: “Сәғиҙә, әйҙә, кейен, һине алырға килдем. Бөтмәҫ эш булмай ул. Ял да кәрәк”, - тип ҡыҙға уйларға ла ирек бирмәне. Сәғиҙә, үҙе лә аңламаҫтан, уның бөтә бойороҡтарына буйһондо. Егеттең шундай ҡыйыу булыуы уға оҡшай ине. Машинаға ултырып алғас: “Ә беҙ ҡайҙа барабыҙ һуң? Нимә шул тиклем ашығыс?” - тип һорау ҡуйҙы. “Тормош тәгәрмәсе үҙе ашығыс, бөтә рәхәтлектәрен татып, йәшәп ҡалырға кәрәк”, - Миңнулла ҡыҙға күҙ ҡыҫты. Сәғиҙә уңайһыҙланды, егеттең күҙ ҡараштары уйнап тора ине.

Улар күрше ауылға килеп туҡтанылар. “Бында минең ағайҙар йәшәй. Әле өйҙә юҡтар. Өфөгә киткәндәр”, - тип аңлатты ул. Өй йылы, яҡты, өҫтәл дә әҙерләп ҡуйылған. Тимәк, Миңнулла алдан ҡайғыртҡан. Ҡыҙ шомланды, ҡайҙа киткәнен хужабикәгә лә әйтеп өлгөрмәгәйне. Аныһы ла, күршегә генә керәм, тине лә оҙаҡланы. Ишек төбөндә тапанып тик торған Сәғиҙәне егет йомшаҡ ҡына ҡулдарынан тотоп өй түренә, өҫтәл янына килтерҙе: “Ҡурҡма, һылыу, яҡынданыраҡ танышырға, һөйләшеп ултырырға ғына саҡырҙым һине”, - тип ихлас ҡына өндәшкәс, йөрәге урынына ултырҙы. “Ҡарамаҡҡа шундай аҡыллы, көслө, ҡыйыу егеттең насар булыуы мөмкинме һуң?”

Ә ҡалғаны татлы төштәге һымаҡ томан эсендә юғалып ҡалды. Иртәгәһен йоҡонан уянғанда, Миңнулла ҡайтырға кейенеп тора. Киске хәлдәрҙе иҫенә төшөрөп, Сәғиҙә ырғып торҙо: “Нишләнек беҙ, Миңнулла? Һин ҡайҙа бараһың?” - тип уның беләгенә килеп йәбеште. Тегеһе ҡулын ипләп кенә тартып алып: “Ҡайҙа барам тип, эшкә инде, былай ҙа һуңға ҡалдым. Ишекте бикләп, асҡысын тупһа аҫтына ҡалдырырһың. Әлегә, хуш”, - тине иҫе китмәй генә. Әйтерһең дә, шулай булырға тейеш. Миңнулла сығып киткәс, Сәғиҙәгә был өй шундай ҡотһоҙ күренде. Күңелендә төпһөҙ бушлыҡ, билдәһеҙ киләсәк тә ҡурҡыта. Тиҙ генә кейенеп ауылына ашыҡты. Иртәнге автобусҡа ултырһа, дәресенә лә өлгөрә. Сәғиҙәнең һушына килеүен көткән кеүек, Миңнулла оҙаҡ ҡына күренмәне. Хакимиәт башлығының эше күптер инде, ваҡыты ла етмәйҙер, тип уйланы ҡыҙ. Ә үҙе, кис етһә, тәҙрәнән күҙен алманы. Төрлөһөн уйлап, шөрләп тә ҡуя ине. Ләкин ҡурҡыуҙары бушҡа ғына булған. Аҙна-ун көн үтеүгә егет яңынан пәйҙә булды. Сәғиҙә яратҡан хуш еҫ бөркөп торған ялан сәскәләрен килтерҙе. Иркә, татлы һүҙҙәрен дә йәлләмәне. Мөхәббәт тулы ҡараштары менән дә ҡыҙҙы үҙенә арбай ине.

Миңнулланың һирәкләп килеүе ҡыҙ өсөн оло байрамға әйләнә. Биҙәнеп-төҙәнеп, матур күлдәктәрен кейә, тәмле-тәмле аштарын да бешереп ҡуя. Һәм шул сәғәттәрҙә донъяла унан да бәхетле кеше юҡ кеүек тоя.

Шулай ҡайнар мөхәббәт утында яныу эҙһеҙ үтмәне. Ул ауырға ҡалды. Әсә буласағын белгәс, Сәғиҙә шикһеҙ шатланды. Мотлаҡ өйләнешерҙәр инде, бала тулы ғаиләлә үҫергә тейеш, тип хыялланды. Миңнулланың килер көнөн көтөп ала алмай түҙемһеҙләнде.

Егет ишектә күренеү менән, йүгереп килеп ҡосаҡлап алды һәм ҡыуанысын еткерергә ашыҡты. Ләкин был яңылыҡ аяҙ көндө ҡара болот ҡаплағандай тәьҫир итте. “Ни һөйләйһең һин, ниндәй бала? - тип Сәғиҙәне үҙенән этеп ебәрҙе. - Мин шундай юғары урында эшләп, дәрәжәмде төшөрә, исемемде буяй алмайым. Етмәһә, минең ғаиләм бар: ҡатыным, балам. Ауырыңдан ҡотол, аҡса табырмын”, - тип шаҡ ҡатырҙы. Сәғиҙә ҡапылда ни әйтергә белмәне, телһеҙ ҡалды. Йөрәге дарҫлап тибергә тотондо, мейеһенә эҫе ҡан йүгерҙе, тамағына тығылған төйөрҙө йотоп ебәргәс кенә: “Ә мин, мин ни эшләйем хәҙер? Мин һиңә ышандым. Ғаиләң барлығын әйтмәнең бит”, - тип ҡысҡырып илап ебәрҙе. “Үҙең риза булып килдең, бер кем дә һине мәжбүр итмәне. Беренсе саҡырыуға ҡаршы булмағас, еңел холоҡлоһоң, тип уйланым”, - тине Миңнулла уҫал итеп. Һәм ишекте шарт ябып сығып та китте.

Иңдәре күтәрә алмаҫлыҡ бәлә менән яңғыҙы тороп ҡалды Сәғиҙә. Кинәттән башы ауыртып, күңеле болғанды. Хәлһеҙләнеп иҙәнгә бөгөлөп төштө. “Ҡыҙ баланы алдау, мәсхәрәләү ир-егет өсөн бир ни тормай икән. Беҙ улар ҡулында ҡурсаҡ урынында, уйнай ҙа рәте китһә - ырғыта”, - тип әрнене ул.

Ошонан һуң Миңнулла һыуға батҡандай юҡ булды. Сәғиҙә лә уны эҙләргә йыйынманы. Әммә ваҡыт туҡтамай, көндәр үткән һайын эсе лә ҙурая башланы. Ә ул һаман һуҙа. Ярҙам һорар урынға, ауыҙына һыу уртлағандай йөрөй.

Автобус килеп туҡтаны. Кешеләр ҡабаланып һәр ҡайһыһы үҙ урынын алды. Сәғиҙә генә ултырманы. Ҡырҡа бер ҡарарға килеп, кире өйҙәренә табан атланы. Ишекте асып, тупһа аша үтте лә туҡтап ҡалды. Әсәһе ғәжәпләнеп: “Автобус булманымы әллә?” - тип һораны. Сәғиҙә уның һорауын, әйтерһең, ишетмәне: “Әсәй, әсәкәйем, ғәфү ит мине, мин ауырлы, ләкин егетем алмай, уның ғаиләһе бар”, - тип үкһеп иланы ла ебәрҙе. Һауыт-һаба йыуып торған әсәһенең ҡулынан сынаяғы төшөп селпәрәмә килде. Әллә аптырауҙан, әллә ҡурҡыуҙан: “Бәхеткә булһын!” - тине. Уның был һүҙҙәре бөтөнләй урынһыҙ ине. Шулай ҙа үҙен тиҙ ҡулға алып: “Т-сс, атайың ишетеп ҡалмаһын, икебеҙҙе лә үлтерә һуғыр. Ай, балам, ни булды һиңә, яңылыштыңмы ни? Хәҙер нимә эшләйбеҙ инде?” - тип ҡурҡыуға төштө.

Шул кисте әсәле-ҡыҙлы оло гонаһ ҡылдылар. Йәйге бәләкәй өйҙә, кендек әбейенән баланы төшөртөп, ишек алдындағы сүп-сар өйөмө аҫтына йәшерҙеләр. Һәм төн ҡараңғылығында Үлек һаҙға илтеп ерләнеләр. Дөрөҫөрәге, күмделәр. Был урында кешеләр һәр саҡ йән эйәләрен күрә. Ололарҙың һөйләүҙәренсә, йот йылында унда сабый балаларҙы күпләп килтереп ташлағандар - ерләргә хәлдәре булмаған. Йоланы еренә еткереп башҡармағас, шул сабыйҙарҙың йәндәре осоп йөрөй, имеш, тиҙәр. Ә бөгөн ҡурҡыу онотолдо. Киреһенсә, кешеләрҙең бында аяҡ баҫмауы бигерәк ҡулай ине. Сабыйға соҡор ҡаҙғансы ҡара тиргә төштөләр. Сәғиҙәгә кемдер барыбер ҡарап тора төҫлө тойолдо. Ләкин ҡап-ҡара ағас шәүләләренән башҡа нәмә күренмәне. Кескәй генә төргәкте соҡорға һалғанда уның ҡулдары ҡалтыраны, йөрәге сәнсеп ҡуйҙы. Маңғайына шыбыр тир бәреп сыҡты. Хәлһеҙләнгән, инде ауырый башлаған Сәғиҙәне әсәһе саҡҡа алып ҡайтып еткерҙе. Ауырыу көндән-көн көсәйҙе, һаташтырҙы. Бер ни һиҙмәгән атаһына, сарпыу ҡағылған, тик юҡты һөйләй, тип аңлаттылар.

Әхирәтенең ҡаты ауырып киткәнен ишетеп, күршелә генә йәшәгән Рәйлә хәл белергә инде. Сәғиҙәнең ап-аҡ ҡағыҙ кеүек йөҙөнә, ябыҡ ҡына булып ҡалған кәүҙәһенә бер аҙ ҡарап торғас: “Әхирәт, ҡапыл нисек былай бирешеп киттең?” - тине ғәжәпләнеп. Сәғиҙә уның менән һөйләшә алманы, ым менән генә яуап ҡайтарҙы. Әҙ генә ҡуҙғалһа ла, бөтә тәне ауыртып, һөйәктәре онталып барған кеүек ине. Мөлдөрәмә йәш тулы күҙҙәрен ситкә алды. Ниҙер булғанын күңеле менән һиҙгән Рәйлә бүлмәнән сығырға ашыҡты. Сәғиҙәнең әсәһе лә, борсоп йөрөйһөң ауырыған кешене, тигән төҫлө уҫал итеп ҡарап ҡуйҙы.

Кешеләрҙең ҡайғы-хәсрәтен, ауыр кисерештәрен, ҡара көндәрен үткәреп ебәрергә, хатта ҡайһы саҡ хәтерҙән дә юйырға, ваҡыт аралығы бар. Был юлы ла ул ярҙамға килде. Һәр тере йәндең йәшәүгә дәғүә итеүен иҫбатлағандай, Сәғиҙә лә әкренләп һауыҡты. Тик тән яраһы төҙәлһә лә, күңел яраһы һулҡылдауҙан туҡтаманы. Үкенеү, рәнйеү, нәфрәт тойғолары бөтәһе бергә ҡушылды. Бер кем менән бүтән аралашмаҫ, һөйләшмәҫ, кешеләрҙән ҡасыр булып китте. Ул үҙ-үҙенә бикләнде, эшен дә ташланы. Уҡытыусы булырға минең хаҡым юҡ, тип иҫәпләне. Уйҙары Миңнуллаға, донъяға ауаз һала алмаған сабыйына бара ла тоташа. Рәйләләргә ҡарап: “Уның әсәһе, егерме дүрт йәшлек кенә ҡатын, ире ташлап китһә лә, үҙе ауырыу булһа ла, балаларын етем итмәй, тәрбиәләп үҫтерә. Ә мин ни эшләнем?” - тип ғазаплана.

Сәғиҙә менән Рәйлә бала саҡтан әхирәттәр. Элек бергә уйнап үҫһәләр, хәҙер серҙәр ҙә уртаҡ. Ҡайһы ваҡыт Сәғиҙә уларға йоҡларға ла бара. Сөнки Рәйләнең әсәһе Факиһа апай төнгө ҡарауылға йөрөй. Бына бөгөн дә туғаны йоҡоға талғас, ҡыҙҙар сөкөрләшергә кереште. Сәғиҙә Рәйләгә генә асыла. Йөрәгендә таш булып ятҡан ауыр уйҙарын уға ғына тарата. Миңнулланы яратыуын, уныһының алдаҡсы булып сығыуын, балаһын Үлек һаҙға күмеүен илай-илай һөйләне. Был минуттарҙа уның хәсрәт тулы йөрәге ярҙарынан бәреп сыҡҡан ташҡын йылға ише ине. Рәйлә әхирәтен ысын күңеленән ҡыҙғанып, йыуатырға тырышты. Үҙе эстән генә: “Мөхәббәт шундай ғазаплы икән. Китаптарҙа ғына матур тасуир ителә. Ир-егеттәр алдаҡсы, ҡурҡаҡ, яуапһыҙ була, күрәһең. Ана, атайым да әсәйемде ташлап киткән. Ә бит улар бер- береһен өҙөлөп яратҡандар”, - тип фекер йөрөттө ул.

Төн уртаһы ауышҡайны инде. Сәғиҙә үҙ һөйләгәндәренән үҙе арып, тынысланып йоҡлап китте. Рәйләне генә йоҡо алманы. Уйҙары менән туғанының тыуған көнөнә әйләнеп ҡайтты.

Ул көндө иртәнсәктән ҡар яуҙы. Урындыҡ түрендә йөн иләп ултырған әсәһе: “Иртәгә балнисҡа китербеҙ. Өйҙө йылытырға утын да бөтөп бара”, - тип һөйләнде. Ләкин, әмәлгә ҡалғандай, кискә табан бәпескә ауырыны ла китте. “Рәйлә, бар Хафаса әбейгә

әсәйем ауырый, тип әйт”, - тине әсәһе ыңғырашып. Рәйлә кес кенә калушын кейеп тышҡа сыҡты. Октябрь айы ғына булһа ла, ҡар шул иклем күп яуған. Ул ишек алдынан да үтә алманы, ҡарға батты. “Әсәй, мин бармайым, калушыма ҡар тулды. Һин алдама, ауырымыйһың. Баяғы ғына иртәгә балнисҡа китербеҙ тинең” - тип Рәйлә илап ебәрҙе. Әсәһе: “Бар инде, балам, ана минең сусинкәне кей”, - тип үтенде. Оло сусинкәне кейеп Рәйлә тағы тышҡа сыҡты. Бер аҙ атлап та өлгөрмәне, күҙенә ҡап-ҡара әллә нәмәләр күренде. Ул йүгереп кире өйгә инде: “Әсәй, бармайым. Унда бүреләр йөрөй. Хәй бабай бөгөн генә әйтте, беҙҙә бүреләр бар тине”, - тип сеңләне. “Һин ҡурҡҡанға шулай күҙеңә күренә. Бар, балам, иртәгә тәмле кәнфит алып бирермен”, - тигәс кенә Рәйлә ризалашты.

Хафаса әбей күрше кендек әбейен алып килде. Әбейҙәр быш-быш һөйләшеп иҙәнгә ҡалын итеп һалам түшәнеләр. Ут яғып, һыу йылыттылар. Шул арала тәмләп сәй эсеп алырға ла өлгөрҙөләр. Уларҙы күҙәтеп ята торғас, Рәйлә йоҡоға талды. Иртәнсәк уянғанда, әсәһе янында иҫке күлдәк итәгенә төрөлгән ҡып-ҡыҙыл бәпес ята ине. Рәйлә ипләп кенә уға бармағы менән төртөп ҡараны. Бәпес мышнай-мышнай йоҡлай ине. “Рәйлә ҡыҙым, ул һинең туғаның, һин инде апай булдың. Туғаныңды һәр саҡ ҡарап йөрөтөрһөң”, - тип әсәһе уның башынан һыйпаны. Был һүҙҙәр биш йәшлек кенә сабыйҙың күңеленә мәңгелеккә һеңеп ҡалды. Һәм ғүмер буйы ул туғанын ҡурсалап, үҙенсә тәрбиәләп, һаҡлап йөрөттө. Әсәһе өйҙә булмағанда көндәр буйы бишек бәүелтте, эшкә киткәндә тамағын туйҙырҙы, ҙурая килә ҡулдарын йыуып, матур күлдәк кейҙереп, оҙон сәстәрен үреп ҡуя ине. Ҡайҙа барһа ла, биленә ултыртып алып китә торғайны. Рәмилә - кәүҙәгә сибек кенә, ҡараҡай ҡыҙ. Үҙе һис иламаҫ, түҙемле бала. Апаһынан бер тотам да ҡалманы. Ә Рәйлә, киреһенсә, мыҡты кәүҙәле, буйға ла ҙур ине. Әсәһенең әйтеүенсә, ул аталары менән бергә йәшәгәндә тыуған, һөттө лә күп имгән (өс йәшкә тиклем), хәҙер ҙә ҡаймаҡты ныҡ ярата. Рәмиләгә генә ауыр тормош эләкте, яҡшылап ашамағас, әсәһенең һөтө етмәне. Бала иланы ла иланы. “Олатайыңдарға барып бер туйғансы ашап киләйем. Һин туғаныңды ҡарап тор, уға һөт етмәй бит”, - тип Рәйләгә бәләкәсте ҡалдырып китер булды.

Һуғыштан һуңғы ауыр осор ине шул. Илдә кейергә лә, ашарға ла етешмәй. Ә шулай ҙа, кешеләр бер-береһенә мәрхәмәтле ине, бары-юғы менән бүлешеп йәшәне. Олатайҙары ла хәленән килгәнсе уларға ярҙамлашты.

Әсәһе йөрөгән ваҡыт Рәйләгә йыл кеүек тойола, ә туғаны туҡтамай илай ҙа илай. Нисек түҙгән икән? Хәҙер уйлап аптырап ҡуя. Ә ул саҡта...

Ике бәләкәй генә бала менән яңғыҙы ҡаңғырған әсәһе күпкә сыҙаманы - сиргә һабышты. Аяҡ-ҡулдарын ҡуҙғата алмай ятты ла ҡуйҙы. Рәмиләне имеҙергә лә бишектән Рәйлә алып бирә. Сибек кенә күренһә лә, бәпес уға бик ауыр, саҡҡа көсө етә. Йоҡлап киткәс, кире алып барып һалыуы бигерәк тә ҡыйын. Өй эштәре лә Рәйләгә тороп ҡалды. Ҡаты һыуыҡтар башланды. Мейескә яғыр өсөн утынды бер нисә тапҡыр алып инергә мәжбүр. Ул йонсоно, хәлһеҙләнде, ябығып китте, бетләне. Ара-тирә кереп йөрөгән күршеләре, аяныс хәлде күреп, ауыл Советына хәбәр иттеләр. Унан инде ат менән дауаханаға оҙаттылар. Өсөһө лә ябыҡ, ауырыу булыу сәбәпле, баш табип уларҙы бер палатаға һалырға рөхсәт итте.

Эй рәхәт тормош башланды Рәйләгә. Ашарға әҙер, йылы, әсәһен дә табип апайҙар ҡарай. Үҙен дә тәрбиәләп, сәстәрен алып, беттәрен кәрәсин менән йыуып бөтөрҙөләр. Рәмилә лә бөтөнләй иламай. Йоҡолары туйып, биттәре ҡыҙарып, кәүҙәгә йоморайып үҫә төштө хатта. Тик әсәһе генә ҡуҙғала алмай ята бирҙе.

Бер көн палатаға табип ағай килеп инде. Рәйләгә: “Һин, ҡыҙым, коридорҙа уйнап тор, мин әсәйең менән һөйләшеп алайым”, - тине. Рәйлә палата ишеген шым ғына ябып коридорға сыҡты. Унда ике әбейҙең: “И-и, бахырҡайҙың балаһын алырға итәләр. Бер ҙә йүнәлмәй бит”, - тип һөйләнгәндәрен ишетеп ҡалды. Тиҙ генә палатаға кире килде, ишекте ҡыҫып ҡына тыңлай башланы. Табип ағай: “Һеңлем, был сирең балаңа күсергә мөмкин. Һиңә уны имеҙергә ярамай. Тормошоң да ауыр. Бәләкәсте күкрәк һөтөнән айырһаң, нисек ашатырһың. Бәлки, ҡыҙыңды берәйһенә бирерһең, алырға теләүселәр бар”, - тине. Рәйләнең йөрәге жыу итеп ҡалды. Ул палата ишеген асты ла әсәһенә йүгерҙе: “Әсәй, бирмәйек Рәмиләне, ул бит минең туғаным”, - тип ҡысҡырып иланы ла ебәрҙе. Әсәһе Рәйләне тынысландырырға тырышты. Ә үҙе, тешен ҡыҫып, илап ебәреүҙән саҡ тыйылды. Йөрәге сараһыҙлыҡтан күкрәгенә һыймай дуланы.
Ошо хәлдән һуң бер нисә көн уҙҙы. Йәкшәмбелә төш ваҡытындараҡ дауахана эргәһенә матур ғына еңел машина килеп туҡтаны. Унан ҡаласа ҡупшы кейенгән ир менән ҡатын төштө. Рәйлә тәҙрәнән урамды күҙәтеп тора ине. Сабый баланың йөрәге һиҙгән кеүек: “Әсәй, Рәмиләне алырға киләләр!” - тип ҡурҡып, карауатҡа уҡ менеп ултырҙы. Ике балаһын ятҡан килеш ҡосағына алған әсә палата ишеге асылыуын көттө. Күп тә үтмәй табип ағай менән тегеләр килеп инде. “Йә, һеңлем, уйланыңмы? Бына был ғаилә ҡыҙыңды яҡшы тәрбиәләйәсәк, рәхәтлектә үҫер. Һин төҙәлгәнсе, улар үҙеңде лә ҡараясаҡ”, - тине. Ир менән уларға ҡарап йылмайышты. Әсәһе ҡырҡа ғына: “Мин тере саҡта балаларымды бер кем дә ала алмаҫ. Үлһәм дә, Өфөләге ағайыма яҙып ҡалдырырмын”, - тине. Үҙенең тауышы ҡалтырап, иңрәп сыҡты. Һәм сабыйҙарын күкрәгенә нығыраҡ ҡыҫты. Ике күҙенән йәш сөбөрләне. Әсәһенә ҡушылып Рәйлә лә илай башланы. Тегеләр ниҙер шыбырлаштылар ҙа сығыу яғын ҡаранылар.

Һалҡын ҡыш үтеп яҙ килде. Урамда гөрләүектәр аҡты. Ҡояш та нығыраҡ яҡтыртты. Был ваҡытта Рәмиләгә ете ай тулды. Дауахананың оҙон өҫтәленә баҫтырһаң, йүгереп китә лә бара ине. Уны бөтәһе лә яраттылар. Бигерәк тә шәфҡәт туташтары: “Ҡурсаҡ, тере ҡурсаҡ”, - тип тупылдатып һөйәләр ине. Сабыйҙарҙың бәхетенән әсәләре әкренләп һауыға башланы. Оҙаҡламай өсәүләп тыуған ауылдарына ҡайтып та киттеләр.

Ғүмерҙең үткәне - ағын һыу, тиҙәр. Ысынлап та, шулайҙыр ул. Бер йыл бер көн кеүек артта ҡалды. Бөгөн Рәмиләнең тыуған көнө, уға инде бер йәш тулды. Һый-хөрмәт менән билдәләргә хәленән килмәһә лә, әсәһе өйгә байрам төҫө индерҙе: ҡоймаҡ ҡойҙо, йыуаса бешерҙе, ҡаҙанға өйрәк ите һалып, аш өлгөрттө, туҡмас киҫте. Ул арала күстәнәстәр тотоп күршеләге бала-саға йыйылды. Күңелле булды тыуған көн, балаларҙың шат тауыштарынан өй эсе яңғырап торҙо.

Ҡунаҡтар таралғас, өйҙө йыйыштырып алдылар. Килтергән бүләктәрҙе ҡаранылар. Был эш тә бөткәс, Рәйлә урамға йыйынды. Быйыл да ҡар күп ине, шыуғалаҡта тиҫтерҙәре күп. Хәй бабайы уға ағас сана эшләп биргәйне. Рәйлә бишмәтен кейгәйне инде, уларҙың ел ҡапҡа янына егеүле ат килеп туҡтаны. Сананан ике кеше төшөп өйгә табан атланы. Былар кем икән, тип уйларға өлгөрмәнеләр, тегеләр тыптырлашып килеп тә инделәр. Әсәһе ҡыуанысынан ҡысҡырып ебәрҙе: “Ағайым, еңгәм, нисек кенә килеп сыҡтығыҙ? Әйҙүк, әйҙүк, әле генә бәләкәс ҡунаҡтарҙы оҙатҡайныҡ”.

Рәйләнең аңлауынса, Өфөләге бабайы менән әбейе ине улар. Ә иң шатландырғаны - ҡала күстәнәстәре. Ҡурсаҡ, тәмле-тәмле кәнфит-перәниктәр, матур-матур кейемдәр, Рәмиләгә бер ҡосаҡ әйбер. Тиҙ генә яңынан өҫтәл әҙерләп, ҡор янына ултырыштылар. Әсәһе ағаһы менән еңгәһенә шатланып бөтә алманы. Өфөнөң үҙенән килгәндәр бит!

- Нисек кенә улай килеп сыҡтығыҙ? - Факиһа апай һорауын тағы ла ҡабатланы. - Ниндәй елдәр ташланы? Әллә юл айҡан ғынамы?

- Юҡ, юҡ, тәғәйен һеҙгә тип килдек. Күреп китергә. Бәләкәстең барлығын ишеттек тә, бер йомошобоҙҙо ла әйтергә тип, килеп еттек шул, - тине еңгәһе.

Ҡурсағы менән мауыҡҡан Рәйләнең ҡолағы ҡарп итеп ҡалды. Әллә Рәмиләне алырға килгәндәрме икән, тигән уй йүгереп үтте. Ләкин бабайы менән әбейе бер ҙә яуыз кешеләргә оҡшамаған. Ана, күпме күстәнәстәр алып килгәндәр. Тәмле монпасиҙы һура-һура Рәйлә шымтайҙы.

Ғәйниә әбейе Рәмиләнең эргәһенә килде. Тауыш итте, йылмайҙы, ҡулдарынан тотто һәм ниңәлер күҙҙәре йәшләнде. “Ҡайһылай минең үлгән ҡыҙым Фәниҙәгә оҡшаған. Ике тмсы һыу кеүек. Ул да шулай кәүҙәгә сибек, ҡараҡай, теремек бала ине. Факиһа туғаным, әллә ҡыҙыңа исемде Фәниҙә тип ҡушаһыңмы?” - тине. Факиһа апай аптырап: “Ҡыҙымдың исеме бар бит. Мулла ҡолағына ҡысҡырмаһа ла, беҙ өйрәнеп тә бөттөк инде. Әлеге аҡса юҡлыҡ ашҡаҡҡа һуға, ҡағыҙға ла теркәлмәгән. Ней, ауырыным да ауырыным, - тип зарланып алды икеләнгән төҫлө. - Ҡыҙығыҙ нисек үлде һуң?”

Ғәйниә әбейе, ауыр көрһөнөп, ҡәһәрле һуғыш башланған көндәрҙе иҫенә төшөрҙө.

Фашистик Германия тыуған илебеҙгә баҫып ингәндә, улар Украинаның Чернигов ҡалаһында йәшәгәндәр. Саяф бабай - хәрби кеше, подполковник, унда хеҙмәттә тора. Немец танкылары ҡурҡыныс гөрөлдәп, ерҙе дер һелкетеп, илдең төпкөлөнә ынтыла. Мотоциклдарға, автомашиналарға тейәлгән һалдаттары ауылдан ауылға, ҡаланан ҡалаға үтеп инеп, тыныс тормош көткән кешеләрҙе атып үлтерә, әсиргә ала, йорттарҙы яндыра. Һауала дошман самолеттары бер өҙлөкһөҙ бомба ташлай.

Бындай ҡанлы мәхшәрҙән ғаиләһен ҡурсалап Саяф бабай ҡалаға килеп еткәс, шофер артабан бармаясағын белдерә. Ғәйниә әбей, өс балаһын төйөнсөктәре янында ҡалдырып, икенсе машина эҙләп китә. Өлкән улы Мирасҡа - ун өс, Ғәйшәгә - һигеҙ, ә иң бәләкәс Фәниҙәгә дүрт кенә йәш була. Тирә-яҡты күҙәтеп ултырған Мирас асыҡ торған оло ҡапҡаны күреп ҡала. Барып инһә, туп-тулы ҡорал. Малай кеше ни төрлөһөн тотоп ҡарай. Бер автоматты ҡулына алғанда, һауала самолет геүләгән тауыш ишетелә. “Фашистар, фашистар хәҙер бомба ташлай!” - ул тиҙ арала складтан сығып, һауаға тоҫҡап атып ебәрә. Ә үҙе, иңбашындағы этәргес көскә ҡаршы тора алмай, аунап барып төшә. Ҡото осҡан Ғәйшә, әсе ҡысҡырып, төйөнсөктәргә йығыла. Ә Фәниҙә, күҙҙәрен ҙур асып ҡатып ҡала. Бер аҙ ваҡыттан, киҫелгән тал сыбығы кеүек, һығылып барып төшә һәм йән бирә. Шау-шыуға йөрәге ниҙер һиҙенгән Ғәйниә әбей ауа-түнә балаларына ҡарай йүгерә. Ҡайҙандыр килеп сыҡҡан склад хужаһы Мирасты елкәһенән тотоп һөйрәй: “Ах һин, малай аҡтығы, нимә эшләйһең?” - тип руссалап бар көсөнә аҡыра. Саҡҡа килеп еткән Ғәйниә әбей ерҙә йәнһеҙ ятҡан Фәниҙәне тырнап алып, күкрәгенә ҡыҫа. Әйтерһең дә, йән өрөргә тырыша: “Балам, балаҡайым, ас күҙеңде! Нимә булды һиңә? А-а-а, кем атты? Кем үлтерҙе минең бәләкәсемде?” - тип сабыйын ҡосаҡлап ергә сүгә. Битенән үбеп, сәстәренән һыйпап, үҙ алдына ҡәһәрле һуғышты, фашистарҙы ҡарғап, һеңгәҙәп оҙаҡ ултыра. Ғәйшә менән Мирас та туҡтауһыҙ шыңшый. Береһенең дә Фәниҙәнең үлеменә ышанғылары килмәй. Бына хәҙер ырғып торор ҙа, ҡап-ҡара күҙҙәрен тултырып ҡарап, бөҙрә сәстәрен елберләтеп, йүгереп китер һымаҡ тойола.

“Әсәй, әсәй, беҙ ҡайтабыҙмы? Фәниҙәне алып ҡайтабыҙмы?” - тип Мирас өндәшкәс кенә Ғәйниә әбей шул сәғәттәрҙә бер нисә йылға ҡартайған әсә ҡалған юлды нисек үтеүҙәрен томан эсендә кеүек кенә хәтерләй. Ҡурҡыуҙан йөрәк ҡабы ярылып үлгән Фәниҙәне ерләгәс тә оҙаҡ ваҡыт әүелге тормошона ҡайта алмай интегә.

Ғәйниә әбейе һөйләп бөтөүгә өй эсендәгеләрҙең күҙҙәре йәшләнгән, баштары эйелгән ине. Саяф бабай бер ни ҙә өндәшмәй, сабыр ғына тыңлап ултыра. Рәйлә әбейе янына килде лә: “Илама, әбейем, Рәмилә инде Фәниҙә булһын да ҡуйһын”, - тине. Факиһа апай ҙа, ризалығын белдереп баш һелкте, үҙе йәш аралаш йылмайып ҡуйҙы. Ҡор тағы йәнләнеп китте. Сәй яңыртып, күңелле хәлдәр хаҡында һөйләшеп, ҡунаҡтар ҡайтырға сыҡты. Бына шулай, хәҙер туғаны бынамын тигән яңы исемле булды, ҡағыҙға ла теркәнеләр.

Таңға табан ғына йоҡоға талған Рәйләне әсәһенең ишек ҡағыуы уятты. Ул бер үҙе түгел, ишек төбөндә баһадир кәүҙәле йәш егет баҫып тора ине. Рәйлә уңайһыҙланып китте. “Был егет ферма мөдире Ислам булыр. Сәйгә алып килдем”, - тине әсәһе. Ул арала Сәғиҙә лә тороп битен сайҡаны. Сәй эскәндә Ислам уға йыш ҡына күҙ атты, һүҙ ҡушты. Ҡыҙ ҡайтырға йыйынғас, егет тә ҡуҙғалды. Ишек алдында ниҙер хаҡында һөйләшеп, йылмайып хушлаштылар. Шунда ғына Рәйлә әсәһенең ниндәй изге ниәттәр менән йөрөгәнен аңланы. Бәлки, Сәғиҙәнең дә бәхете ҡалҡыр. Фәниҙә туғаным ише, уның да бәпесе тыуыр, тип уйланы ул. Донъяла изге күңелле егеттәр бөтмәгәндер бит...
 
 
 
 
Автор:Фәриҙә Ситдиҡова
Автор:
Читайте нас: