Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
14 Ноябрь 2022, 09:46

Салауат Юлаев батальонына инә алмағандар ялыу итә...

Башҡа төбәктәрҙә кемделер саҡырыу ҡатмарлы булған осраҡтар бар, тиҙәр. Беҙҙең төбәктә иһә киреһенсә алынмаған кешеләр бар, улар ризаһыҙлыҡ белдерә...  

Салауат Юлаев батальонына инә алмағандар ялыу итә...Салауат Юлаев батальонына инә алмағандар ялыу итә...
Салауат Юлаев батальонына инә алмағандар ялыу итә...

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров уларға республика халҡынан Салауат Юлаев исемендәге халыҡ батальоны сафына инә алмаған доброволецтарҙан ялыуҙар килә тине.

– Башҡа төбәктәрҙә кемделер саҡырыу ҡатмарлы булған осраҡтар бар, тиҙәр. Беҙҙең төбәктә иһә киреһенсә алынмаған кешеләр бар, улар ризаһыҙлыҡ белдерә. Етмәһә, ялыуҙары ярайһы уҡ нигеҙле. Тыуған илгә хеҙмәт итергә теләүселәрҙең барыһын да аласаҡтар, тинеләр. Бында иһә барыһын да алмайҙар булып сыға, – тине Андрей Назаров.

Ул был батальон яугирҙәренә техника һәм кәрәк-яраҡтар һатып алыу өсөн яуаплы кешеләргә бер рәттән, ҡайһы сәбәптәр арҡаһында баш тартыуҙарын да асыҡларға ҡушты.

 Фото: mgazeta.com

Автор:
Читайте нас