Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
3 Ноябрь 2022, 10:43

Ябай йомортҡа тимәгеҙ!

Ул хатта яман шештән аралай, тип белдерә табиптар.

Ябай йомортҡа тимәгеҙ!Ябай йомортҡа тимәгеҙ!
Ябай йомортҡа тимәгеҙ!

Тауыҡ йомортҡаһы планетала иң туҡлыҡлы аҙыҡ һанала. Уның составында бөтә витаминдар һәм микроэлементтар, кеше организмына файҙалы булған туҡлыҡлы матдәләр тупланғанлығын билдәләй белгестәр. 

Йомортҡа аҡһымға бай ризыҡ, ә бына углеводтар уның составында юҡ тиерлек. Шуға ла уны ябығыусылар хуп күрә. Йомортҡаның кеше организмына булған файҙаһы һанап бөткөһөҙ, ти табиптар,  хатта һөт биҙе яман шешенән аралай, тип билдәләйҙәр улар.

Йомортҡа -  Д витамины ҡаҙнаһы,  холестеринды төшөрә, файҙалы майҙарға бай, нервы системаһын нығытыуға һәләтле, мейе эшмәкәрлеген шәбәйтә, йөрәкте һәм ҡан тамырҙарын һаҡлай, күҙҙәрҙең һаулығын нығыта. Даими йомортҡа ашап торған кешенең тырнаҡтары матурлана, сәстәре ҡуйыра.

Көнөнә нисә йомортҡа ашарға ярай һуң? Һәр нәмәлә сама белергә кәрәклекте иҫтән сығармайбыҙ. Шуға ла көнөнә бер-ике йомортҡа таман, ти белгестәр. Ә бына спорт менән шөғөлләндәргә күберәк ҡулланырға ла була. Аллергия менән яфаланғандар бүҙәнә йомортҡаһына өҫтөнлөк бирә ала. Күреүебеҙсә, ябай ғына йомортҡа – алтынға тиң һаулыҡ байлығы! Сәләмәт булайыҡ, дуҫтар!

Автор:
Читайте нас