Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
13 Декабрь 2022, 09:11

Байлыҡ түгел, бәрәкәт һора

Бәрәкәт булһа, тапҡан-таянғаның аҙ булһа ла, барыһы ла үҙеңдеке булып, исрафланмай, ризыҡҡа һәм мәнфәғәткә яҙа.  

Байлыҡ түгел, бәрәкәт һора
Байлыҡ түгел, бәрәкәт һора

Әбйәлил районында йәшәгән гәзитебеҙҙең яҡын дуҫы Рәхимә Мусинаның "Ололар аҡылы" яҙмаларын даими рәүештә биреп бирәбеҙ. Был юлы ла уның яҙғандарына туҡталдыҡ.

"Хоҙайҙан байлыҡ һорама, бәрәкәт һора, тип өйрәттеләр беҙҙе. Бәрәкәт булһа, тапҡан-таянғаның аҙ булһа ла, барыһы ла үҙеңдеке булып, исрафланмай, ризыҡҡа һәм мәнфәғәткә яҙа.

Аҡса ямғыр ише яуып торһа ла, байлыҡ йоҡмаған әҙәмдәр була. Ҡайһы берәү аҡсалы урында ла эшләй кеүек, буштан төшөп торған ере лә бар, әммә бер ҙә йәлсей алмай. Бәғзеһенең хатта бер эш хаҡы икенсеһенә етмәй, бурысҡа бата башлай.

Бәрәкәт бирмәһә, байлыҡ тигәнең ана шулай бармаҡ араһынан ҡойолған ҡом кеүек ул. Шуға әҙҙең бәрәкәтен бирһен тип телә, биргәненә шөкөр итә бел, балам", - тиелгән унда.

Фото һәм сығанаҡ: Рәхимә Мусинаның "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Автор:
Читайте нас: