Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
11 Ноябрь 2022, 10:16

Тәтешлелә автомобиль һыуға осҡан, Бәләбәйҙә – янған, Иглиндә – бәрелешкән...

Бөгөндән ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре көсәйтелгән режимда эшләйәсәк.  

Тәтешлелә автомобиль һыуға осҡан, Бәләбәйҙә – янған, Иглиндә – бәрелешкән...Тәтешлелә автомобиль һыуға осҡан, Бәләбәйҙә – янған, Иглиндә – бәрелешкән...
Тәтешлелә автомобиль һыуға осҡан, Бәләбәйҙә – янған, Иглиндә – бәрелешкән...

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн иртәнсәк Тәтешле районының Яңғыҙнарат ауылында “УАЗ” автомобиле йылғаға осҡан.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, водитель автомобилгә идараны юғалтҡан һәм ул ауыл уртаһынан аҡҡан Яңғыҙнарат йылғаһына ауған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, машинаны йылғанан сығарғанда салонда 1976 йылғы ирҙең кәүҙәһе табыла. Әле авария сәбәптәре асыҡлана.

Ә кисә, 10 ноябрҙә, республика юлдарында ун автомобиль хәл-ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа бер кеше һәләк булған, туғыҙы йәрәхәтләнгән. Шулай уҡ ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре 1300-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын асыҡлаған, 19 иҫерек водителде ҡулға алған, шуларҙың дүртеһе йәнә иҫерек хәлдә руль артына ултырған.

 Шул иҫәптән, кисә иртәнге сәғәт алты тирәһендә Иглин районында, Һамар – Өфө – Силәбе трассаһының 1505-се километрында, Татарстандан 54 йәшлек водитель идара иткән “Лада-Ларгус” менән “Volvo” йөк машинаһы бәрелешкән. “Лада-Ларгус” иһә юлдан ситкә ауған. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә еңел автомобилдең водителе һәләк була.

Шулай уҡ кисә киске сәғәт ун тирәһендә Бәләбәй – Приютово юлының 21-се километрында 41 йәшлек ир “Лада Калина” автомобилендә электр бағанаһына бәрелеп, юл ситенә ауған. Авария һөҙөмтәһендә транспорт сараһы ҡапыл тоҡанып, янып китә. Унда йәрәхәтләгән водитель дауаханаға оҙатыла. Автомобиль тулыһынса янып бөткән.

– Хөрмәтле водителдәр, юлдарҙа һаҡ һәм уяу булығыҙ! Арыуығыҙҙы тойһағыҙ, хәүефһеҙ урында туҡталып, ял итегеҙ. Үҙегеҙҙе лә, башҡа юл йөрөүселәрҙе лә хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ, – тип иҫкәртә республиканың ЮХХДИ идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов.

Әйткәндәй, был йома һәм ял көндәрендә республиканың ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре көсәйтелгән режимда эшләй, рейдҡа сыға. Иҫкәртеү маҡсатында ойошторолған был саралар аварияларға юл ҡуймау, кеше ғүмерҙәрен һаҡлау, эскән водителдәрҙе тотоу, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙған водителдәрҙе асыҡлау маҡсатында ойошторола.

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, юл һаҡһыҙлыҡты, яуапһыҙлыҡты ғәфү итмәй. Юлдарығыҙ имен булһын, тәғәйен урынға имен-һау барып етергә яҙһын.

Фото: mchsrb, @bash_gibdd.

Автор:Рәмилә Мусина

https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2022-11-11/t-teshlel-avtomobil-yu-a-yy-yl-an-b-l-b-y-yan-an-iglind-b-releshk-n-3025934 

Тәтешлелә автомобиль һыуға осҡан, Бәләбәйҙә – янған, Иглиндә – бәрелешкән...
Тәтешлелә автомобиль һыуға осҡан, Бәләбәйҙә – янған, Иглиндә – бәрелешкән...
Тәтешлелә автомобиль һыуға осҡан, Бәләбәйҙә – янған, Иглиндә – бәрелешкән...
Тәтешлелә автомобиль һыуға осҡан, Бәләбәйҙә – янған, Иглиндә – бәрелешкән...
Автор:
Читайте нас