Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
30 Ғинуар 2023, 09:03

Билдәле Өфө актерына ҡарата тикшереү эше бара

Өфөлә билдәле актерҙың шәхси йортонда тарма һалынған көршәктәр тапҡандар

Билдәле Өфө актерына ҡарата тикшереү эше бара
Билдәле Өфө актерына ҡарата тикшереү эше бара

26 ғинуарҙа Өфөлә коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәренең береһендә полицейскийҙар 38 йәшлек билдәле актер ултырған «Хонда» автомобилен туҡтатҡан. Хоҡуҡ һаҡлаусылар уның шәхси йортонда тентеү үткәргән һәм тарма һалынған ундан ашыу көршәк, ике яҡтылыҡ диодлы лампа, электрон үлсәү, төрөпкә тапҡан. Үҫемлектәрҙән тыш, көршәктәрҙә киптерелгән үлән тултырылған пакеттар ҙа булған.

Хәҙер актерға ҡарата тикшереү эше бара, тип хәбәр итә bash.news хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы сығанағына һылтанма менән.

Билдәле булыуынса, ул элек Өфө телеканалдарының береһендә эшләгән, әле театрҙа актер, корпоративтар алып бара. Интернеттағы анкетаһында күренеүенсә, туйҙа йәки корпоративта уның хеҙмәте 50 мең һумға баһалана.

https://www.bashinform.ru/news/law/2023-01-27/v-ufe-u-izvestnogo-aktera-v-chastnom-dome-nashli-gorshki-s-konopley-3121322

Автор:
Читайте нас: