Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
15 Ғинуар 2023, 11:02

Яҡташыбыҙ мәрхүм...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та СССР-ҙың халыҡ артискаһы Инна Чурикованың туғандары, яҡындары һәм хеҙмәттәштәренең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.

Яҡташыбыҙ мәрхүм...
Яҡташыбыҙ мәрхүм...

Кисә  80-се йәшендә СССР-ҙың халыҡ артисы, театр һәм кино актрисаһы Инна Чурикова донъя ҡуйған.

Был хаҡта  "Интерфакс" агентлығына " Марка Захаров Ленкомы" театры директоры Марк Варшавер хәбәр иткән.

"Инна Михайловна бөгөн оҙаҡ ауырығандан һуң вафат булды", - тигән ул. Варшавер һүҙҙәренсә, ерләү датаһы һәм урыны әлегә билдәләнмәгән.

Инна Чурикова - бик күп премиялар һәм наградалар лауреаты. 1943 йылдың 5 октябрендә Башҡорт АССР-ның Бәләбәй ҡалаһында  тыуған.

1965 йылда М.С.Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһын тамамлаған.  Шул уҡ йылда Мәскәү йәш тамашасы театрында хеҙмәт юлын  башлаған, 1968 йылдан килешеү буйынса эшләгән, 1975 йылдан - Мәскәүҙең Ленин комсомолы исемендәге театр (хәҙер - "Ленком") актрисаһы.

Киноға студент ҡыҙ тәүге тапҡыр 1960 йылда, "Борский өҫтөндә болоттар" фильмында төшкән. Артабан тиҫтәләрсә  картиналарҙа, шул иҫәптән уның ире, данлыҡлы кинорежиссёр Глеб Панфилов төшөрөлгән фильмдарҙа уйнаған.

Халыҡ уны "Морозко", "Начало", "Курьер", "Ширли-мырли" һ.б. фильмдарҙағы  ролдәре аша яҡшы белә.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та СССР-ҙың халыҡ артискаһы Инна Чурикованың туғандары, яҡындары һәм хеҙмәттәштәренең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты. «СССР-ҙың халыҡ артисы Инна Михайловна Чурикованың вафат булыуы сәбәпле туғандарының һәм яҡындарының, «Ленком» театры коллективы, театр һәм кино сәнғәтен һөйөүселәрҙең ҡайғыһын уртаҡлашам.
Башҡортостан халҡы Бәләбәй ҡалаһында тыуып үҫкән бөйөк шәхес Инна Чурикованың ижадына, сәхнәлә һәм кинола ул булдырған төрлө ҡатын-ҡыҙҙарҙың сағыу образдарына, сикһеҙ талантына һәр саҡ хөрмәт тойғоһо кисерҙе.
Күренекле актриса булараҡ, ул тамашасылар күңелендә йәнле тойғолар уятҡан ҡабатланмаҫ ролдәр тыуҙырҙы, ихласлығы, бай хис-тойғолар палитраһы менән һоҡландырҙы.
Сағыу һәләтле актриса һәм яҡшы кеше Инна Михайловна Чурикова хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге йәшәйәсәк», - тип яҙҙы шәхси сәхифәһендә төбәк етәксеһе.

Бер интервьюһында Инна Михайловна бәләкәй генә сағында күсеп киткән тыуған ҡалаһы тураһында былай тигән:

“Мин Бәләбәйҙә тыуғанмын. Бындай ҡала Башҡортостанда урынлашҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин уны бер ҡасан да күргәнем юҡ. Бер мәл, сираттағы кинола төшкәндә  Игорь Скляр һәм башҡа хеҙмәттәштәр менән һөйләшеп киттек. “Кемдер, ғөмүмән, Бәләбәй ҡалаһында булғаны бармы?”, - тип һораным. Игорь: "Мин булғаным бар", - тип яуап бирҙе. Мин был ҡала тураһында һөйләүен үтендем  һәм ул Бәләбәйҙә бына тигән араҡы заводы барлығын әйтте. Хәҙер был ҡала тураһында ни тиклем күп белгәнемде аңлайһығыҙ инде”, - тип уйынлы-ысынлы яуап биргән Инна Чурикова.

Халыҡ һөйөүен яулаған һәләтле актрисаны ерләү алдағы шишәмбе көндө башҡарылыуы ихтимал.

Фото: "Московский комсомолец", "Кубанские новости"

Яҡташыбыҙ мәрхүм...
Яҡташыбыҙ мәрхүм...
Автор:
Читайте нас: