Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
10 Ноябрь 2022, 12:15

Китеп барған ерҙән янып киткән...

Шул сәбәпле ҙур тығындар барлыҡҡа килгән  

Китеп барған ерҙән янып киткән...Китеп барған ерҙән янып киткән...
Китеп барған ерҙән янып киткән...

Бөгөн иртән Өфө ҡалаһында Яңы күпер һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендә машина янып киткән. Бәлә урынында ҙур тығындар барлыҡҡа килгән, шул сәбәпле күптәр эшкә һуңлағандыр, моғайын.

Баҡтиһәң, Lada Vesta автомобиле китеп барған еренән ҡапыл яна башлаған. Был хаҡта шаһит булыусылар хәбәр итә. Эргәһендәге машиналар тиҙ генә ул урындан китеү яғын ҡараған. Бәхеткә, водителе лә, башҡа кешеләр  һәм автомашиналар ҙа зыян күрмәгән.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы матбуғат хеҙмәтенән билдәләүҙәренсә, янғын һүндереүселәр утты тиҙ арала һүндергән, ҙур бәләгә юл ҡуйылмаған.

Автор:
Читайте нас